Эстәлеккә күсергә

Ҡортбаш

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡортбаш
Ҡортбаш
Төрлө төрҙәре
Фәнни классификация
Батшалыҡ: Хайуандар
Тип: Моллюскалар
Класс: Ҡорһаҡ аяҡлылар
Отряд: Sorbeoconcha
Супер- ғаилә: Cypraeoidea
Ғаилә: Cypraeidae
Ырыу: Ципреи
Латинса исеме
Linnaeus, 1758
ITIS 72742
NCBI 69558

Ҡортбаш (урыҫ.ципреи йәки каури, лат. Cypraea — кипреи, ингл. cowry, cowrie) — Cypraeidae ғаиләһенән булған ҡорһаҡ аяҡлы диңгеҙ молюскалары ырыуынан.


Ҡортбаш башҡорт тарихында һәм көнкүрешендә

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡортбаш - башҡорт халҡында күҙ тейеүҙән һаҡлаусы бетеү һәм биҙәнеү әйбере булараҡ ҡулланылған бәләкәй генә диңгеҙ ҡабырсағы.

Ҡортбаш ҡатын - ҡыҙҙы, бала - сағаны күҙ тейеүҙән, төрлө ҡара көстәрҙән ҡурсалай тип һаналған.Ҡабырсыҡтар, ғәҙәттә, ҡашмау таҫмаһының ситтәренә, еләнгә, шулай уҡмалайҙарҙың түбәтәйҙәренә тегеп ҡуйылыр булған. Ҡортбаш фәнни әҙәбиәттә каури(һинд телендә) тип атала. Ул башлыса Малодив утрауҙарында осрай һәм ошо утрауҙарҙан Һиндостан ярымутрауы менән Африкаға үтеп ингән. Каури- ҡортбаш беҙҙең эраның 400-сө йылынан алып ХХ быуат башына тиклем Һиндостанда бәләкәй аҡса берәмеге сифатында ҡулланылған. Мәҫәлән: 3000-1200 бөртөк 1 рупийға торошло булған. Башҡорт халҡы ҡортбаш ҡабырсығы менән бик борондан таныш. Шуға күрә атамаһы бар, һәм беҙҙең милли кейемдә лә урын алған. Күрәһең, был диңгеҙ ҡабырсыҡтары башҡорттарҙың Һиндостан менән тығыҙ сауҙа бәйләнеше һөҙөмьәһендә килеп ингән. Башҡорттарҙың бик борон Һиндостанға барып йөрөгәне тураһында тарихсылар күп дәлилдәр килтерәж. Шулай итеп, "ҡортбаш" тип үҙенсәлекле исем менән аталған кескәй диңгеҙ ҡабырсаҡтары боронғо башҡорт тарихының әле асылмаған серҙәрен һаҡлай.

  • Батыршина Гульназ Рафаиловна.Терминология родинного обряда башкир(этнолингвистический анализ).Диссертации на соискание ученой степеникандидата филологических наук.
  • Мәктәп календары. 2004 йыл, 124-се бит.