Ҡолмөхәмәтова Мәрйәм Муллабай ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡолмөхәмәтова Мәрйәм Муллабай ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Рәсәй
 СССР
Тыуған көнө 4 июль 1951({{padleft:1951|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:4|2|0}}) (72 йәш)
Тыуған урыны Салйоғот, Оло Ыҡтамаҡ ауыл Советы, Мәсетле районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө уҡытыусы
Уҡыу йорто Октябрҙең 40 йыллығы исемендәге Башҡорт дәүләт университеты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы Салауат Юлаев ордены

Ҡолмөхәмәтова Мәрйәм Муллабай ҡыҙы (4 июль 1951 йыл[1]) — ветеран-уҡытыусы. РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1982). Салауат Юлаев ордены кавалеры (2003).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мәрйәм Муллабай ҡыҙы Ҡолмөхәмәтова 1951 йылдың 4 июлендә Башҡорт АССР-ының Мәсетле районы Сәлйоғот ауылында тыуған.

1967 йылда Ләмәҙтамаҡ урта мәктәбен, 1976 йылда ситтән тороп Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған.

Урта мәктәпте тамамлағандан һуң Мәсетле районының көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү комбинатында эш башлай, бер йыл тегенсе һөнәренә уҡып ҡайта һәм 1970 йылдға тиклем тегенсе булып эшләй.

1970 йылдың август айында Мәсетле районының Яңы Мишәр һигеҙ йыллыҡ мәктәбенә өлкән пионервожатый итеп тәғәйенләнә.

1972 йылда Ләмәҙтамаҡ урта мәктәбенә оҙайтылған көн тәрбиәсеһе итеп күсерелә.

1973 йылдан Пермь өлкәһенең Очёр районы Меновщики махсус мәктәбендә башланғыс синыфтар уҡытыусыһы булып эшләй.

1975 йылда Пермь өлкәһенең Очёр балалар йортона тәрбиәсе итеп күсерлә.

19771988 йылдарҙа Ләмәҙтамаҡ урта мәктәбендә тәрбиәсе, башланғыс синыфтар уҡытыусыһы, уҡыу-уҡытыу буйынса мөдир, башҡорт теле уҡытыусыһы булып эшләй.

1988 йылда Ләмәҙтамаҡ ауыл Советы башҡарма комитеты рәйесе итеп һайлана.

1990 йылда ауыл Советы башҡарма комитет рәйесе вәкәләтлеге тамамлана һәм кире Ләмәҙтамаҡ урта мәктәбенә эшкә күсә. Шул уҡ йылда мәктәптең уҡыу-уҡытыу буйынса мөдире итеп тәғәйенләнә.

20062008 йылдарҙа Ҡырмыҫҡалы районының Иҫке Муса урта мәктәбендә башланғыс синыфтар уҡытыусыһы булып эшләй.

2008 йылдан хаҡлы ялда. Салауат районының Янғантау ауылында йәшәй.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • РСФСР мәғариф министрлығы менән РСФСР мәғариф, юғары мәктәп һәм ғилми учреждение хеҙмәткәрҙәренең республика профсоюз комитетының Почёт грамотаһы (1979)
  • «1978 йыл Социалистик ярыш еңеүсеһе» тамғаһы (1979)
  • РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1982)
  • «Хеҙмәт ветераны» миҙалы (1991)
  • Салауат Юлаев ордены кавалеры (2003)

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Мечетлинский район Республики Башкортостан: энциклопедия / Редкол.: Ю. Ю. Султанов (гл.ред.), Н. Ф. Ахкамова (сост.), Г. К. Бикташева (отв.ред.) и др. — Уфа: Мир печати, 2010. — 284 с.:илл. ISBN 978-5-9613-0148-9

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Шәхестең үҙе әйтеүе буйынса, Мәсетле районы энциклопедияһында хаталы күрһәтелгән

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]