Үткән ғүмер (йыр)
«Үткән ғүмер» (икенсе исеме — Ҡалды) — башҡорт халыҡ йыры, оҙон көй.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йырҙың тексы
Турысай ҙа атым, ай, ашамай,
Таңға яҡын ятып, юшамай.
Йырлайыҡ та, дуҫтар, һуҙып-һуҙып,
Бер йырламай күңел бушамай.
Турысай ҙа атым, ай, еләлер,
Йылғырлатып килгән ҡош кеүек.
Үткән генә ғүмерем, ай, буш кеүек,
Ҡалған ғына ғүмер төш кеүек.
Йүгереп кенә йөрөп, үрттәр һалдым
Ирәндеккәй тауҙың үренә.
Үткән генә ғүмер зая үтте,
Бәхет бирһен ҡалған ғүмергә
Күгәреп кенә ятҡан күк арҡаға
Сабып менһәң атҡа көс була.
Үткән ғүмеркәйҙең юҡ билдәһе,
Таң ата ла , дәхи кис була.
Был мәҡәләнең стиле энциклопедик түгел йәки башҡорт теле нормаларын боҙа. |
Тәүге тапҡыр XX быуаттың 30-сы йылдарында С. Ғәбәши яҙып ала. Шиғри тексы «Башҡорт халыҡ ижады» китабында, ноталары менән Ғата Сөләймәнов яҙмаһында «Башҡорт халыҡ йырҙары» йыйынтығында баҫтырыла. Варианттарын Ф. Х. Камаев, А. С. Ключарев, Л. Н. Лебединский, И. В. Салтыков яҙып ала.
«Үткән ғүмер» йырының легендаһы буйынса, ҡайны кеше кейәүенә теләгән бер атты тотоп менергә рөхсәт бирә. Әммә кейәүе толпар тыуғанын көтөргә булған. Ҡайны быға риза булған, ти.
Өлкәр ҡалҡмай, толпар тыумай, тиҙәр халыҡта. Шуға күрә лә кейәү кеше йылда Өлкәр ҡалҡҡан мәлдә йылҡы араһына барып, толпар тыуыуын көткән. Бер нисә йыл көткәндән һуң, толпар тыуа. Тағы ла бер йыл үтеп, толпар менерлек булғас, егет ҡайныһынан кәләше менән ҡайтып китергә рөхсәт һорай. Ҡайны кеше ризалыҡ бирә.
Ҡыҙ өйөрҙән иң яҡшы айғырҙы тотоп эйәрләткән, ә егет мал араһындағы иң алама, яҙғы баҡтаһын да ҡойоп бөтмәгән бер тайға йүгән кейҙереп, тирмә янына килтергән. Ҡыҙ: «Был йолҡош, алама тай менән нисек ҡайтып етмәк булаһың? Юл оҙон бит, өйөрҙән иң яҡшы айғырҙы тотоп мен», — тип илаған. Әммә егет, кәләшенең һүҙҙәренә ҡарамайынса, тайҙы эйәрләгән. Шул мәлдә тай, ер тетрәтеп һелкенеп, өҫтөндәге баҡтаһын ергә һала ла, яҡшы атҡа әйләнә.
Шулай итеп, егет толпарына, ҡыҙ үҙе һайлап алған айғырға атланған да былар ҡайтыр юлға сыҡҡандар. Эй баралар, эй баралар икән. Бара торғас, ҡыҙҙың аты аҡ күбеккә төшкәнсе тирләп, сәсәй башлаған. Ул арала егет менән ҡыҙҙың алдында, бик алыҫта, бер ҡарасҡы уларҙың юлын ҡыйып үтергә ынтыла.
Шул саҡ егет кәләшенә: «Ана-а… алда бер ҡарасҡы беҙҙең юлды ҡыйып үтергә маташа, ул ҡарасҡы уҙған ғүмер булыр. Әгәр ул юлыбыҙҙы ҡыйып үтһә, икебеҙ ҙә үләбеҙ. Артта ҡалма, ҡыу атыңды!» — тип әйткән, ти.
Ҡыҙ атын ҡыҫтап ҡыуа торғас, аты юлда сәсәп йән биргән. Хәҙер улар, икәүһе бер толпарға атланып, һаман алға баралар икән. Барған һайын уларға уҙған ғүмер ҡарасҡыһы нығыраҡ яҡынлашған, ти.
Юлда, толпар өҫтөндә егет менән ҡыҙ һамаҡлап, көй сығарып әйтемләп барғандар. Шул ваҡыттан алып был көй «Үткән ғүмер» тип исемләнеп киткән.
Был ике йәш йөрәктең бер толпарға атланып, уҙған ғүмер ҡарасҡыһынан юлдарын ҡыйҙырмай барыу, уларҙың тиң һәм матур йәшәүен, ғүмер юлдарын аңлата.
Йөкмәткеһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Үткән ғүмер» йыры тормош тураһында тәрән уйҙар менән һуғарылған, ғүмерҙең тиҙ үтеүенә үкенес белдерелә.
Һүрәтләмәһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йыр лирик-эпик характерҙа. Көйө мажор пентатоникаға нигеҙләнгән.
Башҡарыусылар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Үткән ғүмер» йырын К. М. Дияров, «Мәсем таш» ҡурайсылар ансамбле башҡара.
Ҡулланыу
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йырҙы Р. Р. Йыһанов тауыш һәм фортепиано өсөн эшкәрткән.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Үткән ғүмер (йыр) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Алкин М. С. Башҡорт фольклорында вокаль жанрҙар, уларҙы башҡарыу традициялары. — Өфө: Китап, 2002. — 161-се бит