Ҡандалагөл
Ҡандалагөл | ||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Фәнни классификация | ||||||||||||||
|
||||||||||||||
Латинса исеме | ||||||||||||||
Lepidium meyenii Walp., 1843 | ||||||||||||||
Синоним | ||||||||||||||
|
Ҡандалагөл — әүернә һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты.
Таралышы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Яҡынса 150 төрө билдәле, ер шарының арктик булмаған өлкәләрендә таралған. Башҡортостанда 5 төрө үҫә. Бер, ике йәки күп йыллыҡ үлән, бейеклеге 10—80 см.
Һыу ятҡылыҡтары ярҙарында, ҡалдауҙарҙа, ташландыҡ ерҙәрҙә, юл ситтәрендә, ҡоро далаларҙа үҫә. Сүп ҡандалагөлө республиканың бөтә биләмәһендә таралған, киң япраҡлы ҡандалагөл башлыса Башҡортостандың Урал алдында, итләс япраҡлы ҡандалагөл шулай уҡ. Хәйбулла районында, ҡуйы сәскәле ҡандалагөл һәм теҙмә ҡандалагөл Өфөлә, Өфө районында осрай.
Ботаник яҙма
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һабаҡтары төҙ, ябай йәки тарбаҡлы. Япраҡтары йомортҡа, ланцет йәки таҫма формаһында, бөтөн ситле йәки теленмә, сиратлы, ултырма йәки япраҡты яртылаш уратып алған. Сәскәләре аҡ йәки һары төҫтә, һирәк йәки ҡуйы тәлгәштәргә йыйылған. Май—августа сәскә ата. Емеше — пәрҙәле бәләкәй ҡуҙаҡ, июль—сентябрҙә өлгөрә.
Файҙаланылыуы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡандалагөл составында С, Е витаминдары, каротин, дуплаусы матдәләр, кумариндар, сапониндар, флавоноидтар һ.б. бар. Халыҡ медицинаһында ҡулланыла. Баллы, инсектицид ҡый үләне. Киң япраҡлы Ҡ. — ашарға яраҡлы үҫемлек. Культурала сәсеүлек Ҡ. йәки кресс‑салатты ҡулланалар.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- León, J. (1964) — The «Maca» (Lepidium meyenii), a little known food plant in Peru. — Econ. Bot. 18: 122—127 (инг.)
- Tello, J., M. Hermann & A. Calderón (1992) — La maca (Lepidium meyenii Walp.): cultivo alimenticio potencial para las zonas altoandinas. — Bol. Lima 81: 59-66 (исп.)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ҡандалагөл GRIN сайтында мәғлүмәт (инг.) Проверено 14 октября 2008 г.
- Мака перуанская на сайте USDA NRCS (инг.) Проверено 14 октября 2008 г.