Ҡарабаш килейек
Уҡыу көйләүҙәре
Ҡарабаш килейек | ||||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Фәнни классификация | ||||||||||||||||
|
||||||||||||||||
Латинса исеме | ||||||||||||||||
Sylvia atricapilla (Linnaeus, 1758) | ||||||||||||||||
|


Халыҡ-ара Ҡыҙыл китап ![]() IUCN 3.1 Least Concern : / 148817 |
Ҡарабаш килейек (рус. черноголовая славка, лат. Sylvia atricapilla)— турғай һымактар отрядендәге ҡошсоҡ.
Ҡылыҡһырлама
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Турғай ҙурлыҡ. Ағас ботаҡтарында һәм ҡыуаҡтарҙа һикергеләп йөрөүсе теремек ҡош. Дөйөм төҫө һорғолт көрән. Ата ҡоштоң түбәһе ҡара, инәһенең түбәһе ерәнһыу көрән. Башҡа килейектәрҙән башындағы ҡара табы ме¬нән айырыла.
Тауышы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тауышы киҫкен генә: «тек-тек». һайрауы яңғырауыҡлы һәм матур һыҙғырыуҙан, сырҡылдауҙан тора.
Йәшәү рәүеше
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Япраҡлы һәм аралаш урмандарҙа, ауыл, ҡалалағы ағастарҙа йәшәй. Бөжәктәр менән туҡлана. Күсмә ҡош. Киң генә таралған. Ҡыуаҡта, ҡайһы ваҡыт ағаста оялай. Ҡара-көрән таплы 4—5 бөртөк һорғолт аҡ йомортҡаһы була. Зарарлы бөжәктәрҙе ҡырып, файҙа килтерә.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Э.Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары китабы. Өфө,1986 йыл. ИБ №3478 28.693.35 И 90
- Остапенко В. А. Птицы в вашем доме: Справочное пособие. — М.: Арнадия, 1996. - ISBN 5-88666-011-9