Ҡала думаһы бинаһы (Дондағы Ростов)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иҫтәлекле урын
Ҡала думаһы бинаһы
Ил Рәсәй
Ҡала Дондағы Ростов, Оло Баҡса урамы, 47-се йорт
Архитектура стиле эклектика
Проект авторы Померанцев Александр Никанорович
Төҙөлөшө 18971899 йылдар
Статус
Рәсәй гербы Рәсәй Федерацияһының мәҙәни мираҫы, объект № 6110007000объект № 6110007000
Бөгөнгө хәле реконструкцияланған

1899

 архитектура ҡомартҡыһы (федераль)архитектура һәйкәле (федераль) Ҡала думаһы бинаһы (Ҡала йорто) — 1899 йылда архитектор А. Н. Померанцев проекты буйынса Дондағы Ростовта төҙөлгән бина. Ҡаланың иҫтәлекле архитектура урындарының береһе[1]. Тәүҙә йортта ҡала думаһы һәм управа урынлаша. Совет осоронда бында КПСС өлкә комитеты ултыра[2]. Хәҙерге ваҡытта йортто Дондағы Ростов мэрияһы һәм ҡала думаһы биләй. Бина федераль әһәмиәттәге архитектура һәйкәле статусына эйә[3].

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡала йорто 1902 йылда

1890 йылдар уртаһында Дондағы Ростов хакимиәте ҡала думаһы бинаһын төҙө- тураһында ҡарар ҡабул итә (уға тиклем дума ултырыштарын Максимов йортонда үткәрә)[4]. Проект эшләү өсөн ҡалала бер нисә бина төҙөгән билдәле архитектор Александр Никанорович Померанцев саҡырыла. Проекттың һуңғы варианты ҡала управаһы тарафынан 1896 йылда раҫлана. 1897 йылда төҙөлөш башлана. 1899 йылда төҙөлөп бөтә һәм һәм изгеләндерелә[5].

Померанцевтың иҫәпләүҙәре буйынса, төҙөлөшкә 586 176 һум 16 тин сығым кәрәк була. Әммә думала уны бик ҙур тип баһалайҙар һәм ҡыҫҡартырға ҡарар итәләр. Думаның Финанс комиссияһы сығымдарҙы 513 627 һум күләмендә раҫлай. Ләкин төҙөлөш барышында смета күләме һиҙелерлек арта һәм 600 мең һумға барып баҫа.

Йорттоң беренсе ҡаты сауҙа өсөн ҡуртымға бирелә. Унда мануфактура тауарҙары, велосипедтар, граммофондар, оптика кәрәк-яраҡтары, ҡорал, кондитер әйберҙәре һатыла. Икенсе, өсөнсө һәм дүртенсе ҡаттарҙы ҡала думаһы, ҡала управаһы биләй. Ҡала думаһы килеүселәр өсөн һәр саҡ асыҡ була. Ултырыштар залында публика өсөн 200 урын, шулай уҡ партерҙа 40 урын бирелә. Һуңыраҡ матбуғат вәкилдәре өсөн өҫтәлдәр ҡуйыла.

1922 йылда ҡала думаһы бинаһында янғын сығып, мөйөштәрҙәге көмбәҙҙәр юҡҡа сыға. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында йорт тағы ла етдиерәк емерелеүгә дусар була, әммә һуғыштан һуң ҡабат тергеҙелә. Бында КПСС өлкә комитеты урынлаша.

Архитектураһы һәм биҙәлеше[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡала йортон Померанцев эклектика рухында төҙөй. Йорт кварталға оҡшаш: тура мөйөшлө, эсендә ихатаһы бар. Померанцевтың бер проектына ярашлы, эске ихата сатыр менән ҡапланырға тейеш була. Бындай алымды ул Мәскәүҙә Үрге сауҙа рәттәрен төҙөгәндә файҙаланҡан була[6].

Йорт дүрт ҡатлы. Симметриялы фасад ярустарға бүленгән һәм формаһы, дәүмәле буйынса төрлө тәҙрәләр менән билдәләнә. Беренсе ҡат руст, декоратив тештәр менән биҙәлгән. Архитектор фасадты сығынтылауҙа эркерҙар ҡуллана. Йоморолатылған мөйөштәр өҫтөнә бейек көмбәҙҙәр сыға. Бина барокко стилендә бай итеп биҙәлә. Биҙәүҙә картуш, медальондар, үҫемлек һәм антропоморф элементтар файҙаланыла.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Ростов-на-Дону // Словарь современных географических названий. — Екатеринбург: У-Фактория. Под общей редакцией акад. В. М. Котлякова. 2006.
  2. Ростов-на-Дону. km.ru. Дата обращения: 25 июль 2013. Архивировано 5 сентябрь 2013 года.
  3. Рәсәйҙең мәҙәниәт министрлығы. № 6110007000 // Сайт «Объекты культурного наследия (памятники истории и культуры) народов Российской Федерации».
  4. Кукушин B. C. Эклектика // История архитектуры Нижнего Дона и Приазовья. — Ростов-на-Дону: ГинГО, 1995. — 275 с. — ISBN 5-88616-027-2.
  5. Швецов С. Д. На высоком донском берегу: Очерки из прошлого Ростова. — Ростов, 1982. — С. 44—47.
  6. Есаулов Г. В., Черницына В. А. Архитектурная летопись Ростова-на-Дону. — 2-е. — Ростов-на-Дону, 2002. — С. 133—134. — ISBN 5-8456-0489-3.