Эстәлеккә күсергә

Ҡыҙ ҡәлғәһе (Баҡы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
ЮНЕСКО
Башня
Ҡыҙ ҡәлғәһе
әзерб. Qız Qalası
Ил Әзербайжан
Ҡала Баҡы
Координаталар 40°21′58″ с. ш. 49°50′14″ в. д.HGЯO
Архитектура стиле Ширван-апшерон мәктәбе
Архитектор Масуд ибн Давуд
Нигеҙләнгән XII быуат
Статус ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы объекты
Бейеклеге 28 м
Материал таш
Бөгөнгө хәле Музей
Ҡыҙ ҡәлғәһе (Баҡы) (Әзербайжан Ичери-Шехер)

Ҡыҙ ҡәлғәһе (әзерб. Qız QalasıQız Qalası — Гыз галасы) — Ичери-шәһәрҙең яр буйы өлөшөндәге боронғо ҡәлғә. Баҡы ҡәлғәһеның яр буйы «фасадының» мөһим компоненттарының береһе булып тора. Башня өлөшләтә юнылған таштар менән йөҙләнгән һәм осона тиклем ярымтүңәрәк сығынтылар менән уратылған ҡәлғә диуары менән һаҡлана.

1630 йылғы гравюра, Э. Кемпфер

Ҡыҙ ҡәлғәһен төҙөү ваҡыты билдәһеҙ. Уның ингән ерҙәге осона: «Масуд ибн-Давуд губбе (көмбәҙе)» тигән ике юллыҡ куфи яҙыулы таш плита беркетелгән. Оҙаҡ ваҡыт, әлеге яҙыуға нигеҙләнеп, башня XII быуатта төҙөлгән, тигән ҡараш йәшәй. Әммә плита һуңыраҡ барлыҡҡа килә. Уның ремонт ваҡытында тәҙрә көпләнгән ҡәбер өҫтөндәге плита булы йәки ҡоролманы ремонтлаусы оҫтаның исеме мәңгеләштерелеүе лә ихтимал. Ентекләберәк ҡарағанды был урында тәҙрә йәки уйым булыуын күрергә мөмкин. Плита урынлаштырылғандан һуң уның өҫкө яғына осраҡлы таш ҡуйыла, ә тишектәр тәҙәләш ваҡытында ҡулланылмаған ҡатнашма менән һылана. Плита урынында тәҙрә булыуын уның урынлашыуы ла раҫлай — уйым башняның ҡапма-ҡаршы яғындағы тәҙрә менән бер кимәлдә тигәндәй тора.

Башня ике этапта төҙөлә. Беренсеһе исламға тиклем дәүергә ҡараһа, яҙма һуңғараҡ осорға, XII быуат тирәһенә тура килә.

XVIIIXIX быуатта Ҡыҙ ҡәлғәһе маяҡ булараҡ ҡулланыла. Маяҡ 1858 йылдың 13 июндә яҡтырта башлай, уға тиклем уның өҫтөндә ҡәлғә флагы күтәрелә. Һуңғараҡ, ҡала үҫешә башлағас, маяҡ уттары ҡалал уттары менән ҡушыла һәм 1907 йылда маяк Наргин утрауҙарына күсерелә.

Ҡыҙ ҡәлғәһе күп тапҡырҙар реставрациялана. XIX быуатта рус хәрби ведомствоһы тарафынан үткәрелгән ремонт ваҡытында башняның түбәһенән оборона өсөн хеҙмәт иткән машикулдәр (тештәр), юҡҡа сыға. 1964 йылда башня музейға әйләндерелә, ә 2000 йылдаЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индерелә. Һуңғы тапҡыр башня 2012—2013 йылдарҙа реставрациялана.

