Эстәлеккә күсергә

Ҡатнашыусы:Рөстәм Нурыев/Ғатауллин Шакирйән Нурыйәхмәт улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Шакирйән Нурыйәхмәт улы
Ғатауллин
Тыуған көнө

21 август 1936({{padleft:1936|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:21|2|0}})

Тыуған урыны

Ләмәҙтамаҡ ауыл, Мәсетле районы, Башҡорт АССР-ы

Вафат булған көнө

16 декабрь 2002({{padleft:2002|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:16|2|0}}) (66 йәш)

Гражданлығы

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Наградалары һәм премиялары
Медаль «Ветеран труда»
Медаль «Ветеран труда»

Ғатауллин Шакирйән Нурыйәхмәт улы, Шакир абый, уҡытыусы, саңғы һәм еңел атлетика спорты буйынса тренер, 1936 йылдың 21 авгусында Башҡорт АССР-ы Мәсетле районы Ләмәҙтамаҡ ауылында тыуған. 2002 йылдың 16 декаберендә шул уҡ ауылда үлгән.

Тормош һәм хеҙмәт юлы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • 1944—1955 йылдар Ләмәҙтамаҡ урта мәктәбендә уҡый һәм тамамлай;
  • 1955—1958 йылдар Әрме хеҙмәтен үтәй;
  • 1959 йыл Ләмәҙтамаҡ урта мәктәбендә хужалыҡ эштәрен алып барыусы;
  • 1959—1961 йылдар Башҡорт республика физик мәҙәниәт техникумында уҡый һәм тамамлай, физик тәрбиә уҡытыусыһы;
  • 1961—1969 йылдар Ләмәҙтамаҡ урта мәктәбендә физик тәрбиә уҡытыусыһы;
  • 1969 йыл Мәсетле район советы башҡарма комитетының физик мәҙәниәт һәм спорт комитеты рәйесе;
  • 1969—1972 йылдар Ләмәҙтамаҡ урта мәктәбендә физик тәрбиә уҡытыусыһы;
  • 1972 йыл Мәсетле районы Октябрьск һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә физик тәрбиә уҡытыусыһы;
  • 1972—1996 йылдар Ләмәҙтамаҡ урта мәктәбендә физик тәрбиә уҡытыусыһы.

Тормош иптәше һәм балалары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тормош иптәше Любовь Рамазан ҡыҙы менән өс бала тәрбиәләп үҫтергәндәр. Балалары, туғандары, ата — бабалары тураһында мәғлүмәттәрҙе шәжәрә аша ҡарай алаһығыҙ.

Хөкүмәт һәм йәмәғәт бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • 1966 — Башҡорт АССР-ы Мәғариф министрествоһы һәм мәғариф, юғары мәктәп, фәнни учреждениелар эшселәре профсоюзы Башҡортостан Өлкә комитетының Почет Грамотаһы;
  • 1967 — Почетная Грамота Центрального Совета Добровольного Спортивного Общества «Урожай»;
  • 1980 — «Отличник народного просвещения»;
  • 1997 — «Хеҙмәт ветераны» миҙалы.

Уҡысыларының хәтирәләре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]