Ҡыҙ сатыр бәшмәге
Ҡыҙ сатыр бәшмәге | ||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Фәнни классификация | ||||||||||||||
|
||||||||||||||
Латинса исеме | ||||||||||||||
Leucoagaricus nympharum (Kalchbr.) Bon, 1977 | ||||||||||||||
Синонимы: | ||||||||||||||
Ҡыҙ сатыр бәшмәге (лат. Macrolepiota puellaris) — базидиомицеттар класының агарик һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған бәшмәк.
Таралышы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Европала һәм Алыҫ Көнсығышта таралған. Башҡортостан Республикаһы Белорет районының ылыҫлы һәм ылыҫлы-киң япраҡлы урмандарында августан алып сентябргә тиклем осрай. Аҙ билдәле, ашарға яраҡлы бәшмәк, аҙыҡ итеп сей көйө ҡулланыла. Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабына индерелгән.
Ҡыҫҡаса һүрәтләмә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Эшләпәһенең диам. 4—7 см (ҡайһы берҙә 12‑гә тиклем), сатыр формаһында, сүсле, аҡ төҫтә (өлгөргән бәшмәктеке үҙәгендә һарғылт‑көрән), эре ысҡынмалы өсмөйөш һорғолт тәңкәләр м‑н. Пластинкалары ирекле, аҡһыл төҫтә. Һабы 7—16 см оҙонлоҡта, аҫҡы өлөшөндә ҡалынлығы 1,2—2,2, өҫкөһөндә — 0,6—1,0 см, аҡ төҫтәге ҡуласа менән. Итсәһе (бер аҙ торма еҫе сығып тора) һәм спора онтағы аҡ. Сапротрофтар.
Ҡыҙ сатыр бәшмәге // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Таксономия на сайте www.mycobank.org (Тикшерелеү көнө: 27 август 2009)
- Гриб-зонтик девичий в Красной книге России (Тикшерелеү көнө: 27 август 2009)
- Гриб-зонтик девичий в Красной книге Сахалина(недоступная ссылка) (Тикшерелеү көнө: 27 август 2009)
- Гриб-зонтик девичий в Красной книге Белоруссии(недоступная ссылка) (Тикшерелеү көнө: 27 август 2009)
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Рәсәйҙең Ҡыҙыл китабы төрҙөң статусы күрһәтелмәгән | |
ИПЭЭ РАН сайтында эҙләргә |