Ҡом сәғәте

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Немец ҡом сәғәте, XVIбыуаттың тәүге сирегендә, бронза һәм көмөш ялатылған, бейеклеге 8,3 см, диаметры: 8,4 см, Метрополитен-музей (Нью-Йорк)
Ағас корпуста ҡом сәғәттәре.
Луврҙа төрлө конструкциялы боронғо ҡом сәғәттәре.

Ҡом сәғәттәре — ваҡыт арауығын иҫәпләү өсөн иң ябай ҡоролма, тар ғына үткәүел менән тоташтырылған ике үтә күренмәле һауыттан тора. Уларҙың береһе өлөшләтә ҡом менән тултырыла. Ҡом өҫтәге һауыттан үткәүел аша аҫтағы икенсе һауытҡа, бер нисә секундтан алып бер нисә сәғәткә тиклем ваҡыт эсендә «ағып» төшә.

Тарих һәм хәҙерге заман[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Парижда табылған яҙмала бындай сәғәт тураһында тәүге тапҡыр телгә алына. Был яҙмала шарапта бешерелгән һәм ҡояшта киптерелгән ҡара мәрмәр онтағынан ваҡ ҡом әҙерләү буйынса инструкция бар.[1]

Әлеге ваҡытта ҡом сәғәттәре ҡайһы бер дауалау процедураларын үткәргәндә, фотоһүрәттәрҙә, шулай уҡ сувенир сифатында ҡулланыла.

Windows операцион системаларында ҡом сәғәте күрһәткесе әйләнә, был символ системаның мәшғүллеген күрһәтеү өсөн ҡулланыла.

⌛ — Юникод системаһында ҡом сәҡәте символы (HOURGLASS, U+231B клавишаларын бергә баҫырға).

Өҫтөнләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Конструкцияһының ябайлығы.

Һыуҙан айырмалы рәүештә, ҡомдоң «ағыу» тиҙлеге даими, һыуыттың өҫкө өлөшөндә күпме ҡалғанын иҫәпкә алманмай (был ваҡыт шкалаһы тигеҙ булған сәғәттәр эшләргә мөмкинлек бирә).

Етешһеҙлектәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡом сәғәттәренең ваҡытты үлсәү интервалы бик ҡыҫға, был ҡом сәҡәтенең етешһеҙлеге.. Европала таралған сәғәттәр, ғәҙәттә, ярты сәғәт йәки бер сәғәт дауамында эшләүгә иҫәпләнгән. 3 сәғәт дауамында эшләгән сәғәттәр ҙә осрай, бик һирәк 12 сәғәткә етә. Үлсәү интервалын арттырыу өсөн бер корпуста (футлярҙа) ҡом сәғәттәре йыйылмаһы төҙөлә.

Ҡом сәғәттәренең теүәллеге ҡомдоң бөртөклөлөге һәм ағамға һәләтлелеге, колбаның формаһы, уның өҫкө йөҙөнөң сифатына бәйле. Колбалар яндырылған, ваҡ иләк аша үрелгән һәм яҡшылап киптерелгән ваҡ бөртөклө ҡом менән тултырыла. Тултырыусы материал сифатында шулай уҡ йомортҡа ҡабығы, цинк һәм ҡурғаш саңы ла ҡулланыла. Оҙайлы ваҡыт файҙаланғанда ҡом сәғәттәренең теүәллеге колбаның эске йөҙө ҡом менән сыйылып боҙолоуы, колбалар араһындағы диафрагмала тишектең диаметры ҙурайыуы һәм ҡом бөртөктәренең ватылып бүленеүе арҡаһында насарая.

Рекордсмен сәғәттәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Будапештта «Ваҡыт тәгәрмәсе»
  • Японияның Нима[ja] (хәҙер Оданың бер өлөшө) ҡалаһының ҡом музейында бейеклеге 8,6 метр һәм ваҡыт иҫәпләү циклы 1 йыл булған ҡом сәғәте бар.[2]
  • Иң ҙур ҡом сәғәттәре исемлеге

Галерея[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Символ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Символына Юникод Исеме
U+29D6 white hourglass

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Һыу сәғәте

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Михаль С. Часы. От гномона до атомных часов = Hodiny (od gnomonu k atomovým hodinám) / Научный ред. В. А. Шполянский. Сокр. перевод с чешского Мельнера Р. Е.. — М.: Знание, 1983. — 256 с. — 80 000 экз.
  2. Nima Sand Museum. Дата обращения: 26 июнь 2014. Архивировано 4 март 2016 года.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Серафимов В. В., Лермантов В. В. Часы // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  • Михаль С. Часы. От гномона до атомных часов = Hodiny (od gnomonu k atomovým hodinám) / Научный ред. В. А. Шполянский. Сокр. перевод с чешского Мельнера Р. Е.. — М.: Знание, 1983. — 256 с. — 80 000 экз.
  • Часы песочные // Товарный словарь / И. А. Пугачёв (главный редактор). — М.: Государственное издательство торговой литературы, 1961. — Т. IX. — Стб. 502. — 890 с.