Ҡара күбәләк
| Ҡара күбәләк | |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
| | |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
| Фәнни классификация | |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
|
арауыҡтағы ранг
| |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
| Халыҡ-ара фәнни исеме | |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
| |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Ҡара күбәләк [1][2] (лат. Nymphalis antiopa) — күбәләктәр отрядының күп төҫлө күбәләктәр ғаиләһенә ҡараған бөжәк.
Төньяҡ ярымшарҙың уртаса киңлектәрендә таралған.
Ҡылыҡһырлама
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡанатының ҡоласы 70—90 мм, ата күбәләктеке ҡарағусҡыл көрән, инә күбәләктеке асыҡ көрән төҫтә, киң асыҡ һары (ҡышлаған күбәләктәрҙә — аҡ) ҡаймалы, күк һәм ике эре һарғылт аҡ төҫтәге таплы. Йомортҡалары ҡыҙғылт һары, һуңыраҡ ҡыҙғылт көрән төҫтә, мал аҙығы үҫемлектәренең ботаҡтарына һала. Ҡарышлауыҡтары ҡара төҫтә, арҡаһында ваҡ һары төрткөләр һәм ҡыҙыл таптар бар, тармаҡлы энә һымаҡ үҫентеләр менән ҡапланған.
Үрсеүе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Үҫемлектәрҙә(йәки улар янында), ҡаяларҙа һәм ҡаралтыларҙа ҡурсаҡлана. Ҡурсаҡтары 3 см тиклем оҙонлоҡта, һорғолт йәки ҡыҙғылт һары төҫтә, башында һәм ҡорһағында оҙон һәм осло теш һымаҡ үҫентеләр бар. Башҡортостан Республикаһы шарттарында 1 йыл эсендә 1 быуын үҫә. Күбәләктәр ҡышлай, иртә яҙҙан йәй башына тиклем оса. Имагоның яңы быуынының осоуы июль—сентябрҙә күҙәтелә.
Туҡланыуы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Көндөҙ әүҙем. Оло бөжәктәр — сәскәле үҫемлектәрҙең нектары һәм ағас олондарынан ағып сыҡҡан һут, ҡарышлауыҡтар ҡайын, тал һ.б. япраҡтары менән туҡлана.
Йәшәйеше
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Аҡланда, болонда, урман ситендә, йылға ярында, юл ситендә һ.б. тереклек итә. Ҡара күбәләктәр — сәскәле үҫемлектәрҙе һеркәләндереүсе, урман культуралары ҡоротҡосо.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Стриганова Б. Р., Захаров А. А. Пятиязычный словарь названий животных: Насекомые (латинский-русский-английский-немецкий-французский) / Под ред. д-ра биол. наук, проф. Б. Р. Стригановой. — М.: РУССО, 2000. — С. 270. — 1060 экз. — ISBN 5-88721-162-8.
- ↑ Ҡалып:Книга:Булавоусые чешуекрылые Средней Азии
Ҡара күбәләк // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Стриганова Б. Р., Захаров А. А. Пятиязычный словарь названий животных: Насекомые (латинский-русский-английский-немецкий-французский) / Под ред. д-ра биол. наук, проф. Б. Р. Стригановой. — М.: РУССО, 2000. — С. 270. — 1060 экз. — ISBN 5-88721-162-8..
- Ҡалып:Книга:Булавоусые чешуекрылые Средней Азии.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Русская природа. Траурница — Nymphalis antiopa (недоступная ссылка — история)
- Траурница (Nymphalis antiopa) 2014 йыл 26 апрель архивланған.
- Траурница, или Нимфа Антиопа Nymphalis antiopa (Linnaeus, 1758)
- Nymphalis antiopa (Linnaeus, 1758) — Траурница, или Нимфа Антиопа 2007 йыл 28 сентябрь архивланған.