Үрге Бүлеү
Үрге Бүлеү | |
саха Үөһээ Бүлүү | |
Рәсми атамаһы | Үөһээ Бүлүү |
---|---|
Рәсми тел | саха теле һәм урыҫ теле |
Дәүләт | Рәсәй |
Административ үҙәге | Верхневилюйский улус[d] һәм Верхневилюйский наслег[d][1] |
Административ-территориаль берәмек | Верхневилюйский наслег[d][1] |
Халыҡ һаны | 6436 кеше (2021)[2] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 124 метр |
Почта индексы | 678230 |
Урындағы телефон коды | 8)41133 |
Үрге Бүлеү — Верхневилю́йск (саха Үөһээ Бүлүү) Саха Республикаһындағы ауыл административ Үрге Бүлеү улусы үҙәге[3].
Көнбайыш Яҡутстандың ҙур туристик һәм финанс үҙәге.
Географияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Үрге Бүлеү ауылы Якутск ҡалаһынан 677 километр алыҫлыҡта Үрге Ьүлеү улусының (районының) уртаһында Вилюй йылғаһының уң ярында урынлашҡан.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Үрге Бүлеү ҡышҡы ауыл булараҡ беренсе тапҡыр 1637 йылда телгә алына. Тубыл бояры улы Воин Шахов тораҡҡа нигеҙ һала. Тарих фәндәре кандидаты П. П. Петров — Хардыы раҫлауынса, 1730 йылда Куорамыкы төбәгендә епископ Нерунович тәре урынлаштыра, шул осорҙан алып, ауыл наслег үҙәге, артабан Верхневилюйск улусы үҙәге булып китә Ауыл булараҡ уның барлыҡҡа килеүе яҡынса 1780-се йылдарға тура килә[4]. 1835 йылда үҙ аллы ауыл биләмәһе статусы бирелә.
Билдәле тикшеренеүсе Р. Маактың 1887 йылда сыҡҡан «Яҡут өлкәһенең Вилюйск округы» китабында һәм башҡа тарихи документтарҙа, 1813, 1882 йылдарҙа Куорамыҡта һәм уның тирәһендә ятҡан күлдәр янында 70-кә яҡын кеше йәшәгән, тип күрһәтелә.
1823 йылда Үрге Бүлеү комиссариаты Үрге Бүлеү һәм Мархин улустарына бүленә. Куорамыкы ауылы ул саҡта уҡ 2-се Едюгей наслегы үҙәге һәм улус хакимиәтенең идаралығы булған. Степан Струкин (Ботох уола) төҙөгән улус башҡармаһы бинаһы 1859 йылда Куорамыкы төбәгенә күсерелә. Яңы идара бинаһы 1915 йылда бай эшҡыуар Кривогорницин (Асыҡай) төҙөткән.
1876 йылда тәүге мәктәп (халыҡ училищеһы) асыла. Беренсе уҡытыусылар булып Андреев И. А., билдәле мәғрифәтсе Василий Григорьевич Монастырев эшләй, ул яҡут халҡын ағартыу—мәғрифәтселеге өсөн 4 миҙал менән бүләкләнгән.
1897 йылда Изге Троицк сиркәүе төҙөлгән, 1899 йылда священник Винокуров уны изгеләндерә
1935 йылдың 10 февралендә Яҡут АССР-ы Үҙәк Башҡарма Комитеты Президиумы ҡарары менән Верхневилюйский районы ойошторола, шул ваҡыттан алып Үрге Бүлеү ауылы Верхневилюйск районы үҙәге булып тора. Бында Яҡут Республикаһының билдәле партия-совет эшмәкәрҙәре Г. И. Чиряев, Ю. Н. Прокопьев, М. Е. Николаев, М. Т. Егоров һәм башҡалар хеҙмәт биографияһын башлай[5].
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Үрге Бүлеү ауылында 6500 кеше йәшәй. Ирҙәр — 3172, ҡатын-ҡыҙҙар — 3329[6].
Инфраструктураһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]М. А. Алексеев исемендәге Верхневилюйск Республика гимназияһы, 3 урта мәктәп, башланғыс, спорт һәм музыка мәктәбе эшләй. П. Н. Тобуроков исемендәге Ял үҙәге, халыҡ театры, 21 филиалға эйә үҙәкләштерелгән китапхана системаһы, балалар китапханаһы, һаулыҡ һаҡлау, сауҙа учреждениелары бар[7]. Ауылда П. Х. Староватов[8] исемендәге тыуған яҡты өйрәнеү музейы бар.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 ОКТМО (урыҫ)
- ↑ Численность постоянного населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2021 года (урыҫ)
- ↑ Географическая и историческая справка о наслеге 2022 йыл 7 февраль архивланған.
- ↑ Б. О. Долгих Родовой и племенной состав народов Сибири в 18 веке- М. Изд. АН СССР, 1960
- ↑ Географическая и историческая справка о наслеге 2022 йыл 7 февраль архивланған.
- ↑ Географическая и историческая справка о наслеге 2022 йыл 7 февраль архивланған.
- ↑ ВЕРХНЕВИЛЮЙСКИЙ УЛУС (РАЙОН)
- ↑ Краеведческий музей имени П. Х. Староватова 2012 йыл 14 март архивланған.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Б. О. Долгих Родовой и племенной состав народов Сибири в 18 веке- М. Изд. АН СССР, 1960
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ВЕРХНЕВИЛЮЙСКИЙ УЛУС (РАЙОН)
- Географическая и историческая справка о наслеге 2022 йыл 7 февраль архивланған.
- Верхневилюйск
- Ҡалып:ГКГН
- Карта бите P-51-013.
Ҡалып:Населённые пункты Верхневилюйского улуса Ҡалып:Райцентры Якутии