Эстәлеккә күсергә

Ҡыуай (Ырымбур өлкәһе)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡыуай
Ҡыуайыр?
Характеристика
Оҙонлоғо 64 км
Һыу ағымы
Инеше
 · Координаталар 52°06′37″ с. ш. 54°18′58″ в. д.HGЯO
Тамағы Һамар
 · Координаталар 52°06′52″ с. ш. 53°39′09″ в. д.HGЯO
Урынлашыуы
Һыу бассейны Һамар → Саратов һыуһаҡлағысы → Волга → Каспий диңгеҙе

Ил Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы
Регион Ырымбур өлкәһе
Район Переволоцкий районы, Новосергиевский районы
РДҺР 11010000912112100006222
Ҡыуай (Ырымбур өлкәһе) (Ырымбур өлкәһе)
Точка
Точка
— инеше, — тамағы

Ҡыуай(Ҡыуайыр)[1][2] — Рәсәйҙәге йылға, Ырымбур өлкәһе Переволоцкий һәм Новосергиевский райондары ерҙәре буйлап аға. Йылғаның оҙонлоғо 64 км[3]. Һыу бассейны майҙаны— 821[3] км².

Ырымбур өлкәһе Абрамовка ауылынан төньяҡ-көнсығыштараҡ башлана[2]. Асыҡ ерҙән көнбайышҡа табан 3-5 метрға еткән бейек текә ярлы йырын буйлап көнбайышҡа ҡарай аға[2]. Горный, Мерәҫ[2], Ҡыуай, Васильевка ауылдары аша үтә, шунан көньяҡ-көнбайышҡа табан борола[4]. Уйһыу ерҙәрҙә йылға ярҙарында урмандар осрай[4]. Йылға Новосергиевка ауылы янында[4] Һамар йылғаһының 476-се км уң яҡтан барып ҡушыла[3] .

Йылғалар Ҡыуай тамағынан башына табан тәртиптә бирелгән

Атамаһының килеп сығышы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

XIX быуаттағы сығанаҡта йылғаның атамаһы «Ҡыуайыр» тиелгән, был йылғаның ысын атамаһылыр. Башҡортса «ҡыу» — «ҡороған; кипкән», «айыр» — «ҡушылдыҡ,тармаҡ», йәки «ҡоро ҡушылдыҡ».[5]

Ҡыуайыр йылғаһы буйындағы Мерәҫ ауылы элек Ҡыуайыр тип аталған. Был ауылда Сәғит Мерәҫев, Кәрим Иҙелғужин тыуған. Кинйә Арыҫланов улы Һеләүһен 1773—1775 йылғы ихтилалдан һуң бында төпләнгән.

«Башҡорт иленең сигендә»

Эй, Ҡыуайыр, Ҡыуайыр.

Ҡыуайырға бер дан булып

Ҡалһын ошо ҡобайыр.(Р.Бикбаев. Ҡыуайырға-ҡобайыр)

Һыу реестры мәғлүмәттәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәсәй дәүләт һыу реестры буйынса йылға Түбәнге Волга бассейн округына, Сорочинск гидроузелынан Емшанка (Быҙаулыҡ районы) ауылы янындағы һыу үлсәү посына тиклем тиклем Һамар һыу хужалығы участкаһына ҡарай. Йылға бассейны — Куйбышев һыуһаҡлағысынан алып Каспийға тиклем Волга йылғаһы бассейны.[3].

Дәүләт һыу реестрында объекттың коды— 11010000912112100006222[3].

  1. Ҡалып:ГКГН
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 2,5 2,6 2,7 2,8 Лист карты N-40-133 Претория. Масштаб: 1 : 100 000. Состояние местности на 1980 год. Издание 1987 г.
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 «Кувай» — информация об объекте в Государственном водном реестре
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 4,4 4,5 Лист карты N-39-144 Новосергиевка. Масштаб: 1 : 100 000. Состояние местности на 1980 год. Издание 1987 г.
  5. С. М. Стрельников. Географические названия Оренбургской области. Топонимический словарь. - Изд. 2-е, дополненное и исправленное.. — Кувандык: Издательство С. М. Стрельникова, 2002. — С. 74. — 176 с.

Ҡалып:Самара от истока до Сорочинского г/у