Ҡала мәҙәниәт йорто (Таганрог)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡала мәҙәниәт йорто
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Таганрог
Карта

Ҡала мәҙәниәт йортоТаганрог ҡалаһында мәҙәниәт үҙәге.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡала мәҙәниәт йорто 1909 йылда төҙөлгән концерт залы менән таш ротонда бинаһында урынлашҡан[1].

1896 йылда ҡала баҡсаһы ҡуртымсыһы Ханамиров баҡсаның үҙәк инеү урынында ағас ротонда төҙөй, ул ике йылдан һуң яна[1].


10 йылдан һуң был участкала ҡала аҡсаһына яңы ротонда төҙөлә. Ул матур колонналар менән аҡ таштан була. Тәҙрәләрҙең бөҙрә таштары һәм башҡа архитектура элементтары архитектор Б.И.Гершковичтың инде модала булмаған классик стилгә мауығыуын айырып әйтә. Бинаның формаһы ротонда билдәләмәһенә тап килмәһә лә (лат. rotundus — түңәрәк), таганроглылар был бинаны нәҡ шулай— «яңы ротонда» тип атайҙар. Ротонда ҡуртымға бирелә. 1910 йылдың июлендә унда асылған шәхси «Яңы мираж» театры, 1913 йылда — кинотеатр «Аполло» асыла. Концерт залы 200 кешене һыйҙыра алған, унда Александр Скрябин, Сергей Рахманинов, Александр Гречанинов кеүек билдәле гастролёрҙар сығыш яһай.

Революция һәм граждандар һуғышы осоронда «Аполло» кинотеатры ҡала тормошоноң сәйәси үҙәге була. Бында Хәрби-революцион комитет, Эшсе һәм крәҫтиән депутаттары советы, гәзит редакцияһы эшләй. Бинала мөһим ҡала йыйылыштары үтә. Мәҫәлән, 1920 йылдың ғинуарында комсомол ойоштороу мәсьәләһе буйынса йыйылыш үтә.

1918 йылдың апрелендә «Халыҡ йорто» асыла, 1920 йылдың мартында — «Луначарский исемендәге Пролетар клубы» асыла. 1926 һәм 1927 йылда бында Владимир Маяковский сығыш яһай. Клуб бинаһы икенсе бинаға күсерелгәндән һуң бында Халыҡ ижады йорто һәм Йәш тамашасы театры урынлаша. Йәш тамашасы театры һуғышҡа тиклем эшләй.

Оккупация ваҡытында зыян күргән бина 1950-се йылдар аҙағына тиклем консервацияла була. Һуңынан уны тергеҙеү башлана һәм Ҡала мәҙәниәт йорто өсөн реконструкция башлана. Элекке фундаментты һәм тышҡы һәм эске стеналарын ҡулланып икенсе ҡат өҫтәлеп төҙөлә, тамашасы залы киңәйтелә, биналары яңынан үҙгәртеп ҡорола. Ҡала мәҙәниәт йортоноң төҙөлөшө буйынса штаб начальнигы булып Жан Кожевников тора[2].. Яңы Ҡала мәҙәниәт йортоноң яңы бинаһы 1962 йылдың 29 апрелендә файҙаланыуға тапшырыла[3]. Мәҙәниәт йортоноң асыу тантанаһы 1962 йылдың 9 авгусында үтә.

2012 йылдың ноябрендә Ҡала мәҙәниәт йортоноң күләмле 50-йыллығы юбилейы билдәләнә[2].

Ҡала мәҙәниәт йорто директорҙары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • 2012 йылдан хәҙерге ваҡытҡа тиклем — Б Шишкин[2]
  • 2011 йылдан алып 2012 йылға тиклем — О. Н. Иванов
  • 2004 йылдан 2011 йылға тиклем— В И. Нестеренко
  • 1997 йылдан 2004 йылға тиклем— Н. Г. Редькин
  • 19?? йылдан 1996 йылға тиклем— О. Н. Зуева
  • 19?? йылдан 19 йылға тиклем — Е Л. Подтыкайло
  • 1962 йылдан 19?? йылға тиклем — К А. Погребняк

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 Киричек М.С. Городской Дом культуры // Таганрог. Энциклопедия. — Таганрог: Антон, 2008. — С. 295. — ISBN 978-5-88040-064-5.
  2. 2,0 2,1 2,2 Каратаева В. ГДК — полвека с Таганрогом! // Таганрогская правда. — 2012. — 27 ноября.
  3. Киричек М. С. Два века таганрогского парка. — Таганрог: Лукоморье, 2006. — 128 с.