Эстәлеккә күсергә

Үрге Маншыр ауыл Советы (Илеш районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Үрге Маншыр ауыл Советы
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Илеш районы
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 2008

Үрге Маншыр ауыл Советы — Илеш районында 2008 йылда бөтөрөлгән административ-территориаль берәмек һәм ауыл биләмәһе (муниципаль берәмек тибы). Почта индексы — 452282. ОКАТО коды — 80230820000. Иғмәт ауыл Советы менән берләштерелә.

Ауыл Советы составы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Үрге Маншыр ауылы — административ үҙәге, Буләк ауылы

Башҡортостан Республикаһының 2008 йылдың 19 ноябрҙәге 49-3 һанлы «Айырым ауыл советтарын берләштереү һәм тораҡ пункттарҙы тапшырыу менән бәйле Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошондағы үҙгәрештәр тураһында» Законы белдерә[1]:

Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошонда түбәндәге үҙгәрештәрҙе индерергә:
Илеш районы буйынса:


Иғмәт ауылында административ үҙәге менән, «Иғмәт» атамаһын һаҡлап, Иғмәт һәм Үрге Маншыр ауыл Советтарын берләштерергә. Үрге Маншыр ауыл Советының Үрге Маншыр, Бүләк ауылдарын Иғмәт ауыл Советы составына индерергә.
Иғмәт ауыл Советының сиктәрен тәҡдим ителгән схема картаһына ярашлы раҫларға.

Иҫәп мәғлүмәттәренән Үрге Маншыр ауыл Советын алып ташларға

2008 йылға Саҡмағош һәм Дүртөйлө райондары, Иғмәт ауыл Советы Рсай ауыл Советы, Сүлте  ауыл Советы, Бишҡурай ауыл Советы муниципаль берәмектәре менән сиктәш («Башҡортостан Республикаһында муниципаль берәмектәрҙең административ үҙәктәре, сиктәре һәм статусы тураһында» 2004 йылдың 17 декабрендәге 126-з һанлы Законы»).

  1. Закон Республики Башкортостан от 19.11.2008 № 49-з «Об изменениях в административно-территориальном устройстве Республики Башкортостан в связи с объединением отдельных сельсоветов и передачей населённых пунктов»