Үрге Кодисцкаро һарайы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Үрге Кодисцкаро һарайы
Дәүләт  Грузия
Мираҫ статусы Культурные памятники национального значения Грузии[d]
Һарайы емереклектәре

Үрге Кодисцкаро һарайыархитектура комплексы Грузияла, Мцхета-Мтианети төбәге Душети районының Земо ауылында Төньяҡ зыяратта урынлашҡан. XVI быуатҡа ҡарай. Комплексҡа һарай, манара, сиркәү һәм бер нисә бина инә

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1976 йылда ҡомартҡыға И. Джавахишвили исемендәге Тарих, археология һәм этнография институты тарафынан археология экспедицияһы эҙләнеүҙәр үткәрә (етәксеһе Р. Рамишвили).

Комплекс 2006 йылда Грузия президенты указына ярашлы дәүләт әһәмиәтендәге мәҙәни ҡомартҡылар исемлегенә индерелә[1].

Тасуирламаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һарай[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һарай планында тура мөйөшлө (30 м х 17). Башлыса кирбестән төҙөлгән. Төҙөлөшөндә һуйырташ ҡулланылған, рәт аралары кирбес менән алмашына. Көмбәҙҙәре һәм аркалары тотош кирбестән эшләнгән. Беренсе ҡат диуарҙарының тик өлөшө генә һаҡланған. Бүлмәләр ике рәттә урынлашҡан. Беренсе рәттә дүрт бүлмә, артҡы рәттә - өс бүлмә. Бөтә бүлмәләрҙә лә камин бар.

Башня[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башняға инеү
Башняның таш баҫҡысы, эске стеналары

Башня (8 х 7,6 м) һарайҙан көнсығышҡа ҡарай 20-25 м алыҫлыҡта тора, һуйырташтан төҙөлгән. Беренсе ҡатта инеү урыны төньяҡ яҡтан. Дүртенсе ҡатта бер тәҙрә, ә өсөнсө ҡатта ике тәҙрә бар. Иҙәне бурсанан, ике ҡатлы. Беренсе. икенсе һәм өсөнсө ҡаттары бер-береһе менән баҫҡыс менән тоташҡан. Башня эстән дә, тыштан да штукатурланған. Ул бай биҙәлгән ҡыйыҡ менән ябылған.

Сиркәү[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сиркәү һарайҙан 100 метр алыҫлыҡта, урманда урынлашҡан. Һуңғы урта быуатҡа ҡарай. Сиркәү (5.3 X7.6 м) төрлө ҙурлыҡтағы һуйырташтарҙан торған төкәтмәләрҙән төҙөлгән. Ныҡ зыян күргән. Сиркәүгә инеү урыны көньяҡ яҡтан булған. Көнсығыш яҡта апсиданың ярым түңәрәк күсәре, ә көнбайыш стенала тура мөйөшлө тәҙрәһе бар. Апсидала, тәҙрәнең ике яғында тура мөйөшлө ниша бар.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • ეროვნული მნიშვნელობის კატეგორიის კულტურის უძრავი ძეგლების სია

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • ბერიძე ვ., XVI-XVIII საუკუნეების ქართული ხუროთმოძღვრება, ტ. 1, თბ., 1983
  • ზაქარაია პ., ქართულ ციხესიმაგრეთა ისტორია უძველესი დროიდან XVIII საუკუნის ბოლომდე, თბ., 2002

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]