Ҙур Виктория сүле

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Сүл ҡыҙыл төҫ менән билдәләнгән

Ҙур Виктория сүле (ингл. Great Victoria Desert) — Австралиялағы сүл. Илдең Көнбайыш Австралия һәм Көньяҡ Австралия штаттары биләмәләрендә урынлашҡан.

Дөйөм мәғлүмәттәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Майҙаны 424 400 км². Көнсығыштан көнбайышҡа табан 700-ән ашыу километрға һуҙылған. Сүлдән төньяҡҡа табан Гибсон сүле, ә көньяҡҡа табан Налларбор тигеҙлеге урынлашҡан. Ҡоро климат шарттары арҡаһында сүлдә бер ниндәйҙә ауыл хужалығы эшмәкәрлеге алып барылмай.

Көнбайыш Австралия штатында һаҡланыусы территория булып тора. Сүлдең Көньяҡ Австралия штаты биләмәләрендә илдең 12 биосфера ҡурсаулыҡтарының береһе — Мамунгари һаҡлау зонаһы (ингл. Mamungari Conservation Park) ойошторолған.

Яуым-төшөмдөң уртаса йыллыҡ миҡдары 200—250 мм тәшкил итә. Йыш ҡына (йылына 15—20 тапҡыр) күк күкрәүҙәре күҙәтелә. Йәйен көндөҙгө температура 32—40 °C, ә ҡышын 18—23 °C тәшкил итә.

Ҙур Виктория сүлендә австралия аборигендарының бер нисә төркөмдәре, шул иҫәптән когара һәм мирнинг ҡәбиләләре йәшәй.

Виктория королеваһы хөрмәтенә исеменде британ сәйәхәтсеһе Эрнест Джайлс бирә, ул 1875 йылда европалыларҙан тәүге булып сүл аша үтә.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]