XII быуатта Ҡыҙ ҡәлғәһе Баҡы ҡәлғәһеның оборона системаһына инә һәм Баҡы ҡәлғәһенең төп цитаделе — Ширваншахтарҙың иң ҡеүәтле ҡләғәләренең береһе булып тора. Әммә һуңғы тикшеренеүҙәр уның оборона тәғәйенләнеше тураһындағы барлыҡ фараздарҙы инҡар итә. Үҙенең формаһы буйынса ла, эске ҡоролошо, урынлашыуы буйынса ла ул бер ниндәй ҙә оборона бурыстарына тап килмәй, бының өсөн яраҡлы ла булмай. Күргҙмә миҫал булып уның тәҙрәләре урынлашыуы тора: башняла улар бер нисә һәм улар ҡаттарҙа түгел, ә баҫҡыстар буйында урынлашҡан һәм аҫҡа түгел, өҫкә ҡарайҙар. Бынан тыш, түбә майҙаны ныҡ бәләкәй, уларҙа ниндәй ҙә булһа ҡорал урынлаштырып булмай. Өсөнсөнән, беренсе һәм башҡа ҡаттар араһында бәйләнеш юҡ. Йәғни беренсе ҡатта баҫҡым булмай, уны алып ҡуялар. шула йиткән хәлдә, өҫкө ҡаттағылар -ҙҙәрен-үҙҙәре биклеп ҡуйған булыр ине. Былар барыһы ла Ҡыҙ ҡәлғәһеның дини тәғәйенләнеше тураһындағы фекерҙе раҫлай. Ул зароастризмдың Сәсәниҙәр дәүләте заманында йәиһә уларға тиклем (әгәр изге Варфоломейҙы язалау тураһындағы риүәйәт хаҡ булһа) төҙөлгән «өндәшмәү башняһы» булыуы ихтимал.

Яҫы таш көмбәҙҙәр менән башняның эсе 8 ярусҡа бүленә, улар боролмалы баҫҡыстар менән тоташа, яҡтылыҡ сығынтыларҙан көньяҡтараҡ урынлашҡан ярыҡтар аша ғына төшә. Башняла булыусылар, ә улар 200 кеше булыуы мөмкин, һыуҙы тәрән ҡоҙоҡтан ала.Үҙенең дәүмәле (бейеклеге — 28 м, диаметыр — 16—16,5 м)[1] һәм стеналарының ҡалынлығы (нигеҙендә — 5 м, өҫкө яҡта — 4 м) Ҡыҙ ҡәлғәһе Апшерон ҡәлғәләренән өҫтөнөрәк тора. Контрфорс та, таш йәҙрәләрҙе кире ҡаҡлыҡтырған йәшерен урын да булмаған серле сығынтыларҙың да аналогы юҡ. Һаҡланыу саралары, күрәһең, архитектура характеры билдәләнмәгән үрге майҙансығында тупланғандыр. Таштары сығып һәм эскә батып торған корпустың ҡытыршы өҫтө лә ғәҙәти түгел. ХХ быуат башы һәм унан алдағы осор менән билдәләнгән Ҡыҙ ҡәлғәһе һүрәтләнешендә ҡаттар хаҡында мәғлүмәт юҡ.

Башняның ингән яғындағы фасадына куфи яҙмаһы булған таш ҡуйылған. Уға: «Масудтың, Давуд улының башняһы» тип яҙылған[2].

Легендаға нигеҙләнгән «Ҡыҙ ҡәлғәһе» балетынан күренеш

Ҡыҙ ҡәлғәһеның барлыҡҡа килеүе тураһында бик күп легендалар йөрөй. Уларҙың күпселеге «Ҡыҙ» һүҙенең атамаһы менән бәйле. Легендаларҙың береһе, шаһ ҡыҙын яратмаған кешегә бирергә булған. Атаһын дүндерә алыуына ышанып һәм үҙенә төшкән яҙмыштан ҡотолорға теләп ҡыҙы шаһтан башня төҙөүөн һәм төҙөлөш тамамланғансы кейәүгә бирмәй тороуын үтенгән. Әммә төҙөлөш таммаланыуға ла шаһ ҡарарын үҙгәртмәгән. Ахырҙа ҡыҙы башня башына менеп, диңгеҙгә ташланған. Шунан һуң шаһ ҡыҙы һәләк бәрелеп һәләк булған ташты «Ғиффәтлелек ташы» тип атайҙар. Ҡыҙҙар уға сәсәкәләр һала. Легенданың икенсе варианты ла бар: ҡыҙ диңгеҙгә ташланғандан һуң, уның һөйгәне батшаны үлтереп үс ала, ләкин тиҙҙән һыуһылыуҙарҙың һөйгәнен ҡотҡарғанын асыҡлай. Күпмелер ваҡыттан һуң йәш йөрәктәр бер-береһен табып, ҡауыша. Легенда шулай уҡ Каспий диңгеҙе Ҡыҙ ҡәлғәһеның итәгендә генә булғанын да раҫлай.

