Ҡуҫағаҙы
Ҡуҫағаҙы | |
---|---|
башҡ. Ҡуҫағаҙы | |
Характеристика | |
Оҙонлоғо | 15 км |
Һыу ағымы | |
Тамағы | Инйәр |
· Урынлашыуы | Инйәр тамағынан 106 км алыҫлыҡта уң ярынан ҡушыла |
· Координаталар | 54°23′23″ с. ш. 57°27′37″ в. д.HGЯO |
Урынлашыуы | |
Һыу бассейны | |
Ил | ![]() |
Регион | Башҡортостан Республикаһы |
Район | Белорет районы |
Ҡуҫағаҙы — Рәсәй йылғаһы. Башҡортостан Республикаһы Белорет районы, Инйәр төбәге[1] биләмәләрендә аға. Йылға Инйәр йылғаһының уң ярына тамағынан 106 км өҫтәрәк ҡушыла. Йылға оҙонлоғо 15 км.
Этимологияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Атама ике һүҙҙән - "ҡуҫа" һәм "ғаҙы" тигән һүҙҙәрҙән тора. Тәүге өлөшө, бәлки, сингармонизм законына ярашлы үҙгәреп, Күҫә тигән исемдән йә ҡушаматтан үҙгәреп киткәндер. Белорет районында "ҡаҙы" тип бәләкәйерәк йылғалар аталған, шул уҡ сингармонизм законына буһоноп, ул нәҙек рәүешкә лә ингеләй - Татлы ауылының Кергеҙе йылғаһы, Көйөргәҙе, мәҫәлән. "Ҡаҙы-ғаҙы" ҡушылған атамалар йыш осрай: Ауырғазы, Ҡыйғаҙы һәм башҡалар [2]
Һыу реестры мәғлүмәттәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәте буйынса йылға Кама һыу бассейны округында урынлашҡан, һыу хужалығы участкаһы — Эҫем йылғаһы, йылға башынан тамағына тиклем. Бәләкәй йылға бассейны — Ағиҙел, йылға бассейны — Кама[3].
Һыу ресурстарының федераль агентлығы мәғлүмәте буйынса [3]:
- Дәүләт һыу реестрында һыу объектының коды — 10010200612111100019775
- Гидрологик өйрәнеү (ГӨ) буйынса коды — 111101977
- Бассейн коды — 10.01.02.006
- ГӨ буйынса һаны (номеры) — 11
- ГӨ буйынса сығарылыш — 1
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ «Гидротехник ҡоролмалар һәм дәүләт һыу кадастрының Рәсәй Үҙәк реестры».
- ↑ Р. Хәлилов. Инештәргә бай икән
- ↑ 3,0 3,1 РФ һыу реестры: Ҡуҫағаҙы.