Эстәлеккә күсергә

Ҡайраҡ (уйын ҡоралы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡайраҡ
Урын Үзбәкстан һәм Тажикстан

Ҡайраҡ (рус. Кайрак, үзб. кайрок, таж. Қайроқ) — үзбәктәрҙең һәм тажиктарҙың һуҡма музыка уйын ҡоралы, кастаньета төрө.

Ҡайраҡ 120–150 х 50–70 мм ҙурлыҡтағы дүрт оҙонса яҫы таштан эшләнә. Әлеге ваҡытта бер генә ҡайраҡ ташҡа йоҡа тимер пластинка менән һуғып уйнау осрай[1]. Йылға һыуы тәбиғи рәүештә шымартҡан был таштарҙы йылға буйҙарынан эҙләп алалар.

Уйын ҡоралын XX быуат башында канат буйлап, ҡолға аяҡҡа менеп йөрөүселәрҙең сығыштарын һәм бейеүҙәрен биҙәр өсөн ҡулланғандар. Бохарала, Феирғәнәлә, Ташкентта киң ҡулланылған булған. Ҡайраҡ Үзбәк ССР-ының Халыҡ инструменттары оркестрына ингән булған. Халыҡ музыкаһында һирәк ҡулланылған.

Ғөмүмән, бындай ябай һуҡма уйын ҡоралдары борондан йыр-бейеүгә ритм биреү өсөн файҙаланылған.

Ҡайраҡ уйын ҡоралында уйнаусылар һәр ҡулында икешәр таш тотоп, бик ҡатмарлы ритмдар башҡара алған. Был башҡарылышты усүл (ғәр. أصول‎, «нигеҙҙәр») тип атайҙар. Усүлдәр бик боронғо замандарҙа килеп сыҡҡан һәм әл-Фараби (б.э. IX—X быуаттары), Ибн Сина (X—XI быуаттар), әш-Ширази (XIII быуат), Дәрүиш Али (XVII быуат), Сафиаддин Урмави (XIII быуат) яҙмаларында һүрәтләнгән. Һуңғыһы усулдәрҙе табулатура менән яҙып алыу системаһын уйлап сығарған[2].

YouTube сайтында Видео КАК ИГРАТЬ НА ВОСТОЧНЫХ ИНСТРУМЕНТАХ

  • [ Кайрак] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
  • Кайрак // Музыкальная энциклопедия. — М.: Советская энциклопедия, Советский композитор. Под ред. Ю. В. Келдыша. 1973—1982.
  • Кастаньеты // Товарный словарь / И. А. Пугачёв (главный редактор). — М.: Государственное издательство торговой литературы, 1957. — Т. III. — Стб. 424