Эстәлеккә күсергә

Ҡондорса (йылға)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡондорса
Рәсем
Ҡайҙа ҡоя Суҡ (йылға)
Ҡушылдыҡ Шлама, Ҡандыболаҡ йылғаһы (Ырымбур өлкәһе), Кобельма, Липовка[d] һәм Овраг Широкий
Йылғалағы һыу ятҡылығы Кондурчинское водохранилище[d]
Һыу йыйыу бассейны Волга бассейны[d]
Һыу сығымы 9,44 м³/с
Бассейн майҙаны 4360 км²
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Һамар өлкәһе һәм Татарстан Республикаһы
Оҙонлоҡ 294 km
Карта

Ҡондорса — Һамар өлкәһе һәм Татарстан ерҙәренән аҡҡан йылға. Суҡ йылғаһының иң ҙур уң ҡушылдығы.

Оҙонлоғо — 294 км[1] (279 километры Һамар өлкәһендә[2], 25 километр буйына Татарстан аша аға), һыу йыйыу бассейны майҙаны 4360 км².

Суҡ Ярҙары (армыт көнбайышта Бөгөлмә-Бәләбәй ҡалҡыулығының көнбайыш армыттары) ҡалҡыулығынан, Һамар өлкәһенең төньяҡ-көнсығышындағы Денискино тимер юл разъезынан көнбайышҡа табан 2,5 километрында башлана[3]. Инеш көньяҡ-көнбайышҡа, Славкино ауылына тиклем, артабан төньяҡ-көнбайышҡа Нурлат ҡалаһына тиклем, һуңынан йәнә көньяҡ-көнбайышҡа һәм көньяҡҡа аға[4]. Красный Яр ауылы янында, Һамар[5] ҡалаһы сиктәрендә Суҡ йылғаһына ҡоя.

Славкино ауылы янында Ҡондорса һыуһаҡлағысы урынлашҡан.

Характеристикаһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Волга бассейны

Бөтә ағымы буйынса йылға йырҙаһы үтә боролмалы. Максималь тәрәнлеге 1,5 м[6]. Йылғаның һул яр үҙәне уң яры менән сағыштырғанда бейегерәк һәм йырындар менән телгеләнгән[7]. Нурлат ҡалаһынан түбәнгәрәк һыубаҫар туғайҙарҙа бик күп иҫке йырҙа эҙҙәре күренә, урыны-урыны менән тармаҡтар барлыҡҡа килгән. 54 ҡушылдығы бар[8]. Һыу йыйыу биләмәһенең 3%-н урман биләй, 70%-ы һөрөнтө ерҙәр. Йылға селтәренең тығыҙлығы 0,14 км/км²[2]. Бассейндағы уртаса йыллыҡ яуым-төшөм һаны — 470 мм.

Йылға ҡатнаш туҡлана, күбеһенсә ҡар менән. Ер аҫты туҡланыу модуле 0,1 л/с км². Бассейндағы йыллыҡ аҡма 87 мм, ташҡын ағымы 60 мм. Ноябрь уртаһында туңа, ташҡын март аҙағында — апрель башында башлана. Нурлат ҡалаһы янында һыу сығымы урта кимәле 0,52 м³/с[8].

9-12 жесткосы менән һыу мг-экв/л тиклем 20-40 ташҡын мг-экв/февралдән булһа ла (бик ҡаты), минераллашыу 150—300 баш мг/л тиклем ташҡа 700—800 мг/л февралдән була[8]. Болғансыҡ һыу — 22,7 г/м³[6]. Йылға уртаса-бысратыуға, рөхсәт ителмәгән ҡайһы бер участка бысратыусы матдә концентрацияһы арта китә[7].

Ҡондорсала тереклек итеүсе балыҡ төрҙәре: ташбаш пескарь (20 %), бәшкәләй уклея (19 %), сабаҡ плотва(11 %), ҡорман густера (11 %), бөгәрсә йәки йоморо сабаҡ елец (9 %)[6].

