Ҡара ҡарға
Ҡара ҡарға | ||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Фәнни классификация | ||||||||||||||
|
||||||||||||||
Латинса исеме | ||||||||||||||
Corvus frugilegus Linnaeus, 1758 |
||||||||||||||
Ареал | ||||||||||||||
|
Халыҡ-ара Ҡыҙыл китап ![]() IUCN 3.1 Least Concern : / 146656 |

Ҡара ҡарға
Ҡылыҡһырлама[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ала ҡарғалай. Ғәҙәттә күмәкләшеп йәшәйҙәр. Дөйөм төҫө күкһел ҡара. Оло ҡоштоң суҡышы тирәһе яланғас, бысраҡ аҡ төҫтә. Суҡышы йыуан һәм ҙур. Ала ҡарғанан бөтә кәүҙәһенең ҡара төҫтә булыуы менән айырыла.Ҡарлыҡҡан тауышлы: «ҡрра — ҡрра»
Тереклек итеүе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Һирәк ағаслы урман, ҡәлә һәм ауыл эргәһендәге ағаслыҡтарҙа йәшәйҙәр. Ояһы ағас баштарында була. Зарарлы бөжәктәрҙе ҡырып, файҙа килтерә, яҙғыһын яңы шытып сыҡҡан иген һәм йәшелсәләрҙе йолҡоп, бер аҙ зыян килтерә.
Туҡланыуы һәм үрсеүе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Төрлә бөжәктәр, сиңерткә,ямғыр селәүсене, үлән үҫентеләре менән туҡлана. Бик киң таралған ҡош. Ояһын ваҡ сыбыҡсаларҙан үреп яһай. Көрән таплы йәшкелт зәңгәр 5-6 йомортҡаһы була.

C. f. frugilegus:
асыҡ һары ҡыҙыл — күсмә ҡоштарҙың оялауҙары. Уҡтар менән ҡышлау урындары күрһәтелгән;
йәшел — ултыраҡ һәм күсмә ҡоштар;
ҡара зәңгәр — күсмә һәм ултыраҡ ҡоштарҙың ҡышлау урындары;
күк — ҡышлау урындары.
C. f. pastinator:
тоноҡ-һары ҡыҙыл — оялау;
зәңгәр — ҡышлау урындары.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Э. Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары. — Өфө, 1986. — 67-се бит
- Фадеева Е. О. Экология грача (Corvus frugilegus L.) в антропогенных ландшафтах Окско-Донского междуречья. — М.: Товарищество науч. изд. КМК, 2007. — 199 с.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Позвоночные животные России: Грач 2015 йылдың 24 сентябрь көнөндә архивланған.
- Грачи понимают физику на уровне шестимесячного младенца