Ҡотоҡ-Сумған
Ҡотоҡ-Сумған | |
---|---|
Координаты: пропущена долгота | |
Ил | |
Регион | Башҡортостан |
Тәрәнлеге | 130 м |
Оҙонлоғо | 9860 м |
Күләме | 350 мең м³ |
Тип | карст |
һыйҙырышлы тоҡомдар | эзбизташ |
Мәмерйәгә инеү юлы | 1 |
Яҡтыртыу | юҡ |
Ҡотоҡ-Сумған Викимилектә |
Ҡотоҡ-Сумған мәмерйәһе — Башҡортостан милли паркы биләмәһендә урынлашҡан мәмерйә, тәбиғәт ҡомартҡыһы. Башҡортостандың Мәләүез районында Ағиҙел менән Нөгөш йылғалары араһында Нөгөш ҡасабаһынан 20-25 км алыҫлыҡта урынлашҡан.
Мәмерйәне өйрәнеү тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тәүгеләрҙән булып был мәмерйә тураһында геологтар А. Олли һәм Р. Алксне яҙып сыға. Был турала улар 1960 йылда урындағы халыҡтан белеп ҡала. Эсенә былай ғына төшөп булмаҫын аңлап, эсенә таш ташлайҙар һәм тәрәнлеге 120 — 150 метр тип самалайҙар.
Мәмерйәгә башлап 1965 йылда Башҡорт дәүләт университетының Е. Богданович һәм И. Кудряшов етәкселегендәге спелеологик экспедицияһы төшә. Улар менән бергә тикшеренеү эштәрендә өс йыл буйына (1965 — 1967 ) Өфөнөң арҙаҡлы гражданины яҙыусы, спелеолог һәм йәмәғәт эшмәкәре М. Чвановтың спелеология секцияһы ла ҡатнаша. Һөҙөмтәлә мәмерйәнең 5000 метр арауығындағы эске өлөшө өйрәнелә.
Аҙаҡҡараҡ был эште свердловск спелеологтары А. Рыжков һәм Ю. Лобанов етәкселегендә Свердловск спелеологтары дауам итә.1968 — 1972 йылдар эсендә улар мәмерйәнең 8000 метр оҙонлоғондағы өлөшөнең планын төҙөйҙәр.
Сираттағы тикшереү 1980 йылда Усть-Каменогорск спелеологтары тарафынан башҡарылып, күмелеп ҡалған юлдар табыла.Мәмерйәнең яңы ҡыуышлыҡтары табыла. Өйрәнелгән мәмерйә юлдарының оҙонлоғо 9860 метрға барып етә.
Галерея
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]-
Ҡотоҡ-Сумған мәмерйәһенең ауыҙы
Мәмерйәнең һүрәтләмәһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Был Көньяҡ Уралдың иң ҙур мәмерйәләренең береһе. Тәрәнлеге 116 м, киңлеге 20-гә 10 м, булған шахта менән башлана. 60 м тәрәнлектә һәм мәмерйәнең төбөнән төрлө яҡҡа юлдар һәм галереялар тарала, урыны менән лабиринттар осрай. Юлдарҙың дөйөм оҙонлоғо 9860 м, майҙаны 52,2 мең кв.м., күләме 350 мең м., тәрәнлеге 130 м.
Мәмерйәнең төбөндә Сумған йылғаһы ағып ята. Бик күп юлдар боҙланған. Юлдарҙың һәр береһе сталактиттарға, сталагмиттарға, сталагнаттарға бай. Мәмерйә эсендә кальцит быуалар, кеҫәләр (тупиктар), ҡыуышлыҡтар, хатта "мәмерйә ынйылары"н да осратырға була.
Был комплекстағы ҡыҙыҡлы объекттар:
- Ҡоток-Сумған мәмерйәһе үҙенең упҡын ауыҙы менән
- Беренсе, Икенсе, Дүртенсе Ҡоток
- Каскад мәмерйәһе
- Карст тоннеле һәм күпере
- «Ташлы өй» үҙәне
- Ер астына китеп юғалыусы Күккүл, Ҡотоҡ, Сумған йылғалары.
