Эстәлеккә күсергә

Ҡәҙриә Нурмәмбәт

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡәҙриә Нурмәмбәт
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Румыния
Тыуған көнө 21 август 1933({{padleft:1933|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:21|2|0}})
Тыуған урыны Добрич, Болгария
Вафат булған көнө 31 ғинуар 2023({{padleft:2023|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:31|2|0}})[1] (89 йәш)
Вафат булған урыны Бухарест, Румыния
Һөнәр төрө йырсы, адвокат
Уҡыу йорто Бухарест университеты[d]
Әүҙемлек осороноң тамамланыуы 2023
Музыка ҡоралы вокал[d]
Жанр халыҡ музыкаһы[d]
Тауыш яҙҙырыу лейблы Електрекорд[d]

Ҡәҙриә Нурмәмбәт (рус. Кадрие́ Нурмамбе́т рум. Kadriye Nurmambet, ҡырымтат. Qadriye Nurmambet; 21 август 1933 йыл— 31 ғинуар 2023 йыл) — Румыния ҡырым татарҙары халыҡ йырҙарын башҡарыусы һәм фольклорсы. Бай үҙенсәлекле тауышы өсөн үҙ илендә «Добруджа һандуғасы» ҡушаматы ала[2][3][4][5]

Ҡәҙриә 1933 йылдың 21 авгусында Румыния Короллегенең Добруджа төбәгендә (хәҙер Добрич , Болгария) ҡырым-татарҙары Пакизе һәм Әхмәт Нурмамбет ғаиләһендә тыуған. Уның атаһы Мэрашештиҙың 9-сы дивизияһының 40-сы артиллерия полкы офицеры була. Румыния Икенсе бөтә донъя һуғышы башланыр алдынан Көньяҡ Добруджаны Болгарияға биргәс, Ҡәҙриә ғаиләһе төньяҡҡа, атаһы гарнизон командиры итеп тәғәйенләнгән Межидияға, күсә.[2]

Бухарест университетында юридик белем ала, уны 1957 йылда тамамлай. Румынияла беренсе ҡырым- татар ҡатын-ҡыҙ адвокат була, Констанцалаадвокаттар коллегияһында хеҙмәт итә[2][3].

Нурмамбет бала саҡтан уҡ фольклор һәм халыҡ музыкаһы менән ҡыҙыҡһына, һәм бәләкәйҙән ҡырым- татар һәм румын фольклор коллективтары составында сығыш яһай. 1950 йылда ул Румын атенеумы сәхнәһендә илдәге билдәле артистар менән бергә сығыш яһай[2].

1954 йылда Бухарест Милли музыка университеты профессоры Тибериу Александру уның сығышын юғары баһалай, һәм уның ярҙамында Ҡәҙриәнең тауышы радиола яңғырай башлай. Уның беренсе пластинкаһы 1960 йылда Electrecord лейбл аҫтында сыға уның артынан башҡалары 1963, 1974, 1980, 1982 һәм 1989 йылдарҙа сыға[2].

Ҡәҙриә тәүге халыҡ йырҙарын әсәһенән өйрәнә. Һуңыраҡ ул традицион йырҙар йыйыу менән ныҡлап ҡыҙыҡһына. Добруджа ауылдары буйлап сәйәхәт итә һәм урындағы халыҡты — ҡырым -татар, нуғай һәм төрөк мәҙәниәтен йөрөтөүселәрҙе эҙләй.10-ға яҡын йыр йыйынтығын яҙҙыра.

1957 йылда ул Бухарест этнография һәм фольклор Институтының «Алтын тауыш архивы» өсөн 90-дан ашыу традицион татар һәм төрөк йырҙарын яҙҙырыу өсөн саҡырыла. Үҙ ғүмере буйына Румыниянан килгән төрөк һәм татарҙарҙың традицион музыкаһын һаҡлап ҡалыуға, фольклор башҡарыусыларҙы өйрәтеүгә йүнәлтелгән ҙур тырышлыҡ һала[2][3].

Уның һуңғыһы студия альбомы «Татар һәм төрөк традицион халыҡ йырҙары» исеме менән 2009 йылда Electrecord лейблы аҫтында сығарыла.[5] Ул яҙып алған йөҙләгән ҡырым- -татар һәм төрөк йырҙары Бухареста Этнография һәм фольклор институтының «Алтын тауыш архивы»нда һаҡлана.

2023 йылдың 31 ғинуарында Бухареста вафат була.[6]

  1. http://www.radioconstanta.ro/2023/02/01/s-a-stins-din-viata-priveghetoarea-cantecului-popular-tataresc-si-turcesc-kadriye-nurmambet-1932-2023/
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 2,5 Agi-Amet, Gemal. Dicţionarul personalităţilor turco-tătare din România. — Constanta: Metafora. — ISBN 9789739340274.
  3. 3,0 3,1 3,2 Yusuf Ismail, Gülşen Romanya'nın bülbül sesi: Kadriye Nurmambet (Crimean Turkish) // Kalgay. Архивировано из первоисточника 19 август 2014.
  4. Bocai, Adina. Kadriye Nurmambet "pledează", din nou, pentru "Melodii populare tătăreşti şi turceşti"  (рум.), Cuget Liber (19 октябрь 2009). 15 август 2014 тикшерелгән.
  5. 5,0 5,1 Bucinschi, Raluca. Bibliografia Nationala Romana: Documente muzicale tiparite si audiovizuale, Anul XLIV/2011. — Bucharest: Editura Bibliotecii Nationale a Romaniei. — С. 14.
  6. /Умерла крымскотатарская певица Кадрие Нурмамбет