Эстәлеккә күсергә

Ҡара сәй

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡара сәй

Ҡара сәй
Төрө:

Ҡара сәй

Башҡа исемдәре:

ҡыҙыл сәй

 Ҡара сәй Викимилектә

Ҡара сәй — ике аҙнанан алып бер ай буйы тулыһынса ферментация (әсеү, тарҡалыу) үткән сәй япрағынан әҙерләнгән эсемлек төрө.

Европала ла, Рәсәйҙә лә, иң яратып эселгән сәй төрө.

«Ҡара сәй» тип уны Европала атай башлайҙар. Ҡытайҙа шул уҡ сәй «Ҡыҙыл сәй» тип атала. Ә «Ҡара сәй» тип ҡытай халҡында «пуэр» эсемлеген атайҙар.[1]

Ҡара сәй эре һәм ваҡ япраҡлы (байховый), бөртөклө (гранулалы), пакетлы һәм плиткалы була. Төрлө хуш еҫ һеңдерелгән (мәҫәлән. Бергамот майы («Эрл Грей»), бөтнөк, лимон, еләк еҫе) ҡара сәйҙәр ҙә була.

Ҡара сәйҙең ҡырҡыу тәме булмай. Сәй эсемлеге ҡыҙғылт-һары йәки ҡыҙыл төҫтә була. Сәй эсемлеге организмға төрлөсә тәъҫир итә — бер юлы тонусты күтәрә һәм тынысландыра ла. Ҡан әйләнешен көйләй, баш мейеһе эшмәкәрлеген яҡшырта, күңелде күтәрә, һыуһынды ҡандыра, һалҡында тәнде йылыта.

Ғәҙәттә сәйҙе шул көйө генә йәки шәкәр, лимон, һөт йәки һөт өҫтө ҡушып бирәләр. Йыш ҡына десертҡа ҡушып ҡулланалар.

Киң таралған ҡара сәй төрҙөре: Кимун, Юньнань, ассам сәйе, цейлон сәйе, Эрл Грей, Лапсанг Сушонг.

Йыш ҡына ҡара сәйҙәр рәтенә Дарджилинг (сәй) сәйен индерәләр, әммә был сәй тулыһынса ферментланмаған.

Ҡыҙыл сәйҙәр европалыларҙа ҙур билдәлелек яулаған. Сөнки был сәй төрө бик ныҡ үҙгәртелмәгән һәм транспортлау ваҡытында боҙолмаған.

Тап ошо сәй төрөн европалылар (айырып әйткәндә, инглиздәр), сәй сығанағы булараҡ Ҡытайҙы юғалтҡас, үҙҙәренең колонияларында үҫтерә башлайҙар.