Риүәйәттәргә ярашлы, Ҡыҙ ҡәлғәһе эргәһендә изге Варфоломей, Ғайса бәйғәмбәрҙең 12 апостолының береһе язалана. Баҡы территорияһына Варфоломей I быуатта, мәжүси ҡәбиләләр араһына христианлыҡты таратырға килә. Варфоломей тәғлимәте кире ҡағыла һәм уны Ҡыҙ ҡала диуарҙары эргәһендә язалайҙар. Ҡыҙ ҡала эргәһендә ҡаҙыныу эштәре алып барғанда апостол һәләк булған ерҙә һалынған боронғо ҡорам ҡалдыҡтары табыла. Ләкин сығанаҡтарҙа күрһәтелгән Ворфоломей язаланған Албанополь ҡәлғәһеның аныҡ урыны тураһында төрлө версиялар йәшәй[3].

Ҡыҙҙар башняһы мәҙәниәттә

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Файл:Макет Девичьей башни.jpg
Гейдар Алиевтың Мәҙәни үҙәгендә Ҡыҙҙар башняһының макеты

1923 йылда күренекле әзербайжан драматургы Джафар Джабарлы «Ҡыҙҙар башняһы» тип аталған поэма яҙа. Икенсе йылына экрандарға легенда сюжетына нигеҙләнгән һәм Әзербайжанда төшөрөлгән беренсе совет фильмы сыға. 1940 йылда Афрасияб Бадалбейлиҙың Ҡыһһар башняһына арналған беренсе Әзербайжан балеты ҡуйыла. Баҡы ҡәлғәһе символына Рәсүл Рзы шиғыры ла бағышлана:

Расул Рза
Девичья башня

Веков кровавый свет в тебе
Года торжеств и бед в тебе
Неизгладимый след в тебе
Тех лет, Девичья башня.
Шепни, шепни, скажи, скажи
О гордости моей души,
Тебе внимаю я в тиши,
Девичья башня.

И ранних облаков полёт
Нетороплив, как мыслей ход,
Не ты ли родины оплот,
Девичья башня?
Шепни, шепни, скажи, скажи
Пусть люди слушают в тиши.

Наступит вечер у воды.
Года, века молчала ты,
Яви слова из темноты,
Девичья башня!
Пора, пора, шепни, скажи -
Планета слушает в тиши.

Ҡыҙҙар башняһын билдәле рәссамдарҙың картиналарында күрергә мөмкин.

2010 йылдан Ҡыҙҙар башняһын популярлаштырыу маҡсатында «Ҡыҙҙар башняһы» халыҡ-ара сәнғәт фестивале уҙғарыла башлай, уның сиктәрендә төрлө илдәр рәссамдары башня макетын биҙәй.

Ҡыҙҙар башняһы почта маркаларында

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡыҙҙар башняһына СССР-ҙың һәм Әзербайжандың маркалары бағышлана

  • Бретаницкий Л. С., Веймарн Б. В. Искусство Азербайджана IV — XVIII веков / Редактор И. А. Шкирич. — М.: Искусство, 1976. — 272 с.
  • Дадашев С., Усейнов А. Архитектурные памятники Баку / Редактор В. А. Веснин. — М.: Издательство Академии архитектуры СССР, 1946. — 111 с.