Ҡотоҡ-сумғандан алыҫ түгел тағы ла бер нисә мәмерйә бар:
Беренсе Ҡотоҡ мәмерйәһе (Боҙло мәмерйә)
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2,8 километр төньяҡҡа табан урынлашҡан. Һәр береһе тоҡ формаһын хәтерләткән ике залдан ғибәрәт Иҙәндәре боҙ менән түшәлгән.Түбәләре тәпәш, урыны менән имгәкләп кенә барырға мөмкин. Эске залдарға ингәс, ғәжәйеп матур боҙло сталактиттарға, ҙур сталагмит колонналарына тап булаһың. Уның дөйөм оҙонлоғо — 520 метр.
Икенсе Ҡотоҡ мәмерйәһе (Сталактитлы мәмерйә)
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сумғандан 2,5 километр төньяҡҡа ҡарай урынлашҡан.Мәмерйәнең ауыҙы 12-метрлы ҡоҙоҡ менән башлана.Иң ҡыҙыҡлыһы- ҙур сталактит галереяһы. Уның оҙонлоғо 110 метр. Мәмерйәлә ер аҫты күле лә бар. Уның дөйөм оҙонлоғо — 2050 метр.
Өсөнсө Ҡотоҡ мәмерйәһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Был мәмерйә бигерәк үҙенсәлекле.Ауыҙы 8 метр тәрәнлегендәге үрә торған буранка формаһында. Ул һикәлтәле боҙланған шахтаны хәтерләтә. Оҙонлоғо — 43 метр. Мәмерйәнең иҙәне һәм диуары ҡалын боҙ менән ҡапланған.
Дүртенсе Ҡотоҡ мәмерйәһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сумған мәмерйәһенән төньяҡҡа табан 400 метр алыҫлыҡта. Мәмерйәнең ауыҙы 10-метрлы вертикаль ҡоҙоҡ.Эсенә ағас баҫҡыс ҡуйылған.20 метр тәрәнлектән горизонталь йүнәлештә шахта башлана. Ул иң тәрәндәрҙән һанала. Түбәһе бейек (10-15 метров) һәм шуға турайып йөрөп була.Уртаса киңлеге – 3 метр. Иң төпкөлдә ҡаяла үтә күренмәле таҙа һыулы сокор урындары бар, ҡайһылары берҙәре сөм генә. чистой водой. Уның дөйөм оҙонлоғо — 1869 метр..
Сумған мәмерйәһе 1965 йылдан өйрәнелә башлай. 1986 йылдан был урындар Башҡортостандың милли паркы тип иғлан ителә.
Борон ошо тирәлә Сауҡа, Кәшәлә, Ваҙраш, Күккүл һәм башҡа утар, ауылдар булған. Был мәмерйәгә Сумған йылғаһы ергә сумғанға шундай атама бирелгән. Ер аҫтынан ағып, бер нисә саҡрымдан һуң ул Ағиҙелгә ҡоя.
Зигзаг мәмерйәһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мәмерйәнең ауыҙы һәм алғы өлөшө тар.Ауыш һәм борғосланып һуҙылған коридор буйлап шыуышып үтергә тура килә. Унан мәмерйә киңәйә. Унда сталактиттар һәм матур һарҡымдаросрай башлай.Мәмерйә эсендә шишмә ағып ята.Ул бара биргәс ысын йылғаға әүерелә.Унда хатта резина кәмәләрҙә йөҙөп йөрөп була. Мәмерйәлә шулай уҡ ике сифон бар. Мәмерйәнең оҙонлоғо – 2500 метр.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ҡотоҡ-Сумған // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Словарь современных географических названий. Сумган-Кутук(недоступная ссылка)
- Тактико — технические данные пещеры «Кутук — Сумган» 2010 йыл 3 июль архивланған.
- Сумган-Кутук(недоступная ссылка)