Эстәлеккә күсергә

Үткән заманда башҡорт ҡыҙҙарының оҙатылыуы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Үткән заманда башҡорт ҡыҙҙарының оҙатылыуы
Жанр лирик шиғриәт[d]
Автор Өмөтбаев Мөхәмәтсәлим Ишмөхәмәт улы
Нәшер итеүсе Китап
Нәшер ителеү урыны Ҡазан һәм Өфө
Әҫәрҙең теле татар теле
Нәшер ителеү ваҡыты 1897 һәм 1984

«Үткән заманда башҡорт ҡыҙҙарының оҙатылыуы» — үҙенсәлекле шиғри әҫәр. Башҡорт шағиры-тарихсы, этнограф Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев тарафынан 1877-1878 йылдарҙа ижад ителгән[1]. Тәү башлап 1897 йылда Ҡазанда нәшер ителгән «Йәдкәр» китабында баҫылып сыға. Уҡытыу туған (башҡорт) телдә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмаларының башҡорт әҙәбиәте буйынса 9-сы класс өсөн тәғәйенләнгән хрестоматияға индерелгән[2].

Шиғырҙың әһәмиәте һәм үҙенсәлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Шиғыр үҙенең этнографик мәғлүмәт биреү өҫтөнлөгө менән айырылып тора[3].


Рәшит Шәкүр шиғырҙың әһәмиәтен түбәндәгесә баһалай:

« Әҫәр хәҙер инде онотолоп бөткән йола күренештәрен – башҡортта ҡыҙ оҙатыу тәртиптәрен йәнле һәм мауыҡтырғыс бер тамаша итеп халыҡсан тел менән тасуирлап биреүе айҡанлы этнографтар өсөн генә түгел, киң ҡатлам уҡыусылар, шулай уҡ туған тел уҡытыусылары өсөн дә үҙенсәлекле бер сығанаҡ булараҡ әһәмиәт ҡаҙана[4]. »

Автор башҡорт халҡының ҡыҙ оҙатыуға бәйле йоланы шиғри ҡалыпҡа, рифмаға һалып, ябай ғына теҙеп һөйләп бирә:

Беренсе табын (ҡыҫҡартылып бирелә)

Боронораҡ, беҙҙен элгәре заманда,
Башҡорт, татар йолаһы ҡыҙығында,
Әгәр килһә егет ҡыҙҙың туйына,
Китә ғауға, ауыл ҡыҙы йыйыла.
Элегерәк ҡыҙҙы алып йәшерәләр,
Йә сәхрәлә, йә өйҙә бикләнәләр.
Юҡ, булмай ярҙам итеп кейәүгә,
Елә торғас, ҡала эҙләп йәйәүгә.
Егет-елән ошо саҡ бары кейәүҙең
Ҡулын тотоп йүгерәләр йәйәүҙең.
Егеткә үс булалыр ҡыҙ сәменән,
Йөрәк-бәғ(е)ре сығырҙай күкрәгенән.

Өсөнсө табын (ҡыҫҡартылып бирелә)

Килен булғас, тубый ҡашмау рауалылыр¹
Кәрәкмәй, тип ҡыҙы һәм ялуаралыр,
Был һүҙ менән йәнә асыла майҙан,
Егет-ҡыҙҙар ҡалмай килә һәр өйҙән.
«Тубый ҡашмау теҙелде, еңгәһе, бир,
Ҡыҙым, уға ҡарышма, таҡыяң бир..»
Ҡыҙы таҡыяны бирмәйҙер был эштә,
Йолалап ултыра арғы мөйөштә
Ҡыҙ уртала ҡаса, уртала йәшертә,
Ни хәл итһен, йола булғас, эш урта.
Бара торғас, ҡатын-ҡыҙҙарҙы еңә,
Баҫып барып ала таҡыяны еңгә…

Дүртенсе табын (ҡыҫҡартылып бирелә)

Был ғауғанан бер аҙ баш күтәрелгәс,
Тубый ҡашмауҙы ҡыҙ башына элгәс,
Ваҡыт еткәс уға йортҡа күсергә,
Шул ҡыҙҙар йыйыла ғәмен² эсергә.
Былар ҡыҙға өгөт күп һөйләнеләр,
Йәй артынан көҙҙәр етһә, китер ҡош,
Ыласының, шоңҡарың осто — ҡулың буш.
Килендәштәр, был тиңдәштәр — күңелдәш.
Өгөт һөйләр, йәнә көйләр өләңдәш³.
Берәү әйтер, бүтәндәре түҙәлер,
Һуңынан бөтәһе ҡабатлап һыҙалыр.
Һәр саҡ бер-ике саҡрым баралар.
Бара биреп бәхилләшеп ҡалалар.

¹ рауа — лайыҡ, яраҡлы.
² ғәмен — ғәм эсеү, ҡайғы уртаҡлашыу.
³ өләң — йыр, сеңләү.

Башҡорттарҙың көндәлек тормошонан алынған кейем-һалым исемдәре, шоңҡар, ыласын ҡоштар, халыҡтың ҡылыҡ-ғәҙәттәре шиғырға милли колорит бирәләр. Шаян, шат, изге, саф күңелле башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары күҙ алдына килеп баҫа.[5]

Шиғыр сәсәндәр стилендә 11-11 үлсәүе менән яҙылған. Дүрт юлдың беренсе менән икенсе юлдары һәм өсөнсө, дүртенсе юлдары рифмалашҡан. Өноҡшаш һүҙҙәр һайлап алыу арҡаһында талғын музыкаллек, кәрәк саҡта етеҙ темп тыуҙырылған[5].

  1. Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев. «Йәдкәр». — Өфө: «Китап», 1984 й. — С. 264-се б..
  2. Ғ.С.Ҡунафин,Ғ.Б.Хөсәйенов. «Башҡорт әҙәбиәте.Хрестоматия.9-сы класс». — Өфө: «Китап», 2020 й. — С. 150—151-се б.б..
  3. Ә.И.Харисов. «Башҡорт халҡының әҙәби мираҫы: XVIII-XIX быуаттарҙа». — Өфө: «Китап», 1965 й. — С. 366-сы б..
  4. Рәшит Шәкүр «Арҙаҡлы башҡорттар» Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев
  5. 5,0 5,1 Тимерғәле Килмөхәмәтов. «Халыҡсанлыҡ көсө» «Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев — ғалим». — Өфө: «Китап», 1998 й. — С. 277-се б..


  • Рәшит Шәкүр «Арҙаҡлы башҡорттар» Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев
  • Ғ.С.Ҡунафин,Ғ.Б.Хөсәйенов. «Башҡорт әҙәбиәте.Хрестоматия.9-сы класс». — Өфө: «Китап», 2020 й. — С. 148-се.
  • Ғ.Хөсәйенов. «Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев». — Өфө: «Китап», 1991 й. — С. 246-сы.
  • Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев. «Йәдкәр». — Өфө: «Китап», 1984 й. — С. 43-сө б..
  • Ә.И.Харисов. «Башҡорт халҡының әҙәби мираҫы: XVIII-XIX быуаттарҙа». — Өфө: «Китап», 1965 й. — С. 366-сы б..