Эстәлеккә күсергә

Ҡыҙыл турғай

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡыҙыл турғай
Фәнни классификация
Батшалыҡ: Хайуандар
Тип: Хордалылар
Класс: Ҡоштар
Отряд: Турғай һымаҡтар
Ғаилә: Алаҡас турғай һымаҡтар
Төр: Ҡыҙыл турғай
Латинса исеме
Carpodacus erythrinus (Pallas, 1770)
ITIS 179199
NCBI 175930
Халыҡ-ара Ҡыҙыл китап
en:Least Concern
Ҙур хәүеф янамай
IUCN 3.1 Least Concern : / 149564
Carpodacus erythrinus
Carpodacus erythrinus
Carpodacus erythrinus

Ҡыҙыл турғай, ҡыҙылтүш, ҡантүш, алһыу турғай (лат. Carpodacus erythrinus, рус. Обыкновенная чечевица)— турғай ҙурлығындағы ҡош. Ата ҡоштоң арҡаһы, ҡанаттармы, ҡойроғо ҡыҙғылт көрән. Башы, түше, өҫ яҡтан ҡойроҡ төбө ҡыҙыл, ҡорһағы алһыу. Инә ҡоштоң һырты йәшкелт көрән, кәүҙәһенең аҫ яғы көрәнһыу һыҙыҡлы аҡһыл һоро. Ҡыҙылтүштән башы ҡыҙыл булыуы, бәләкәйлеге менән айырыла.


Матур итеп һыҙғыра: «тйүии». һайрауы һыҙғырыуҙан һәм яңғырауыҡ¬лы сутылдауҙан тора.


Урман ситтәрендә, болондарҙағы ҡыуаҡлыҡтарҙа, яр буйҙарындағы шырлыҡтарҙа йәшәй. Төрлө орлоҡтар, бөжәктәр ашай. Киң генә таралған күсмә ҡош. Ағасҡа йәки ҡыуаҡта оялай. Көрән таплы 5—6 бөртөк йәшкелт зәңгәр йомортҡаһы була.


Э.Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары китабы. Өфө,1986 йыл. ИБ №3478 28.693.35 И 90