Эстәлеккә күсергә

Вәлиуллин Ҡәҙим Барый улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Ҡәҙим Вәлиуллин битенән йүнәлтелде)
Вәлиуллин Ҡәҙим Барый улы

Вәлиуллин Ҡәҙим Барый улы (24 октябрь 1930 йыл) — тарихсы-ғалим, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Тарих фәндәре докторы (1995), профессор (1996). Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2006).

Ҡәҙим Барый улы Вәлиуллин 1930 йылдың 24 октябрендә Башҡорт АССР-ының Иҫке Балтас районы[1] Иҫке Тимкә ауылында тыуған.

1960 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлай. 1949—1951 йылдарҙа, 1954—1955 йылдарҙа Балтас районы мәктәптәрендә, 1960—1962 йылдарҙа Бәләбәй педагогия училищеһында эшләй. 1965 йылдан алып Башҡорт дәүләт университетында уҡыта.

Фәнни эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Вәлиуллин Ҡәҙим Барый улының фәнни хеҙмәттәре XX быуаттың 1960—1980‑се йылдарында Уралдың ижтимағи- иҡтисади тарихы проблемаларына арналған. 90‑ға яҡын ғилми хеҙмәт, шул иҫәптән 12 китап, юғары уҡыу йорттары өсөн дәреслектәр һәм брошюралар авторы.

  • Общественно‑политическая активность рабочего класса в условиях развитого социализма. Өфө, 1981
  • История города Стерлитамака. Уфа, 1994 (авторҙаш)
  • Рабочий класс в общественно‑политической жизни страны в 1959—1975 гг. (на материалах Урала). Өфө, 1995.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]