Ҡамышҡара
Уҡыу көйләүҙәре
Ҡамышҡара | ||||||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Фәнни классификация | ||||||||||||||||||
|
||||||||||||||||||
Латинса исеме | ||||||||||||||||||
Circus aeruginosus Linnaeus, 1758 | ||||||||||||||||||
Ареал | ||||||||||||||||||
Оя ҡороу урындары
Йыл әйләнәһенә йәшәйҙәр Ҡышлау урындары | ||||||||||||||||||
|
Халыҡ-ара Ҡыҙыл китап Ҙур хәүеф янамай IUCN 3.1 Least Concern : / 106003399 |
Ҡамышҡара (лат. Болотный лунь, лат. Circus aeruginosus)
Ҡылыҡһырлама
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡарғанан ҙурырраҡ. Осҡанда киң осло ҡанаттары, оҙон ғына ҡойроғо күҙгә салына. Ғәҙәттә һыу, ҡамыш өҫтәрендә түбәндән генә осоп йөрөй. Дөйөм төҫө ҡара көрән. Башы, һырты, кәүҙәһенең аҫ яғы һоро төҫтә, өҙөк- өҙөк буй ала һыҙаттар менән сыбарланған. Башҡа көйгәнәктәрҙән айырмалы яғы, ҡауырһындарында аҡ төҫ булмауы.
Тауышы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тауышы яүғырауыҡлы:"көйөөү-көйөөү-көйөөү"
Йәшәү рәүеше
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һаҙлы, һыуға яҡын болон һәм туғайҙарҙа йәшәй. Ваҡ һыу ҡоштары, тәлмәрйен, көшөлддәрҙе аулай. Күсмә ҡош. Киң генә таралған. Ояһы ерҙә була. 4-5 бөртөк йәшкелт аҡ йомортҡа һала. Күбәйеп китһәләр, һыу ҡоштарын ҡырып бер аҙ зыян килтерәләр.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Жизнь животных (ТТ. 1-7). – 2-е изд. – М., 1983-89.
- Э.Ф.Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары. Өфө-1986 й.180 бит.