Ҡобәди Биһмән

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡобәди Биһмән
фарс. بهمن قبادی
Зат ир-ат[1][2]
Рәсем
Гражданлыҡ  Иран
Тыуған көнө 1 февраль 1969({{padleft:1969|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})[3][4][5] (55 йәш)
Тыуған урыны Бане[d], Курдистан[d], Иран
Һөнәр төрө кинорежиссёр, актёр, сценарий яҙыусы, кино актёры, фотограф, режиссёр, кинопродюсер
Эшмәкәрлек төрө имлә, кинорежиссура[d][6], кинопроизводство[d][6], актёрлыҡ оҫталығы[d][6] һәм киносценарий[d][6]
Уҡыу йорто University of Islamic Republic of Iran Broadcasting[d]
Әүҙемлек урыны Курдистан[6] һәм Иран[5]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы эштәре авторлыҡ хоҡуҡтары менән яҡланған[d]
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр 24 915
Рәсми сайт mijfilm.com
 Ҡобәди Биһмән Викимилектә

Биһмән Ҡобәди ( рус. Бахман Гобади, (фарс. بهمن قبادی; 1 февраль 1969 йыл - Бане ҡалаһы, Иран) — курд сығышлы иран кинорежиссёры.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1969 йылда тыуған Иранда Курдистан провинцияһында донъяға килгән. 1997 йылда Иран радиотапшырыуҙар колледжын тамамлап, бакалавр дәрәжәһен ала.

Уның хеҙмәт юлы ҡыҫҡа метражлы «Life In Fog» тигән тәүге фильмдан 1999 йылда башлана. 2000 йылда Биһмән Ҡобәди Иранда «Mij Film» тип аталған үҙ кинокомпанияһына нигеҙ һала, ул Иранда йәшәгән этник төркөмдәр хаҡында фильмдар етештереүгә махсуслаша[7]. Шул йылда уҡ ул тулы метражлы «A Time for Drunken Horses»Иҫерек аттар ваҡыты») фильмын төшөрә һәм Канны фестивалендә «Алтын камера» премияһы менән бүләкләнә[8]. Икенсе әһәмиәтле эше булып 2000 йылда төшөрөлгән «Marooned in Iraq»картинаһы тора, был әҫәре Чикаго халыҡ-ара кинофестивалендә алтын миҙалға лайыҡ була. 2004 йылда режиссёр «Turtles Can Fly» («Ташбаҡалар ҙа оса ала»)тигән өсөнсө фильмын төшөргән, быныһы Берлин һәм Сан-Себастьяндағы кинофестивалдәрендә приздар яулай.

2007 йылда төшөрөлгән Һилал (Ярым ай) фильмы шулай уҡ күп һанлы кинофестивалдәрҙә миҙалдар һәм приздарға лайыҡ була[9].

Кинорежиссёрҙың 2009 йылда төшөргән «No One Knows About Persian Cats» (Фарсы бесәйҙәре тураһында бер кем белмәй) Канны кинофестивалендә баһаламасыларҙың Махсус призы менән бүләкләнә.

Ҡобади «Иран кинематографының яңы тулҡыны» вәкиле тип һанала[10].

Ҡобадиҙың ҡатыны, американ-иран журналисткаһы Роксана Сабери 2009 йылдың феврале Иранда иҫерткес эсемлек һатып алыуҙа һәм аккредитацияһыҙ журналист эшмәкәрлеге менән шөғөлләнеүҙә ғәйепләнеп, ике йылға шартлы рәүештә хөкөмгә тарттырыла.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]