Ҡәйепов Мөхәмәтгәрәй Ильяс улы
Перейти к навигации
Перейти к поиску
Мөхәмәтгәрәй Ильяс улы Ҡәйепов (1825—?) — кантон башлығы, зауряд-есаул (1862).
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ҡәйепов Мөхәмәтгәрәй Ильяс улы сығышы менән Стәрлетамаҡ өйәҙе Тәлтем-Юрматы улусы Йомағужа ауылы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Стәрлебаш районы) башҡорттарынан.
1849 йылдан йорт старшинаһы, 1855 йылдан — 27-се башҡорт кантоны башлығы ярҙамсыһы, 1856 йылдан — 28-се башҡорт кантоны башлығы ярҙамсыһы, 1859 йылдан — 28-се, 1860 йылдан — 27-се башҡорт кантондары башлығы булып хеҙмәт итә.
1853—1856 йылдарҙағы Көнсығыш һуғышы (Ҡырым һуғышы) иҫтәлегенә бронза миҙалы менән бүләкләнгән.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Таһирова Л. Ф. Ҡәйепов Мөхәмәтгәрәй Ильяс улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.