Ҡала ҡапҡаһы (Валлета)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡала ҡапҡаһы
мальт. Bieb il-Belt
Нигеҙләү датаһы 2014
Рәсем
Дәүләт  Мальта
Административ-территориаль берәмек Валлетта
Хужаһы Мальта Хөкүмәте[d]
Архитектор Франческо Лапарелли[d], Tumas Dingli[d] һәм Ренцо Пиано[d]
Карта
 Ҡала ҡапҡаһы Викимилектә

Ҡала ҡапҡаһы (мальт. Bieb il-Belt) — Валлеттаға ингән урында ҡапҡа. Иҫәпләү буйынса бишенсе булған хәҙерге ҡапҡа Италия архитекторы Пиано Ренцо проекты буйынса 2011 йылдан алып 2014 йылға тиклемге осорҙа төҙөлгән.

Был урында торған тәүге ҡапҡа булып Сан-Джорджо (мальт. Porta San Giorgio) ҡапҡаһы була. Ул Лапарелли Франческо һәм Кассара Джироламо проекты буйынса 1569 йылда төҙөлә. Ҡапҡа яҡынса 1586 йылда Porta Reale (мальт. Putirjal) итеп үҙгәртелә, Һуңынан, 1633 йылда, Дингли Томмазо проекты буйынса ҡайтанан төҙөлә. Мальтаны 1798 йылда француздар оккупациялаған ваҡытында, Porte Nationale исеме менән йөрөй, әммә, 1800 йылда, Мальта Британия идараһы аҫтында булғанда, Porta Reale исеме кире ҡайтарыла. 1853 йылда уны йәнә ҙурыраҡ Кингсгейт (мальт.) Kingsgate) исеме менән билдәле булған ҡапҡа менән алмаштыра. Был тәүге өсәүһе Валлетта ҡалаһы стеналарының бер өлөшөн барлыҡҡа килтерә һәм нығытыла. Ҡапҡа рәсми булмаған Porta di terra («ҡоро ер ҡапҡаһы» тигәнде аңлата) тип атала башлай, сөнки был ҡалаға ҡарата берҙән-бер ер өҫтө юлы була. Һуңғы нығытылған ҡапҡа 1964 йылда һүтелә һәм Бергонзо Альзиро проектланған футуристик ҡапҡалар менән алмаштырыла. Һуңынан ул 2011 йылда һүтелә, һәм 2014 йылда тамамланған Пиано Ренц проекты буйынса ҡапҡа менән алмаштырыла.

Урынлашыуы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡала ҡапҡа артында урынлашҡан Тритон фонтаны,

Ҡала ҡапҡаһы Реале портында Сент-Джеймс менән Сент-Джонс аралығында урынлашҡан[1]. Валлеттаның тәрән соҡоро аша һалынған күпер ҡапҡаларға алып бара. Тәүҙә couvre porte ҡапҡаһы алдағы соҡор һәм Изге Мадлен исемле билдәле люнет менән һаҡланған[2]. Һуңынан был урын үҙәктә Тритон фонтаны менән автобус туҡталышы урыны була. Фонтан тирәләй майҙан йәйәүлеләр зонаһына әйләндерелә[3].

Ҡапҡа Республика урамы башланыуын күрһәтә (мальт. Triq ir-Repubblika), ул ҡаланың ҡаршы яғына, Сант-Эльмо фортына, тиклем һуҙылған Валлеттаның төп урамы. Ҡала ҡапҡаһына яҡын урынлашҡан биналарға парламент бинаһы, Король Опера театры емереклектәре һәм City Gate сауҙа рәттәре инә. Сент-Джеймский кавалер һәм Сент-Джонский кавалер парламент йорто һәм сауҙа рәттәре менән йәнәш, ике яҡлап урынлашҡан.

Ҡала ҡапҡаһы ҡалаға ингән өс ҡапҡаның береһе була — Марсамксетт һәм ҡаланың Көнбайыш һәм Көнсығыш сиктәрендә урынлашҡан Дель Монте ҡапҡалары башҡаса булған[4]. Марсамксетт ҡапҡаһы 20-се быуат башында емерелгән, ә Дель Монте 1885 йылда Виктория ҡапҡаһы алмаштыра[5].

