Ҡортуғыҙ (күл)
Ҡортуғыҙ | |
Дәүләт | Рәсәй[1] |
---|---|
Ҡортуғыҙ (һирәк Кортогуз) — Рәсәйҙең Свердловск өлкәһе Богданович ҡала округы территорияһында, Екатеринбург ҡалаһынан 96 км төньяҡ-көнсығышта, Ҡунар йылғаһы бассейнында урынлашҡан күл. Күлдең төньяҡ-көнсығышында, 1 км алыҫлыҡта Мелехово ауылы бар[2].
Күлдең һыу көҙгөһө 10,6 квадрат км, һыу йыйыу майҙаны — 41,3 кв. км. Күлдең уртаса тәрәнлеге — 2-4 метр.
Күл гидрологик тәбиғәт һәйкәле булып тора. Күл һәм уны уратҡан бөтә территорияның дөйөм майҙаны 1854 га тәшкил итә, һәм унда төбәк әһәмиәтендәге ландшафт тыйыулыҡ (заказник) урынлашҡан.
Һуңғы йылдарҙа күл хужалыҡ эшмәкәрлеге арҡаһында зыян күрә. Яҙ көндәре күл туҡланған Ҡунар һаҙлығын киптереү һәм яландарға һыу һиптереү күлдең кимәленең кәмеүенә килтерҙе[3]
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Бөтә Көньяҡ Урал» порталында Иҫке Ҡазан юлы тураһында яҙылған текстан был тарихи юлдың Ҡортуғыҙ күле эргәһенән үткән беләбеҙ:
|
Айырыуса һаҡланған тәбиғәт территориялары (ООПТ)
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тыйыулыҡ Свердловск өлкәһенең дәүләт урман фонды ерҙәренең Грязновский участкаһында 51-се кварталында, 70 — 72-се (1998 йылғы урман төҙөлөшө), Грязновский участка урмансылығының «Нива» колхозы тәбиғи ыҙанының 2, 3, 6-сы кварталдарында, Свердловск өлкәһенең «Сухоложский урмансылығы» дәүләт учреждениеһы Богдановичский участка урмансылығының «Родина» колхозы тәбиғи ыҙанының 1-се кварталында, «Искра» колхозы тәбиғи ыҙанының 3-сө кварталында (1993 йылғы урман төҙөлөшө) һәм Ҡортуғыҙ күле акваторияһында урынлашҡан[5].
Физик-географик ҡылыҡһырламаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Күлде матур урман уратып алған. Күл төбөндә дауалау өсөн ҙур әһәмиәткә эйә байтаҡ сапропель запасы тупланған. Күлдең һыуы үтә күренмәле, асыҡ төҫтә. Күл яуым-төшөм һәм инеш сығанаҡтар иҫәбенә туҡлана[6]
Матур күл менән уратып алынған ҡатнаш урман. Күл өҫтө аҡмауын һәм һыу атмосферанан яуым-төшөм һәм урындағы иҫәбенә туҡланыу бара. Күл сөсө һыу, асыҡ һәм үтә күренмәле. Байтаҡ запастары бар, төбө сапропель.
Хайуандар донъяһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Балыҡтары: алабуға, чебак, суртан, пелядь, көмөш табан балыҡ, алтын табан балыҡ, ротан.
- Ҡоштары: өйрәктәр — тирә-яҡ һаҙлыҡтарҙа оя ҡоралар.
- Йәнлектәрҙән: ондатра[7].
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Архипова Н. П. Заповедные места Свердловской области. — Свердловск: Сред.-Урал., 1984.
- Галактионов С. А. Озера Урала. — Свердловск: Полиграфист, 1990. — 117 с.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ҡортуғыҙ күле
- [1]
- Куртугуз с охранной зоной
- Урочище Куртугуз
- Ураловед о Куртугузе. 7 интересның фактов
- Иҫке Ҡазан һуҡмағы
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ GEOnet Names Server — 2018.
- ↑ Рыбалка на реках и озёрах Свердловской и Челябинской областей. Куртугуз
- ↑ Галактионов С. А. Озера Урала. — Свердловск: Полиграфист, 1990. — 117 с.
- ↑ Иҫке Ҡазан һуҡмағы
- ↑ Урочище Куртугуз
- ↑ Архипова Н. П. Заповедные места Свердловской области. — Свердловск: Сред.-Урал., 1984.
- ↑ Куртугуз с охранной зоной