Ҡазан дәүләт энергетика университеты
Ҡазан дәүләт энергетика университеты | |
Нигеҙләү датаһы | 18 июль 1968 |
---|---|
Ректор | Эдвард Юнусович Абдуллазянов[d][1] |
Дәүләт | Рәсәй[2] |
Административ-территориаль берәмек | Ҡазан, Кировский район[d], Козья слобода[d] һәм Татарстан Республикаһы |
Урынлашҡан урамы | Красносельская улица[d] |
Урын | Козья слобода[d] |
Баш компания (ойошма, предприятие) | Рәсәй Федерацияһының Фән һәм юғары белем биреү министрлығы[d][3] |
Адрес | 420066, Россия, Татарстан, Казан, Кызыл Сала ур., 51 йорт |
Рәсми сайт | kgeu.ru |
Ҡазан дәүләт энергетика университеты Викимилектә |
Ҡазан дәүләт энергетика университеты — рус. Казанский государственный энергетический университет — Волга буйы төбәгендә энергетика өлкәһендә белем биреүсе берҙән-бер профилле юғары уҡыу йорто. Университет энергетика өлкәһендә белгестәр әҙерләү, шулай уҡ кадрҙарҙы ҡайтанан әҙерләү һәм квалификацияһын күтәреү менән шөғөлләнә.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мәскәү энергетика институтының Ҡазан филиалы булараҡ 1968 йылда барлыҡҡа килә. Ҡазан энергетика институтына университет дәрәжәһе 2000 йылда бирелә.
Рәсәйҙә энергетика өлкәһендә махсуслашҡан 3 юғары уҡыу йортоноң (ҡалған икеһе Ивановола һәм Мәскәүҙә) береһе булған Ҡазан энергетика университеты уҡытыу шарттары һәм техник йыһазландырыу яғынан төбәктәге иң яҡшы уҡыу йорто булып тора.
Университет Башҡортостан Республикаһының, Рәсәй Федерацияһының, яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙең энергосистемалары өсөн белгестәр әҙерләй. Хәҙерге көндө уҡыу йортонда Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән, БДБ, Азия һәм Африка илдәренән 10 меңдән студент һәм аспирант белем ала.
Университет белеме биреү буйынса эшмәкәрлеген өс формала тормошҡа ашыра: көндөҙгө, көндөҙгө-ситтән тороп (киске) һәм ситтән тороп уҡыу.
Уҡыу йортоноң уҡытыусы-профессорҙар составы 535 фәнни хеҙмәткәрҙән (уларҙың 304-е — фән кандидаттары, 66-һы — фән докторҙары) ғибәрәт.[4]
Университетта белем биреүсе мөғәллимдәрҙең 24 % — фән докторы һәм профессор, 84 % — төрлө дәрәжәләге ғалим. Университет ғалимдары араһында Рәсәй Фәндәр Академияһы һәм Татарстан республикаһы, Удмурт республикаһы Фәндәр Академияһы ағза-корреспонденттары бар.
Ҡазан дәүләт энергетика университеты нигеҙендә йылылыҡ һәм электр энергияһы, электротехника һәм электроника, тирә-мөхитте һаҡлау, тәбиғәт ресурстарын рациональ файҙаланыу мәсьәләләрен хәл итеү буйынса ғилми-тикшеренеү эшсәнлеге алып барыла. Әлеге тикшеренеүҙәрҙе ғәмәлгә ашырыу буйынса Ҡазан энергетика университеты Рәсәйҙә иң яҡшы уҡыу йорттары араһында тора.
Университеттың халыҡ-ара хеҙмәттәшлеге бер нисә төрлө йүнәлеш буйынса алып барыла. Ҡазан дәүләт энергетика университетында кадрҙарҙы яңынан әҙерләү һәм өҫтәмә белем биреү буйынса 3 халыҡ-ара фәнни-ғәмәли лаборатория эшләй. Улар эре халыҡ-ара компаниялар менән бергәлектә ойошторолған: DANFOSS (Дания), Siemens, Шнейдер Электрик.
