Эстәлеккә күсергә

Ҡатын-ҡыҙҙар педагогия институты

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡатын-ҡыҙҙар педагогия институты
Нигеҙләү датаһы 1903
Рәсем
Етәксе Сергей Фёдорович Платонов[d][1]
Дәүләт  Рәсәй империяһы
Административ-территориаль берәмек Санкт-Петербург
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 1918
Ойошма хеҙмәткәрҙәре категорияһы Категория:Преподаватели женского педагогического института[d]
Карта

Ҡатын-ҡыҙҙар педагогия институты (1903-1918) — рус. Женский педагогический институт - Рәсәй империяһы Санкт-Петербург ҡалаһындағы юғары уҡыу йорто.

Институт 1903 йылдың 23 июнендә Рәсәйҙең батшабикә Мария ведомствоһы учреждениелары системаһындағы Санкт-Петербург ҡатын-ҡыҙҙар гимназиялары ҡарамағындағы педагогик курстар[2] нигеҙендә ойошторолған. Институттың беренсе директоры С. Ф. Платонов була. Яңы булдырылған Ҡатын-ҡыҙҙар педагогия институтына (Рәсәйҙә беренсе ҡатын-ҡыҙ педагогик уҡыу йорто) етәкселек итеп, ул уҡыу йортон өлгөлө хәлгә еткерә[3].

Институт итеп курстарҙы үҙгәртеп ҡороу идеяһын инспектор А. Н. Страннолюбский тәҡдим иткән. Институт программаһын булдырыуға тос өлөш индергән А. Е. Пресняков "хәҙерге курстар — «маргарин» (йәғни, тулы сифатлы түгел) учреждение, ә беҙ махсус типтағы юғары мәктәп төҙөргә теләйбеҙ " тип яҙа (1898).

Институттың маҡсаты — ҡатын-ҡыҙ уҡыу йорттарының бөтә синыфтары өсөн уҡытыусылар әҙерләү булып тора. Институт батшабикә Мария ведомствоһы учреждениелары системаһын ҡарамағында була. Уҡыусылар институтта уҡығанда практик күнегеүҙәр алһын өсөн уның янында башланғыс мәктәп һәм балалар баҡсаһы менән ҡатын-ҡыҙҙар гимназияһы була.

Институт 2 бүлеккә бүленә: тел ғилеме-тарих һәм физика-математика, һәр береһендә 4 йыллыҡ курс. Тәүге 2 йыл теоретик дәрестәргә бағышлана, ә 3 йылдан практик педагогик һабаҡтар биреү башлана. Институтта уҡытылған фәндәр: Закон Божий, философия фәндәре, педагогика, тел ғилеме-тарих, физика-математика, тәбиғи-тарихи фәндәр һәм сит телдәр.

Уҡытыусылары араһында С. Ф. Платонов (тәүге директор), С. П. Глазенап, П. Ф. Каптерев, А. Е. Пресняков, П. Н. Сакулин, М. Р. Фасмер, Ю. М. Шокальский була[4].

Институтҡа урта белем алған 16 йәштән олораҡ ҡыҙҙар ҡабул ителә. Курс тыңлаусылары күсеү имтихандарына дусар ителмәгән, ә конференция яҙмалары буйынса күсерелгән; аҙаҡҡы һынауҙар һәр предмет буйынса уның тамамланған курсында башҡарылған.

1905 йылдың 1 ғинуарына ҡарата институтта 300-ҙән ашыу кеше белем ала[5]

1918 йылда институт 1-се Петроград дәүләт педагогия институтыы итеп үҙгәртелә , ул 1922 йылда А. И. Герцен исемендәге Рәсәй дәүләт педагогия университеты менән берләштерелә[6].

  1. «Тюремная автобиография» Николая Александровича Максимова, The “Prison Autobiography” by Nikolay Alexandrovich Maximov (урыҫ) // Историко-биологические исследования — 2016. — Т. 8, вып. 4. — С. 69—89. — ISSN 2076-8176; 2500-1221
  2. Педагогические курсы при спб. женских гимназиях // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  3. Брачев B. C. Сергей Федорович Платонов // Отечественная история. — 1993. — № 1
  4. Женский педагогический институт
  5. Груздева Елена Николаевна, Колосова Екатерина Матвеевна. Женский педагогический институт на рубеже эпох (1913—1917)
  6. Женский педагогический институт // Историко-культурный интернет-портал «Энциклопедия Санкт-Петербурга». 2017 йыл 1 июнь архивланған.