Ҡарабай (йыр)
«Ҡарабай» | |
Йыр | |
---|---|
Жанр | |
Башҡарыу теле | |
Авторы |
халыҡ |
Ҡарабай — башҡорт халыҡ йыры. Ҡыҫҡа көй.
... Әллиләү генәйем,
Бәллиләү генәйем.
Әсмәбикә тыпыр-тыпыр
Баҫып килә генәйем.
Иртә лә кил, кис тә кил,
Тәҙерәмде сирт тә, кил.
Сиртеүеңдән танырмын да,
Ҡаршы сығып алырмын.
* Ошо һүҙҙәр бер нисә тапҡыр ҡабатланып йырлана.
«Ҡарабай» йырының тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Ҡарабай» башҡорт халыҡ йырын тәүләп 1934 йылда Солтан Хәсән (Солтанәхәт Хәсәнғата) улы Ғәбәши яҙып алған. Хөсәйен Фәйзулла улы Әхмәтов менән Лев Лебединскийҙың 1954 йылғы «Башҡорт халыҡ йырҙары» йыйынтығында тәүге тапҡыр баҫылып сыҡҡан (Хөсәйен Әхмәтов яҙып алған вариант). Композиторҙар Ф. Х. Камаев, А. С. Ключарёв, Л. Н. Лебединский, К. Й.Рәхимов һ. б. «Ҡарабай» йырының башҡа варианттарын яҙып алған.
«Ҡарабай» йыры тураһында
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡорт халыҡ йолаларын үтәгәндә ярашлы йыш башҡарылған йәнле, шаян таҡмаҡ. «Ҡарабай» бейеүе лә башҡорттар яратып башҡарған бейеүҙәрҙең береһе. Режиссер Әмир Абдразаҡов төшөргән «Туй» фильмында ҡунаҡтар ошо көйгә бейей. Ф.Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле композицияларында ла «Ҡарабай» көйө урын алған.
Башҡортостан дәүләт филармонияһының «Йәдкәр» башҡорт фольклор ансамбле оҙаҡ йылдар уны яратып башҡара. Лидия Нагаева үҙенең «Башҡорт халыҡ хореографияһы» китабында «Ҡарабай» көйөнә башҡорт халыҡ бейеүе хәрәкәттәрен теркәп ҡуйған[1] (52-се бит).
«Ҡарабай» йырын композиторҙар Хөсәйен Әхмәтов, Рөстәм Сабитов тауыш һәм фортепиано өсөн, Е. Н. Земцов,Камил Рәхимов хор өсөн эшкәрткән.
«Ҡарабай»ҙы үҙ репертуарына индергән хәҙерге заман музыкант һәм йырсылары: Заһир Зәйнетдин (Zainetdin), Әлиә Исҡужина, Ren Stark.
"Ҡарабай"темаһына С. А. Низаметдинов баян өсөн, В. Н. Клепинин фортепиано өсөн вариациялар яҙған.
Йырҙың көй структураһына периодлыҡ һәм квадратлыҡ хас.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Ҡарабай» йыры яңғырай 2019 йыл 21 июнь архивланған.
Ҡарабай — Киреев Олег, джазовый ансамбль «Орлан» (Музыка: Музыка народная / Слова: Слова народные)
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Ҡарабай» йыры тураһында 2019 йыл 21 июнь архивланған.
- «Ҡарабай» йыры
- Ҡарабай йырының көйө
- Ҡарабай йырын тыңлау 2019 йыл 21 июнь архивланған.
- Зәйнетдин, Әлиә Исҡужина, Рен Старк. «Ҡарабай»