Ҡоролдай
Ҡоролдай | ||||||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Фәнни классификация | ||||||||||||||||||
|
||||||||||||||||||
Латинса исеме | ||||||||||||||||||
Remiz pendulinus (Linnaeus, 1758) | ||||||||||||||||||
|
Халыҡ-ара Ҡыҙыл китап ![]() IUCN 3.1 Least Concern : / 181420 |

Ҡоролдай (рус. Ремез, лат. Remiz pendulinus) — ҡарабаш турғайҙар ғаиләһенән һайраусы ҡош.
Ҡылыҡһырлама[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Турғайҙан байтаҡҡа бәләкәй. Ағастарҙың нәҙек кенә ботаҡтарында үрмәләп йөрөүсе бәләкәй генә ҡошсоҡ, һырты ҡыҙғылт көрән, кәүҙәһенең аҫҡы яғы алһыу аҡ. Ҡанаттары, ҡойроғо көрән. Тамағы аҡ. Суҡышы төбөнән күҙҙәре аша ҡара һыҙыҡтар үтә. Инә ҡоштарҙың төҫө тоноғораҡ. Төйөттәрҙән дөйөм ҡыҙғылт төҫө һәм алһыу ҡорһағы менән айырыла.
Тауышы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Тауышы матур ғына: «тсии-тсии».
Йәшәү рәүеше[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Япраҡлы урмандарҙа, һыу буйындағы туғайлыҡтарҙа йәшәй. Төрлө бөжәктәр менән туйына. Йылы яҡҡа китмәй, бер урындан икенсе урынға күсеп йөрөй. Бик һирәк осрай. Үлән мамыҡтарынан эшләнгән ойоҡбашҡа оҡшаған аяһы нәҙек кенә тал ботаҡтарынан һыу өҫтөнә аҫылынып тора. 4—7 бөртөк аҡ йомортҡаһы була.
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Э.Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары китабы. Өфө,1986 йыл. ИБ №3478 28.693.35 И 90
- Остапенко В. А. Птицы в вашем доме: Справочное пособие. — М.: Арнадия, 1996. - ISBN 5-88666-011-9