Ҡансаҡ (һырт)
Ҡансаҡ | |
54°10′31″ с. ш. 57°11′48″ в. д.HGЯO | |
Ил | ![]() |
Регион | Башҡортостан |
Тау системаһы | Урал тауҙары |
Оҙонлоғо | 20 км |
Киңлеге | 8 км |
Иң юғары нөктәһе | Аҡҡыр тауҙары |
Юғары нөктәһе | 726 м |
Ҡансаҡ — Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы һырт.
Ишембай һәм Мәләүез райондары буйлап Үрек һәм Нөгөш йылғалары киңлек ағымы араһында меридиональ йүнәлештә һуҙылған. Оҙонлоғо 20 км, төньяҡ өлөшөнөң киңлеге 8 км яҡын, үҙәк — 6 км, көньяҡ — 7 км тирәһе. Абсолют бейеклеге 726 м (Аҡҡыр тауы), 15‑кә яҡын түбәһе (Аҡҡолаҡ, Олотау һ.б.) айырыла.
Кәмбрәк һәм Тылғыҫҡа[ йылғалары (Үрек ҡушылдығы) үҙәндәре менән һырт 3 өлөшкә бүленгән: төньяҡ, үҙәк һәм көньяҡ. Битләүҙәре һөҙәк. Көнсығыш итәге күп һанлы һыҙалар һәм уйпатлыҡтар менән йырғыланған.
Көньяҡ өлөшөндә таш һибелмәләре осрай. Девон эзбизташтарынан һәм доломиттарынан тора. Тау битләүҙәрендә Икебаш йылғаһы,Кәшәлә йылғаһы (Нөгөш ҡушылдыҡтары) уң ҡушылдыҡтары, Тылғыҫҡан йылғаһы һ.б. башлана.
Ландшафтары тау һоро урман тупрағындағы киң япраҡлы урмандарҙан тора.
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Журнал Литосфера, 2007, № 6, с. 93-110 Брахиоподные комплексы из пограничных франко-фаменских отложений южноуральских разрезов «Большая Барма» и «Аккыр».
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- http://quist.pro/books/ural_10.k.3.php
- http://башкирская-энциклопедия.рф/index.php/read/8-statya/7963-ansa-yrt
![]() |
Был Башҡортостан географияһы буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |