Эстәлеккә күсергә

Байым Ҡыҙраев

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Ҡыҙраев Байым Ҡыҙрай улы битенән йүнәлтелде)
Байым Ҡыҙраев
Тыуған көнө

1720 йылдан алда

Тыуған урыны

Байым ауылы,
Күбәләк улусы,
Рәсәй империяһы[1]

Вафат булған көнө

1783 йылдан һуң

Вафат булған урыны

Байым ауылы,
Күбәләк улусы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Әбйәлил районы)

Подданлығы

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы

Атаһы

Ҡыҙрай Дәүләтов

Балалары

Абҙан (йәки Абҙаҡ) Байымов

Байым Ҡыҙраев (Байым тархан Ҡыҙраев) — башҡорт старшинаһы, тархан, мәғдән эҙләүсе, 1773—1775 йылдарҙағы Е. И. Пугачёв етәкселегендәге Крәҫтиәндәр һуғышында ҡатнашыусы, Пугачёв полковнигы[2], һуғышта ҡатнашыусы Башҡорт ғәскәренең баш ғәскәри судьяһы[3].

Рәсәй империяһының Иҫәт провинцияһы Күбәләк улусы старшинаһы.Байым Ҡыҙраевтың ҡартатаһы Тормәмбәт Ялтыҡов кенәз булған. Байымдың йорт старшиналары булып хеҙмәт иткән Абҙан, Әбдүкәй (1761—?) һәм Ҡаҙымбәт (1762—?) исемле улдары билдәле[4].

Мөлкәтендә 6 мең баш йылҡы малы булған. Көньяҡ Уралда тимер мәғдәнен, шул иҫәптән Магнит тауын, беренсе асыусы булараҡ билдәле.

1740 йылда штейгер Марков һәм тәржемәсе Роман Уразлинға Әтәс тауында (хәҙерге Магнитогорск) тимер рудаһы ятҡылығын күрһәтә. Шулай уҡ завод хужалары Иван Мясников һәм Иван Твердышевҡа Ҡара Табын улусының башҡорт Ейәнбайҙың ауылы янында тимер ятҡылығы булыуы тураһында хәбәр итә[4].

Батшаға тоғро хеҙмәте өсөн ҡылыс менән бүләкләнә[4].

1755—1756 йылдарҙағы башҡорт ихтилалын карателдәр тарафынан баҫытырыу ваҡытында, Ҡыҙыл ҡәлғәһендә хеҙмәт иткән тархан Байым Ҡыҙраев пол командиры Исаков тарафынан ҡулға алына. Исаков уны баш күтәреүселәрҙең шымсыһы тип һанай һәм ике тапҡыр ҡаты язаға тарттыра[4].

1770 йылдың 18—19 июнендә академик И. И. Лепёхин менән осраша. Иван Лепёхин уның байлығы һәм ҙур йылҡы өйөрҙәре тураһында мәғлүмәттәр яҙып ҡалдырған[4].

1774 йылдың апрелендә Е. И. Пугачёв уға атлы отрядтарҙы ойоштороуҙы һорап хат яҙа. Ҡыҙраев үҙенең командаһы менән бергә Пугачёвҡа килә һәм ихтиласыларҙың Хәрби коллегияһы тарафынан Башҡортостан судьяһы итеп тәғәйенләнә[4].

Карател ғәскәрҙәренең баш командующие генерал-поручик Ф. Ф. Щербатов үҙенең 1774 йылды 11 майында императрица Екатерина II яҙған донесениеһында Байым тархандың башҡа башҡорт старшиналарға бигерәк тә ҙур йоғонтоһо өсөн уларҙың «рухи түрәһе» («духовный начальник») тип атай[4].

1773 йылда Байым Ҡыҙраев отставкаға киткәс уның улы Абҙан Күбәләк улусы старшинаһы була[4].

  • Мишкович Г. И. Дело о горе Магнитной //Вопросы истории. 1977. № 3.
  • Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана. Кн.1. — Уфа, 1997.
  • Крестьянская война 1773—1775 гг. на территории Башкирии. — Уфа, 1975.
  • Материалы для истории Пугачевского бунта // Пермский сборник. — М., 1860. Кн. 2.
  • Лимонов Ю. А., В. В. Мавродин, В. М. Панеях. Пугачев и пугачевцы. — Л., 1974.