Ҡышҡы һарайҙың Запас йорто

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡышҡы һарайҙың Запас йорто
Нигеҙләү датаһы 1720
Рәсем
Нигеҙләүсе Скляев, Федосей Моисеевич[d]
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Санкт-Петербург һәм Дворцовая набережная[d]
Мираҫ статусы Төбәк әһәмиәтендәге Рәсәй мәҙәни мираҫ объекты[d]
Карта
 Ҡышҡы һарайҙың Запас йорто Викимилектә

Ҡышҡы һарайҙың Запас йортоXIX быуат аҙағында Беккер Николай тарафынан XVIII быуатта төҙөлгән иҫке биналар урынына төҙөлгән. Санкт-Петербургта Яр һарайы (Дворцовая наб.), 30 һәм Миллионлы(Миллионная) урамы,,31 адресы буйынса тора. Миллионная урамында запас йорттоң төкәтмәһе(флигеле) урынлашҡан. . Төбәк әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ объекты.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Скляев йорто (һулдан) һәм Петр I ҡышҡы һарайы (уң яҡта)
Аксонометрик план 1760 йылдарҙағы Фрагмент
Флигель, Миллионная урамына сыға торған

Скляев йорто[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1710 -сы йылдарҙа Ҡышҡы һарайҙың әлеге запас йорто ултырған йорт элек ике ҡатлы,бейек күтәрмәле,һөҙәк ҡыйыҡлы була. Был йортҡа Петр I-ҙың сәхәбәһе Преображенск полкы һөжүмсеһе һәм карап төҙөү оҫтаһы Скляев Феодосей [1] хужа булған. Һуңғы вариҫы булмай, шуға күрә Скляев вафатынан һуң, 1728 йылда ҡаҙнаға тапшырыла. [2] Шуныһы иғтибарҙы йәлеп итә: Скляев йорто Петрҙың Ҡышҡы һарайының уң ҡулы яҡлап тора.

Менгден йорто һәм артабанғы үҙгәртеп ҡороу[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1730 йылда Анна Иоанновна йортто ере менән Рәсәй регенты Эрнст Бирондың ағаһы Густав Биронға бүләк итә. . 1740 йылда йорт, фараз буйынса,архитектор Джузеппе Трезини Карло тарафынан Менгден Юлиана өсөн төҙөкләндерелә. XIX быуат башында йорт графиня И.И.Воронцоваға күсә. Йортто графиня яңынан үҙгәртеп ҡора һәм ихатала таштан төкәтмәләр ҡалҡып сыға. Графиня уларҙың береһен һарай ротаһы Преображенск полкына тапшыра Воронцовтар яҡынса йорт һәм төкәтмәләр менән ярты быуат идара итәләр., 1860 йылдан әлеге һарай ведомствоның бөтә комплексын да һатып алалар. Йорт Ҡышҡы һарайҙың запас. йорто булып тора.

1878-се йылдарҙағы үҙгәртеп ҡороу[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1877-1878 йылдарҙа архитектор Н. Ф.Беккер төп бинаны (яр буйындағы) бөйөк кенәз Алексей Александрович өсөн үҙгәртеп ҡора һәм хәҙерге ҡиәфәтен ала,дүрт ҡатлы булып китә. 1885 йылда Алексей Александрович Мойкалағы һарайҙы ала,Яр һарайы урамындағы йорт Ггеоргий Федорович Менгден ҡулына күсә. Артабан бинаны үҙгәртеп ҡороу менән академик А.И.Тихобразов шөғөлләнгән 1890 йылда Менгенден йорто килемдәр милкенән китеп,үҙенең Ҡышҡы һарай йорто статусын тергеҙә.

Октябрь революцияһынының тәүге йылдарынан һуң Петроград Баш идаралығының музейҙарҙы һәм һәйкәлдәрҙе,боронғо әйберҙәрҙе,сәнғәт, халыҡ көнкүрешен һәм тәбиғәтте һаҡлау бүлеге урынлаша. 1930 йылда юғары уҡыу йорттары уҡытыусылары менән Эрмитажға фәндәр Академияһының хеҙмәткәрҙәре күсә.

Хәҙергеһе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хәҙерге ваҡытта йорт Дәүләт Эрмитажы ҡарамағында.

2012 йылдың сентябрендәге КГИОП бойороғона ярашлы,бина Петербургтың мәҙәни мираҫ объекттары реестрына индерелгән « Ф. М. Скляев йорто (Г.Ф. Менгден йорто, Ҡышҡы һарайҙың Запас йорто)»[3].

2014 йылға бинаны реконструкциялауҙы тамамлау планлаштыра,

Әммә йортто реставрациялау 2017 йылда ғына тамамлана. Һуңынан бында Эрмитаждың яңы сифатлы аппаратуралары менән ғилми комплексы урынлаша.Көнсығыш сәнғәтенең ғилми реставрациялау лабараторияһы Запас йортта урынлашҡан. Ул Рәсәйҙә генә түгел, әммә донъялағы берҙән-бер лабаратория[4].

Билдәле йәшәүселәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Бөйөк кенәз Алексей Александрович (1877 буйынса 1885 с)
  • Сергей Витта Юлиевич (1905 октябрь — апрель, 1906; фатир № 4)
  • Тарла Евгений Викторович (1933-1955; шулай уҡ фатир № 4)
  • Камилла Васильевна Тревер

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Соловьёва, 2005
  2. Агеев и др., 2005
  3. БН.ру от 10.09.2012: Дом Скляева включен в реестр объектов культурного наследия Петербурга(недоступная ссылка)
  4. Завершилась реставрация Запасного дома Зимнего дворца. Телеканал «Россия. Культура» (10 апрель 2017). Дата обращения: 4 ғинуар 2020. 2019 йыл 24 сентябрь архивланған.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Агеев А. Н., Агеев С.А., Агеев Н. А. Между Большой Невой и Мойкой. Восточная часть территории от Фонтанки до Невского проспекта и Дворцового проезда. — Москва: ЗАО «Центрполиграф», 2005.
  • Т. А. Соловьёва. Дворцовая набережная. — СПб.: Крига, 2005.