Ҡабыҡ ҡуңыҙҙары
Ҡабыҡ ҡуңғыҙҙары | ||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Фәнни классификация | ||||||||||||
|
||||||||||||
Латинса исеме | ||||||||||||
Scolytinae Latreille, 1804 | ||||||||||||
Трибы: | ||||||||||||
| ||||||||||||
|
Ҡабыҡ ҡуңғыҙҙары, сколитидтар (Scolytidae) — ҡаты ҡанатлылар отрядына ҡараған бөжәктәр ғаиләһе.
Ҡылыҡһырлама
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Кәүҙәһе цилиндр формаһында, оҙонлоғо 0,9—9 мм, ҡара, ҡыҙғылт ҡуңыр йәки көрән төҫтә. Өҫкө ҡанат остарында инә ҡорт юлдарынан быраулау онон сығарып ташлау өсөн хеҙмәт иткән тештәр м‑н ҡаймаланған батынҡылыҡтар бар. Башы ҙур, маңлайы ҡабарынҡы, яҫы йәки батынҡы. Арҡаһының алғы өлөшө төрткөлө һәм түмһәләкле, төк менән ҡапланған, ян-яғы йомро. Мыйығы 4 быуынтыҡлы, ҡыҫҡа, бөгөмлө, суҡмар формаһында. Аяғы бәләкәй, нескә, киртләсле.
Үрсеүе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йомортҡаларын өйкөмләп ағас ҡабығына һала. Балағорттары аҡ төҫтә, һирәк төк менән ҡапланған, аяҡһыҙ, асыҡ көрән төҫтәге ҡаты башлы һәм көслө яңаҡ һөйәкле. Ағас ҡабығы аҫтында, һирәгерәк үҙағаста үҫешәләр. Ҡурсаҡтары аҡ төҫтә. Миҙгел эсендә 1—2 быуын үҫә. Оло бөжәк һәм ҡарышлауығы ҡышлай. Көндөҙ, ҡайһы бер төрҙәре эңерҙә әүҙем. Үҫемлек туҡымалары менән туҡлана. Урманда ағас ҡабығы аҫтында һәм үҙағаста (юлдар һала), ҡайһы берҙәре үлән һабаҡтарында тереклек итә. Урман, ҡайһы бер мал аҙығы үҫемлектәре (клевер) ҡоротҡосо, ағастарҙың бәшмәк ауырыуҙарын тарата. Яҡынса 6000 төрө билдәле, бөтә Ер шарында таралған. Башҡортост анда 20‑гә яҡын төрө бар: ос ҡабығы ҡорто, парһыҙ ҡабыҡ ҡуңғыҙы, типограф ҡабыҡ ҡуңғыҙы. һ.б.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- [1](недоступная ссылка)
- Лубоеды // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Короед-типограф Ips typographus (Linnaeus, 1758) — фотография Д. И. Гаврюшина
- Фотографии (англ.).
- Михаил Мандельштам Короеды (Scolytidae)