Эстәлеккә күсергә

Ҡуйсан (Сафакүл районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡуйсан
Нигеҙләү датаһы 1794
Дәүләт  СССР
 Ҡурған өлкәһе
 Сафакүл районы (Ҡурған өлкәһе)
Тамамланыу датаһы 1963

Ҡуйсан (рус. Куйсан) — Ҡурған өлкәһе Сафакүл районындағы юҡҡа сыҡҡан башҡорт ауылы.

Ҡуйсан ауылы 1794 йылда түңәрәк күл буйында барлыҡҡа килгән, уға Барын-Табын ырыуы башҡорттары нигеҙ һалған була.

Ҡуйсанда төпәй, өрөк, ҡалмаҡ, туҡтағол, бүтис аймаҡтары булған. Мәсет эшләгән, уны совет осоронда клуб итеп файҙаланғандар[1].

Был ауылдан ирле-ҡатынлы Сауытовтарҙың милли кейемле фотолары С.Н. Шитованың китабында урын алған [2]

Киләсәкһеҙ ауылдар тигән күренеш — 1960-1970 йылдарҙа СССР-ҙа дәүләт сәйәсәте йүнәлеше. Был йүнәлеш сиктәрендә ауыл тораҡ пункттары селтәре үҙгәртеп ҡорола: киләсәкһеҙ тип танылған ауылдарҙың бер өлөшөн бөтөрөү һәм «агроҡалалар» булдырыу күҙҙә тотола.

Сәйәсәт халыҡты бәләкәй ауылдарҙан ҙур ауылдарға күсереүҙе һәм уларҙа ауыл халҡының төп өлөшөн, ауыл производствоһы һәм социаль-көнкүреш объекттарын туплауҙы үҙ эсенә ала[3].

Ҡуйсан ауылы ла ошондай ауылдар исемлегенә индерелә, 1963 йылда уға «киләсәкһеҙ» тигән мөһөр һуғылып, халҡы башҡа ауылдарға күсерелә[4]. Ауыл халҡын күрше Надеждино, Субботино, Бугуй, Сөләймән ау­ылдарына тараталар[5].

Ярты быуат тиерлек ваҡыт уҙғас, Ҡуйсан халҡының вариҫтары ауылдың юҡҡа сыҡҡан нигеҙенә бергә йыйылып, шул урында иҫтәлекле билдә урынлаштыра[6][7].

  1. История башкирских родов. Сарт и Калмак. Том 27. — Уфа, 2017. — 456 с. — с. 435
  2. Башкирская народная одежда / С. Н. Шитова; Отв. ред. Н. В. Бикбулатов. - Уфа : Башк. изд-во "Китап", 1995. - 237,[2] с. : ил.; 27 см.; ISBN 5-295-01204-2 (В пер.) : Б. ц.
  3. Карпунина И. Б. Ликвидация «Неперспективных» деревень // Историческая энциклопедия Сибири: [в 3 т.] / Институт истории СО РАН. Новосибирск: Историческое наследие Сибири, 2009.
  4. Ҡурған өлкәһе башҡорттары тамырҙарына тоғро ҡала — «Хәйбулла хәбәрҙәре», 7 август, 2021
  5. История башкирских родов. Сарт и Калмак. Том 27. — Уфа, 2017. — 456 с. — с. 435
  6. Ҡурған өлкәһе башҡорттары тамырҙарына тоғро ҡала — «Хәйбулла хәбәрҙәре», 7 август, 2021
  7. Памятный знак на месте ушедшей в небытие деревни Куйсаново(недоступная ссылка)
  • История башкирских родов. Сарт и Калмак. Том 27. — Уфа, 2017. — 456 с.

�*Карпунина И. Б. Ликвидация «Неперспективных» деревень // Историческая энциклопедия Сибири: [в 3 т.] — Новосибирск: Историческое наследие Сибири, 2009.

  • Башкирская народная одежда / С. Н. Шитова; Отв. ред. Н. В. Бикбулатов. - Уфа : Башк. изд-во "Китап", 1995. - 237,[2] с. : ил.; 27 см.; ISBN 5-295-01204-2 (В пер.) : Б. ц.