Эстәлеккә күсергә

Ҡарт ат Зина (повесть)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡарт ат Зина
Жанр

повесть

Автор

Алексей Абрамович Коркищенко

Төп нөхсә теле

урыҫ

Ижат ителгән ваҡыты

1973

Тәүге тапғып нәшер ителгән

1973, Дондағы Ростов: Ростиздат.

«Ҡарт ат Зина» — повесть. Авторы — урыҫ совет яҙыусыһы, сценарист һәм журналист Алексей Коркищенко. Ул — Рәсәй Федерацияһының Яҙыусылар союзы ағзаһы, Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, «Творчество Дона» һәм «60 лет Победы в Великой Отечественной войне 1941—1945 гг.» ижади конкурстарының лауреаты һәм дипломанты.

«Ҡарт ат Зина» балаларға арнап яҙылған повесть. Балаларҙың дуҫлығы һәм дошманлығы, әхләҡи эҙләнеүҙәре хәҙерге замандың бишенсе синыф уҡыусыларына бик яҡын.

Алексей Коркищенко повесындағы ваҡиғалар дон утарҙарының береһендә һуғыштан һуңғы тәүге ун йыллыҡтың аҙағында бара. Яҙыусы атаһыҙ үҫкән ауыл балаларының һуғыштан һуңғы ауыр шарттарҙағы тормошон, Троша (тулы исеме Трофим)исемле малайҙың кире холҡло бейә Зина менән дуҫлашыуын, Зинаның биографияһын белеүен, атты ҡарай башлауын һәм дуҫтары менән тағы ла бик күп яҡшы эштәр эшләүен тасуирлай.

Повесть геройҙары үҙҙәренең Зинаға ҡарашы аша асыла. Бер яҡта ун бер йәшлек Троша, уның синыфташы Устя, ҡыҙыҡайҙың оләсәһе — Екатерина Ивановна, Павлина апай, бригадир Михаил Иванович һәм бик кп ябай һәм мәрхәмәтле ауыл хеҙмәтсәндәре һүрәтләнһә, икенсе яҡта уларға колхозда ябай колхозсынан башлап колхоз рәйесенә тиклем вазифаларҙы үтәгән, тик бер урында ла оҙаҡ эшләй алмаған ҡаты бәғерле һәм тәкәббер Гашилов һәм бәләкәй балаларҙы, хайуандарҙы яфалаусы, бар донъяға үсле Колька Ханыга ҡаршы тора. Утар кешеләре өмөтһөҙ тип һанаған Ханыга менән ҡарт аттың яҙмышы нисек буласағы бары тик китаптың аҙағында ғына билдәле була.

1974 йылда Алексей Абрамович Коркищенконың «Старая лошадь Зина» повесы буйынса төшөрөлгән «Роса» тигән фильм экрандарға сыға.

  • Край родной: Хрестоматия. Сост. Небратенко В. Б., Яцык В. Д. — М.: «БАО-ПРЕСС»; Ростов н/Д: "Издательство БАРО-ПРЕСС, 2003. — 368 с. ISBN 5-89886-074-6
  • Писатели Дона: Библиографический указатель. — Изд. 2-е, испр. и доп. — Ростов н/Д: Кн. изд-во, 1986. — 416 с.
  • Дон литературный. Писатели России. Шолоховский край. XIX—XXI вв.:справ. изд., Сост. Губанов Г. — Ростов н/Д, 2006. — 512 с. ISBN 5-481-00623-5