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Беренсе ҡапҡалар (1569—1633)[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Валлеттаға ингән тәүге ҡапҡалар Сан-Джорджо порты (мальт. Porta San Giorgio)) булараҡ билдәле була. Бөйөк магистр Валетта Жан Паризо идараһы заманында төҙөлә. Ҡала уның хөрмәтенә атала. Ҡапҡаларҙы Валлеттаның күпселек нығытмаларын проектлаған Италия хәрби инженеры Лапарелли Джорджо Франческо мальтиялы ярҙамсыһы Кассар Джироламо менән проектлай. Төҙөлөш 1566 йылдың апрелендә башлана һәм 1569 йылға тамамлана[6]. Ҡапҡа дизайны буйынса ярайһы уҡ ябай була һәм стенала биҙәлмәгән бер тишек кенә була.

Ағас күпер тәүҙә Сан-Джорджо ҡапҡаһын канау аша ауыл ере менән бәйләй. Яҡынса 1582 йылда ағас күперҙе таштан төҙөлгәне алмаштыра. Күпер үҙе бер нисә тапҡыр үҙгәртелә, әммә уның таш нигеҙҙәре шул көйөнсә ҡала һәм әлеге күперҙе тотоп тороуын дауам итә[7].

Яҡынса 1586 йылда, бөйөк магистр Хьюза Лубенс де Вердаль идара иткән ваҡытта, ҡапҡа Reale Porta[8]. тип үҙгәртелә. XVI быуат аҙағында бәләкәй тышҡы ҡапҡалар төҙөлә, ә тәүге ҡапҡалар өҫтөндә Триумфаль арка һалына[9].

Икенсе ҡапҡа (1633—1853)[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

17-се быуаттағы күтәрмәле күпер. Икенсе ҡала ҡапҡаһы менән башлана тип уйлайҙар, хәҙер нығытмаларҙы интерпретациялау үҙәгенә ҡуйылған
1910 й. Ҡала ҡапҡаһына илтеүсе күпер

Икенсе ҡала ҡапҡаһы 1633 йылда бөйөк магистр Антуан де Паула идараһы заманында төҙөлә. Был ҡапҡалар Сан-Джорджо ҡапҡаһына ҡарағанда нығыраҡ биҙәлә һәм ике яҡтан үҙәк һәм бәләкәй аркаларҙан һәм ҡала диуары ситендә урынлашҡан тәрән ҡоро соҡор аша һалынған күтәрмәле ағас күперҙән торған[6].

Фекерҙе раҫлаусы бер ниндәй документаль дәлил булмаһа ла, йыш ҡына был ҡапҡаны мальтия архитекторы Дингли Томмазо исеме менән бәйләйҙәр[10].

1798—1800 йылдарҙа француз оккупацияһы ваҡытында Мальта ҡапҡаһы Porte Nationale тип үҙгәртелә[11]. Губернатор Мейтланд Томас тарафынан 1814 йылда 6-сы указ сығарыла. 1815 йылда ҡапҡағабритан гербы ҡуйыла. Был герб скульптор Димех Винченцо эше булын тора[12].

Ваҡыт уҙыу менән ҡапҡа үҙгәртелә, 18-се быуат аҙағына һәм 9-сы быуат башында башланғыс дизайнда булмаған ҡайһы бер үҙенсәлектәр барлыҡҡа килә. 1853 йылда ҡапҡа һүтелә, сөнки улар бик бәләкәй була һәм уны киңәйтергә тура килә[9].

17-се быуаттағы күтәрмәле күпер ҡалдыҡтары, уйлауҙарынса, Porta Realeла ҡуйыла, хәҙер ул нығытмаларҙың интерпретация үҙәгендә ҡуйылған[13].