(тамағынан башлап, йәйәләр эсендә оҙонлоғо км-ҙа)

Административ сиктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Йылға Һамар өлкәһенең Елховский, Кошкинский, Красноярский, Сергиевский, Челно-Вершинский, Шенталинский райондары һәм Татарстандың Нурлат районы территоияһынан аға.

Йылға буйындағы ҙур тораҡ пункттар: Нурлат ҡалаһы (Татарстан), Кошки һәм Елховка ауылдары (икеһе лә Һамар өлкәһендә).

Атамаһының килеп сығышы тарихы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Төрки телдәрҙә Ҡондорса 'ҡондоҙло' тигәнде аңлата, термин 'кондур, кандар, кандр, ҡондоҙ' терминдарынан — 'ҡондоҙ' + сифат билдәһе аффиксы -са (башҡортса)[9].

Тәүгеләрҙән булып Ҡондорса йылғаһын 921 йылда Биләргә килеүсе ғәрәп сәйәхәтсеһе Әхмәд Ибн Фадлан тасуирлай. Уҡыу варианттарына сыҡҡанда, йылғаны Кюнджюля йәки Ка(н)джала тип атай. Был да «ҡондоҙло» мәғәнәһендә, әмма сәйәхәтсе ул һүҙҙе был территорияла йәшәүсе сыуаштарҙан ишеткәндер, тип фаразларға кәрәк. Был фараздың дөрөҫлөгөн кунд/кандж нигеҙенең һәм сифат билдәһен күрһәткән өҫтәмә аффикс раҫлай: башҡортса вариантта — са, сыуаштарҙа — ла.

  • 1391 йылдың 18 июнендә йылға буйында Аҡһаҡ Тимер ғәскәре һәм Туҡтамыштың алтын урҙа ғәскәре араһында ҡаты яу була.

Һыу реестры мәғлүмәттәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәттәре буйынса, йылға Түбәнге Волга һыу бассейны округына ҡарай, йылғанның һыу хужалығы участкаһы — башынан алып тамағына тиклем Суҡ йылғаһы. Йылғаның бәләкәй бассейны —Волга, Куйбышев һыуһаҡлағысы үренән алып Каспий диңгеҙенә ҡушылғанға тиклем.

Дәүләт һыу реестрында һыу объектының коды — 11010000612112100005990[1].

  • Путешествие Ахмеда ибн-Фадлана на реку Итиль и принятие в Булгарии ислама | Сувары (xn--80ad7bbk5c.xn--p1ai)
  • Маршрут и график движения Ибн Фадлана по степям от Устюрта до Волги (X век) (orenpriroda.ru)
  • РЕКА КОНДУРЧА ПОМНИТ ИБН-ФАДЛАНА И ТАМЕРЛАНА… | ©Серләшәйек — ғашиҡ булдым!© (vk.com)
  1. 1,0 1,1 «Ҡондорса (йылға)» — информация об объекте в Государственном водном реестре
  2. 2,0 2,1 Кондурча.
  3. Лист карты N-39-16 Лаишево. Масштаб: 1 : 100 000. Издание 1980 г.
  4. Лист карты N-39-15 Столбищи. Масштаб: 1 : 100 000. Состояние местности на 1986 год. Издание 1988 г.
  5. Лист карты N-39-21 Нов Биклять. Масштаб: 1 : 100 000. Состояние местности на 1987 год. Издание 1992 г.
  6. 6,0 6,1 6,2 Особенности пресноводных экосистем малых рек Волжского бассейна. РАН (2011).
  7. 7,0 7,1 Голубая книга Самарской области. РАН.
  8. 8,0 8,1 8,2 Кондурча. 2019 йыл 11 сентябрь архивланған. Өҙөмтә хатаһы: <ref> тег дөрөҫ түгел: «:2» исеме бер нисә тапҡыр төрлө йөкмәткегә бирелгән
  9. Преображенская Кондурчинская слобода или история села Кошки