Ҡырым һәм шарап театры
Ҡырым һәм шарап театры | |
Нигеҙләү датаһы | 2011 |
---|---|
Дәүләт |
Рәсәй Украина |
Административ-территориаль берәмек | Ялта[d] |
Ҡырым һәм шарап театры (рус. Театр вина и Крыма) — Ҡырым Республикаһы Ялта ҡалаһында 2011 йылдан алып эшләгән, Ҡырымда йөҙөм үҫтереү һәм шарап етештереү тарихына бағышланған музей.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ялта шарап театры туристар өсөн үҙ ишектәрен 2011 йылдың 16 авгусында аса. Ҡала көнөнә тап килтерелгән тантанала ҡатнашыусылар иң яҡшы Ҡырым шараптарын ауыҙ итә, театр постановкалары ҡарай, шампан шешәһен асыу конкурсында ҡатнаша.
Музейҙа Ҡырымда йөҙөм үҫтереү, шарап эшләү, шулай уҡ башҡа күп нәмәләр тураһында мәғлүмәт алырға мөмкин.
Ул ҡаланың үҙәк өлөшөндә боронғо йортта урынлашҡан. Шарап театры бүлектәргә бүленгән бер нисә күргәҙмә залынан тора. Кинотеатры залында Ҡырым ҡунаҡтары шарап етештереүҙең тарихы һәм үҫеше, бөтөн донъяла танылыу алған брендтар тураһында фильм ҡарай.
Икенсе залда ҡунаҡтар төрлө шараптан ауыҙ итә, уларҙың тәмен һәм еҫен баһалай ала. Теләге булғандар шарап мөгәрәбенә төшә, һуңынан шарап магазинынан үҙенә оҡшаған сортты һатып алырға мөмкин.
Музейҙа шарап етештереүгә ҡағылышы булған 800-ҙән ашыу экспонат бар. Шулай уҡ бында Ҡырымда элек йәшәгән һәм хәҙерге рәссамдарҙың картиналары күргәҙмәһе менән танышырға була.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Винный театр 2019 йыл 14 май архивланған.
- Театр Вина и Крыма
- Театр вина и Крыма