Өсөнсө ҡапҡа (1853—1964)[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Өсөнсө ҡапҡа 1900 йылдар башында

1853 йылда төҙөлгән ҡапҡа Мальтала Британия хакимлығының көслө осоронда төҙөлә. Ул Porta Reale исеме менән билдәле (мальт. Putirjal, ингл. Kingsgate)[6][14].

Ҡапҡаны король инженеры полковник Томпсон проектланған ике бәләкәй һәм үҙәк арканан торған. Ҡапҡаның ике яғына ике һын ҡуйыла: Мальтаның беренсе бөйөк магистры Филиппа Вилье де Л’Иль-Адамға һәм ҡалаға нигеҙ һалыусы Валетта Жан Паризоға[15] 1892 йылдың 24 июлендә ҡапҡаның артҡы өлөшөндәге арка өҫтөнә Валлеттаны төҙөүгә ҙур финанс өлөш индергән папа Пия V бюсы ҡуйыла[16].

20-се быуат башына ҡапҡалар ҡалаға инеүсе кешеләрҙең инеп-сығыуы өсөн бик бәләкәй һаналған. Был мәсьәләне хәл итеү буйынса тәүге тәҡдимдәр 1920-се йылдарҙа эшләнә, һәм уларҙың ҡайһы берҙәре ҡапҡаны йөрөй торған асыҡ юл менән алмаштырыуҙы күҙ уңында тота. Өсөнсө ҡапҡаһы икенсе донъя һуғышы бомбардировкаһын кисерә, хәйер, 1942 йылдың апрелендә ҡалаға илткән күпер һауанан бомбардировка ваҡытында еңелсә зыян күрә. Был һөжүм иткән ваҡытында Л’Иль-Адам и де Валетта статуяһы юҡҡа сығарыла[17].

1892 йылда өсөнсө ҡапҡала урынлаштырылған папа Пия V бюсы, хәҙер яуым-төшөмлө майҙанда тора.

Король опера театрын һәм Валлеттаа инеү урынын реконструкциялау пландары 1950-се йылдарҙа эшләнә. Был проект премьер-министр Оливер Джордж Бор тарафынан 1962 йылда тергеҙелә. Ҡапҡаны ҙурыраҡҡа алмаштырыу проекты 1963 йылғы күргәҙмәлә иғлан ителә, һәм 1964 йылдың июнендә ҡапҡа һүтелә[18]. V Пия бюсы һүтеп алынғандан һуң һаҡлауға урынлаштырыла, һуңынан, 1993 йылда, Валеттаның урындағы советы кире ҡайтарта. 2005 йылда бюст Изге Яхъя сиркәүе һәм суд бинаһы эргәһендәге ҙур майҙанға күсерелә[16].

Дүртенсе ҡапҡа (1965—2011)[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бергонцола 2006 йылда ҡала ҡапҡаһы

Дүртенсе ҡала ҡапҡаһы 1964 йылдың дүртенсе июне һәм август айҙары араһында архитектор Бергонцо Альзиро проекты буйынса Италияның рационалистик стилендә төҙөлгән. Ҡапҡа ике бәләкәй уйымлы ҙур уйымлы һәм сикләнгән орнаментлы ябай конструкция була. Папа Пия V урамы (мальт. TriG Il-Papa Piju V) ҡапҡа буйлап үтә[19][20]. Улица папы Пия V (мальт. Triq il-Papa Piju V) проходила по верху ворот[21].

Ҡапҡа проектының бер өлөшө була, ләкин тулыһынса тамамланмай, проекттың бер өлөшө булған, атап әйткәндә, нәҡ Валлетта һәм Королевский опера театрына ингән урыны үҙгәртелмәй. Ваҡытында уны төҙөгән ваҡытта бәхәстәр тыуа, ҡапҡа тураһында фекерҙәр киң йәмәғәтселектә лә төрлө ҡараш була. 1965 йылдың мартында, ҡапҡа төҙөү эштәре барған саҡта, архитекторҙар палатаһы был проектты «архитектура уңышһыҙлығы» тип тәнҡитләй. Ҡапҡа файҙаһына аргументтар булып уның бастионға иң яҡшы күренеш асыуы, ә уның конструкцияһы ныҡлығы була[19].

