Эстәлеккә күсергә

Ҡара сәпсәү

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡара сәпсәү
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Tringa ochropus Linnaeus, 1758

Һаҡлау статусы
en:Least Concern
Ҙур хәүеф янамай
IUCN 3.1 Least Concern : 144005

Викитөркөмдә
Систематика

Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
ITIS  176632
NCBI  261960
EOL  1049450
Tringa ochropus

Ҡара сэпсәү, ҙурлығы сыйырсыҡтай (черныш) (лат. Tringa ochropus)

Ҡылыҡһырлама

Яңғыҙ ҙа, күмәкләшеп тә йөрөйҙәр, һирәкләп ағасҡа ла ҡуна. Башы, муйыны һарғылт һоро, түше ҡара сыбарлы. Арҡаһы һәм ҡанаттары ваҡ ҡына һары төртөклө ҡара. Кәүҙәһенең аҫҡы өлөшө, ҡойроҡ аҫты аҡ. Ҡойроғоноң осонда арҡыры ҡара һыҙыҡтар бар. Тебеттән ҡара ҡанаттары һәм ҡойроҡ өҫтө аҡ булыуы менән айырыла.

Тауышы

Яңғырауыҡлы һыҙғыра: «тйүүй-тйүүй» йәки «тйүй-титиит-тңүй».

Йәшәү рәүеше

Шарлыҡтарҙа, һаҙлыҡтарҙа, йылға буйҙарында йәшәй. Төрлө бөжәктәр менән туҡлана. Күомә ҡош. Киң генә таралған. Ағасҡа оялай. Күберәк башҡа ҡоштарҙың иҫке ояларынан файҙалана. Көрән таплы 4 бөртөк һарғылт һоро йомортҡаһы була.