Юғары уҡыу йортонда физкультура һәм спорт менән шөғөлләнеү, сәләмәтләндереү дәрестәре алып барыу өсөн барлыҡ мөмкинлектәр лә тормошта барлыҡҡа килгән. 2009 йылдан бирле спорт-һауыҡтырыу лагеры базаһында Татарстан республикаһы, Удмурт республикаһы йыл һайын юғары уҡыу йорттары спорт лагерҙары араһында спартакиада ойошторола. Шулай уҡ университет студенттары ҡала, республика һәм Рәсәй күләмендәге ярыштарҙа, эстафеталарҙа, Рәсәйҙең энергетика юғары уҡыу йорттары спартакиадаһында актив ҡатнаша.
2015 йылда Мәғариф һәм фән министрлығы 2014 йыл йомғаҡтары буйынса биш юғары уҡыу йортон тамамлаусыларҙың 100 процент эшкә урынлашыуын телгә ала. Улар — Мәскәү физика-техник институты, Академик С. П. Королев исемендәге Һамар дәүләт академия университеты, Ҡазан дәүләт энергетика университеты, Смоленск дәүләт физик культура, спорт һәм туризм академияһы, Брянск дәүләт ауыл хужалығы академияһы.[5]
2011 йылдан университет Федераль дәүләт бюджет юғары һөнәри белем биреү учреждениеһы статусын ала һәм белем биреү эшмәкәрлеге хоҡуғына мөҙҙәтһеҙ лицензияға эйә була.
Университет заманса мәғлүмәт-иҫәпләү селтәре менән йыһазландырылған, ул уҡытыу процесы һәм ғилми тикшеренеүҙәр өсөн файҙаланыла. Вузда китаптар, уҡытыу-методик әҙәбиәт, журналдар сығарыу менән шөғөлләнгән үҙ нәшриәт-полиграфия комплексы бар ((«Вестник Казанского государственного энергетического университета»[6][7]"Известия высших учебных заведений. Проблемы энергетики"[8]). Шулай уҡ студенттар һәм аспиранттар профкомы студенттарҙың үҙ гәзитен сығара(«Вестник общественности», «ITEm»), ИЭЭ деканаты («Молния»). . ҠДЭУ китапханаһы бер нисә уҡыу залына һәм энергетика өлкәһендә әҙәбиәт фондының иң тулы фондына эйә.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Казанский государственный энергетический университет. К 40-летию вуза / Под ред. Ю. Я. Петрушенко. — Казань: ОАО ПИК «ИДЕЛ-ПРЕСС», 2008. — Т. 1. — 488 с. — 3 000 экз. — ISBN 978-5-89873-289-9.
- Казанский государственный энергетический университет. К 40-летию вуза / Под ред. Ю. Я. Петрушенко. — Казань: ОАО ПИК «ИДЕЛ-ПРЕСС», 2008. — Т. 2. — 432 с. — 3 000 экз. — ISBN 978-5-89873-289-5.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ https://web.archive.org/web/20181219073935/http://prav.tatarstan.ru/rus/index.htm/news/114478.htm
- ↑ GeoNames (ингл.) — 2005.
- ↑ Единый Государственный Реестр Юридических Лиц, ЕГРЮЛ
- ↑ </ Казан дәүләт энергетика университеты(недоступная ссылка)
- ↑ В разделе "Трудоустройство... 2015 йыл 26 июнь архивланған.
- ↑ Вестник Казанского государственного энергетического университета . КГЭУ. Дата обращения: 6 июль 2009.(недоступная ссылка)
- ↑ Вестник Казанского государственного энергетического университета . КГЭУ. Дата обращения: 6 июль 2009.(недоступная ссылка)
- ↑ Журнал «Проблемы энергетики» . КГЭУ. Дата обращения: 6 июль 2009. 2011 йыл 27 февраль архивланған.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Официальный сайт КГЭУ
- Дистанционное обучение КГЭУ 2020 йыл 4 декабрь архивланған.
- Факультет переподготовки и повышения квалификации 2011 йыл 5 июль архивланған.
- Олимпиады КГЭУ
- Сайт кафедры ПЭ 2010 йыл 6 ноябрь архивланған.
- Сайт кафедры ИИУС 2017 йыл 10 сентябрь архивланған.
- Студенческий форум(недоступная ссылка)
- kgeu.org.ru — студенческий сайт КГЭУ
- Energouniver.ru — студенческий сайт КГЭУ
- КГЭУ — энергетический вуз Повольжья и Урала. Книга к 45-летию вуза на сайте Издательского дома Маковского