Артабанғы ун йыллыҡтарҙа ла тәнҡит ҡапҡаға йүнәлтелә, йәмғиәтселектә алмаштырыу уйы барлыҡҡа килә. Италия архитекторы Пиано Ренцо тәүге тапҡыр 1988 йылда Валлеттаға инеү урынын үҙгәртеп ҡороу тураһында уйлай, әммә 1992 йылда был проект кисектерелә. 2008 йылда хөкүмәт ҡапҡаны алмаштырыу өсөн Пиано менән бәйләнеште тергеҙә[22]. Яңы пландар 2009 йылдың 27 июнендә иғлан ителә[23], ә ҡала ҡапҡаһы 2011 йылдың 2 һәм 5 май араһында һүтелә, әйткәндәй, унда премьер-министр Лоуренс Гонзи ҡатнаша[24]. Ҡала ҡапҡаһын һәм Азатлыҡ майҙанына яҡын ятҡан аркадаларҙы һүтеү, дөйөм алғанда, 1,39 миллион евроға төшә[21].

Бишенсе ҡапҡа (2014 йыл—хәҙерге ваҡыт)[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2013 йылда бишенсе ҡала ҡапҡаһытөҙөлә
«Prospettiva» арт-инсталляцияһының бер өлөшө, "Валлетта биш ҡала ҡапҡаһы төшөрөлгән

Бишенсе һәм хәҙерге ҡала ҡапҡаһы Пиано Ренцо проекты буйынса 2011 һәм 2014 йылдар араһында төҙөлә. Был ҡапҡалар алдағыларҙан ныҡ айырыла, сөнки ҙур таш блоктар менән биҙәлгән бастиондағы уйымдар тора. Дүртенсе ҡапҡа кеүек, ул да ҡалаға инеү урынын реконструкциялау буйынса проект сиктәрендә төҙөлә. Проект Король опера театры емереклектәрен асыҡ һауалағы театрға әйләндерә, Pjazza Teatru Rjal (мальт) һәм Азатлыҡ майҙанының бер өлөшөн биләгән яңы парламент йорто төҙөлә[25].

Яңы ҡала ҡапҡаһы, проекттың ҡалған өлөшө кеүек үк, бәхәсле була[26]. Был итальян рациональ архитектура миҫалдарының береһе булһа ла, Мальта халҡының күпселеге дүртенсе ҡапҡаны һүтеп алыуҙы хуплай[19]. Некоторые критики новых ворот предпочли более традиционную конструкцию, аналогичную третьим воротам[6]. Яңы ҡапҡаның ҡайһы бер тәнҡитселәре традицион конструкцияға, шул уҡ өсөнсө ҡапҡаға өҫтөнлөк бирә. Яңыһын боронғо Мысыр ғибәҙәтханаһы Эдфу менән сағыштыралар, ә тәнҡитселәр бастиондағы был майҙансыҡта уйымды хупламай[27][28].

