Ҡара Уба (Силәбе өлкәһе)
Ҡара Уба | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Катенинское сельское поселение[d][1] |
Халыҡ һаны |
204 кеше (2002)[2], 143 кеше (2010)[3] |
Почта индексы | 457218 |
Ҡара Уба— (рус. Караоба) - Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһе Варна районы ҡасабаһы. Катенино ауыл биләмәһе составына инә.
Географияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Райондың үҙәк өлөшөндә, Ҡараталаят йылғаһының һул ярында урынлашҡан. Катенино ауыл биләмәһе үҙәгенә тиклем (Катенино а.) — 12 км, район үҙәге Варна ауылына тиклем аралыҡ — 33 км. Күрше тораҡ пункттар араһында грунтлы йәки шоссе юлдары һалынған[4].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡара Уба ауылы Варна районына инә. Билдәле булыуынса, был төбәк Силәбе өлкәһенең көньяғындағы башҡа биләмәләр кеүек үк, казактар килеп урынлашҡан нығытмалар төбәге булараҡ билдәле. XIX быуат уртаһында бында ғәскәри казак постары урынлашҡан булған. Тәүҙә уларҙың исемдәре булмай, номерҙар менән генә аталалар, 1843 йылда улар Ырымбур казак ғәскәре еңеүҙәре хөрмәтенә яңы исемдәр бирелә. Варна үҙе Болгар крепосын яулап алыу айҡанлы исем алған. Катенино Ҡараталаят йылғаһының һул ярында урынлашҡан. Ауылға XIX быуаттың икенсе яртыһында Ырымбур өлкәһе, Николаевка ауылынан казактар нигеҙ һалған булған.1857 йылда был казак ауылы исеме Ырымбур генерал-губернаторы Александр Андреевич Катенин хөрмәтенә Катенино тип үҙгәртелгән [5].
Ҡара Убаға 1910 йылда Катенино ауылынан күсенгән халыҡ нигеҙ һалған. Был ауылға өҫтәмә ер киҫеме биргән булғандар (1202 дис. 960 саж2). Йәғни, Ҡара Уба ошо ауылдың ҡушығы булып сыға.
1930-сы йылдарҙа Ҡара Убала малсылыҡ фермаһы ойошторола, ул 1945 йылда «Покровский» совхозына бирелә. 1970 йылда «Кулевчинский» совхозы ойошторола, хәҙер ул «Заречье» ЯСЙ-ы бүлексәһе[4].
Тәбиғәте
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рельефы — Урал аръяғы пенепленына ингән ярымтигеҙлек; иң яҡын ҡалҡыулыҡтар — 258 һәм 261 м бейеклектә. Ландшафы — ҡылғанлы һәм төрлө үләнле дала, яр буйҙарында ҡайын, уҫаҡ үҫә [4]. Урал аръяғы пенепленының көнсығыш сиге ошо төбәк аша Ҡаҙағстан яғына китә [6]
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Халыҡ иҫәбе | |
---|---|
2002[7] | 2010[8] |
204 | ↘143 |
(1970—360, 1983—248,1995 −251)
Урамдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Яр буйы урамы
- Яңы урам
- Эшсе тыҡрығы
- Мәктәп урамы
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Топоним урыҫ теленә башҡорт телендәге "ҡара" [9] - һәм "уба" [10] һүҙҙәренән яһалған топонимдан күскән. Был төбәктә ҡара талдар үҫкән һәм ошо яҡта аҡҡан йылғаға ла ҡара таллы аят - Ҡараталаят исеме бирелгән.
Был төбәккә күсенгән ҡаҙаҡтар иһә этимологияны "яңғыҙ" тигән мәғәнә менән бәйләй, сөнки улар шундай яңғыҙ торған ҡалҡыулыҡтарҙы "ҡара уба" тип атай. Был хаҡта Силәбе топонимисы Шувалов Николай Иванович үҙенең "От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь" тигән һүҙлегендә яҙа [11][12]
Инфраструктураһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ООО «Заречье»
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ ОКТМО (урыҫ)
- ↑ Численность населения Челябинской области по данным Всероссийской переписи населения 2002 года (урыҫ)
- ↑ Тома официальной публикации итогов Всероссийской переписи населения 2010 года по Челябинской области. Том 1. «Численность и размещение населения Челябинской области». Таблица 11 (урыҫ)
- ↑ 4,0 4,1 4,2 Караоба//Официальный сайт администрации Варненского муниципального района Челябинской области
- ↑ Варненский муниципальный район//Офиц. сайт Правительства Челябинской области 2020 йыл 26 сентябрь архивланған.
- ↑ Зауральский пенеплен //Энциклопедия Челябинской области.
- ↑ Численность населения Челябинской области по данным Всероссийской переписи населения 2002 года . Дата обращения: 13 февраль 2016. Архивировано 13 февраль 2016 года.
- ↑ Тома официальной публикации итогов Всероссийской переписи населения 2010 года по Челябинской области. Том 1. «Численность и размещение населения Челябинской области». Таблица 11 . Челябинскстат. Дата обращения: 13 февраль 2014. Архивировано 13 февраль 2014 года.
- ↑ Ҡара//Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. - Мәскәү, 1993. - 1-се том, 635-се бит
- ↑ Уба//Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. - Мәскәү, 1993. - 2-се том, 456-сы бит
- ↑ Караоба// От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
- ↑ От Парижа до Берлина по карте Челябинской области
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. - Мәскәү, 1993. -1-се, 2-се томдар
- Н.И. Шувалов. От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7