Һүрәтләнеше[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2014 йылдың октябрендә Джироламо Кассара проспектында, автобус туҡталышынан алыҫ түгел урында Prospettiva исеме аҫтында художестволы инсталляция асыла. Инсталляция Валлеттаға ингән ерҙә торған һәм Бриффой Крис проектланған биш ҡапҡаның элементтарын үҙ эсенә ала. Инсталляция 2018 йылда Валлеттаны Европаның мәҙәни баш ҡалаһы сифатында һайлауға арнала[29].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Королевские Ворота Занавес-Валлетта. Национальный кадастр культурных ценностей мальтийских островов (28 июнь 2013). Архивировано 13 июль 2015 года.
  2. Продвинутая Канава-Валлетта. Национальный кадастр культурных ценностей мальтийских островов (28 июнь 2013). Архивировано 13 июль 2015 года.
  3. Вход в Валлетту - это радикальная подтяжка лица, Times of Malta (31 июль 2016).
  4. Цуккани-Орландини, Аттилио. Физическая, историческая и статистическая хорография Италии и ее островов (итал.). — presso gli editori, 1842. — С. 685.
  5. Серрачино, Джозеф. Стань культурным вместе с гаванью (16 декабрь 2017), стр. 23. 4 апрель 2020 тикшерелгән.
  6. 6,0 6,1 6,2 6,3 Клаффи, Адам Валлетта: Городские Ворота. Air Malta (14 февраль 2014). Дата обращения: 22 март 2015. Архивировано 2 апрель 2015 года.
  7. Остатки моста Порта-Сан-Джорджо/Porta Reale, Times of Malta (11 апрель 2009). 22 март 2015 тикшерелгән.
  8. Возрождение порта Реале в Валлетте, Times of Malta (1 ғинуар 2011). 22 март 2015 тикшерелгән.
  9. 9,0 9,1 О множестве прошлого городских ворот, The Malta Independent (11 ғинуар 2009). 22 март 2015 тикшерелгән.
  10. Шиавоне, Майкл Дж. Словарь мальтийских биографий A-F. — Пиета: Pubblikazzjonijiet Indipendenza, 2009. — С. 731. — ISBN 9789993291329.
  11. Где улицы имеют четыре названия, Times of Malta (1 июнь 2015).
  12. Эллул, Майкл Искусство и архитектура Мальты в начале девятнадцатого века (рус.) // Proceedings of History Week : журнал. — 1982. — С. 5, 17. Архивировано из первоисточника 22 апрель 2016.
  13. Ди Пуццио, Франческа Центр устного перевода фортификационных сооружений: обязательное посещение в Валлетте. Malta Inside Out (15 декабрь 2013). Архивировано 4 апрель 2016 года.
  14. Френдо, Генри Внутриевропейский колониальный национализм: пример Мальты: 1922-1927 годы (рус.) // Melita Historica (инг.)баш. : журнал. — Т. 11. — № 1. — С. 86. Архивировано из первоисточника 16 апрель 2016.
  15. Архивированная копия. Дата обращения: 4 апрель 2020. Архивировано 9 июль 2020 года.
  16. 16,0 16,1 История бюста, Times of Malta (7 октябрь 2006).
  17. Статуи гроссмейстеров у городских ворот (1), Times of Malta (25 июль 2009).
  18. Торжествующие ворота, Times of Malta (24 август 2008).
  19. 19,0 19,1 19,2 Мускат, Марк Джоффри. TФашистская интерлюдия и Стайл Литторио // Мальтийская архитектура 1900-1970 гг.: прогресс и инновации. — Валетта: Fondazzjoni Patrimonju Malti, 2016. — С. 57—63. — ISBN 9789990932065.
  20. Так, Конрад ПРОЕКТ ДЛЯ "CENTRO D'ITALIANITÀ" НА МАЛЬТЕ // Malta Historical Society (инг.)баш.. — Melita Historica (инг.)баш., 2011. — Т. XV. — № 4. — С. 445—447. — ISSN 1021-6952. Архивировано из первоисточника 17 декабрь 2016.
  21. 21,0 21,1 €1,39 млн на снос городских ворот, di-ve.com (27 ғинуар 2011). 4 август 2016 тикшерелгән.
  22. Ренцо Пиано воскрес городские ворота, Times of Malta (1 декабрь 2008).
  23. Раскрыто: новое лицо Валлетты, Times of Malta (27 июнь 2009).
  24. Городские ворота кусает пыль, Times of Malta (6 май 2011).
  25. Рикс, Джульет. Мальта и Гоцо. — Bradt Travel Guides (инг.)баш., 2015. — С. 118. — ISBN 9781784770259.
  26. Мальтийский гнев на планы по восстановлению Валлетта, The Telegraph (8 май 2010).
  27. Валлетте нужны арочные входные ворота, Times of Malta (10 декабрь 2009). 22 март 2015 тикшерелгән.
  28. Ворота должны вернуться, Times of Malta (27 июль 2009). 22 март 2015 тикшерелгән.
  29. Инсталляция Валлетта напоминает о городских воротах и прославляет город культуры, Times of Malta (6 октябрь 2014).