Үҙәк Европала һыу баҫыу (1997)
Викидатала элемент тултырылмаған |
Үҙәк Европала һыу баҫыу 1997 йылдың июлендә, Одра һәм Морава йылғалары йырҙаларынан ташып сығыу сәбәпле, башлана. Һәм был хәл Польша, Чехия һәм Германияға.ҡағылды. 114 кеше һәләк булды, матди зыян 4,5 миллиард доллар тәшкил итте[1][2].
Һыу баҫыу Чехияла башлана, ә һуңыраҡ Польша һәм Германия территорияларына тарала. Польшаның бөтә тарихында иң ҡот осҡос һыу баҫыу тип һаналды, шуның өсөн дә уны Мең йыллыҡ һыу баҫыуы (пол. Powódź tysiąclecia) тип аталды[3][4]. Был термин шулай уҡ Германияла ла ҡулланыла (нем. Jahrtausendflut)[5].
Сәбәптәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Көньяҡ-көнбайыш Польшала һәм төньяҡ Чехияла үткән ике ямғырлы осор, 3-10 һәм 17-22 июль, һыу баҫыуҙың сәбәбе була[4][6]. Генуя циклонының төньяҡ Италиянан Моравияға һәм Польшаға күсеүе яуым-төшөм артыуына килтергән. Көньяҡ Польша оҙайлы осорҙа түбән баҫым үҙәге булып ҡалған.
Бер нисә көндә яуған ямғырҙар бер нисә айҙың уртаса яуым-төшөмөнә тура килә. Кимәл 300—600 мм тәшкил итә. Һыу кимәле 2-3 метрғә күтәрелә[3]. Был ямғырҙар бөтә донъя тарихындағы иң көслө ямғырҙарҙың береһе була[7].
1997 йылғы һыу баҫыу «Донъя» һыу баҫыуы тип аталды, сөнки бындай ямғырҙарҙың ихтималлығы аныҡ бер йыл өсөн 0,1 % тип баһалана[8][9].
Ваҡиғалар үҫеше
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һыу баҫыу 5 июлдә Чехияла башлана, 6 июлдә Польша территорияһына тарала. Был һыу баҫыу көтөлмәгән бик етеҙ ташҡындан ғибәрәт булды, ярты көндә һыу кимәле 4 метрға артты[4].
Польшала иң тәүге ҡаза күреүсе тораҡ пункты Глухолазы ҡалаһы һәм яҡын-тирәләге ауылдар булды. Премьер-министр Влодзимеж Цимошевич ҡалаға 7 июлдә килде[7]. Бәлә-ҡаза тиҙҙән Рацибуж ҡалаһына ҡағылды. Клодзко ҡалаһында йәше йөҙ йылдан ашып киткән бер нисә боронғо бина зыян күрә. 8 июлдә һыу баҫыу Крапковице ҡалаһына барып етә.
Одер йылғаһы, үҙ йырҙаһынан аша сығып, үҙенең ярындағы бөтә ҡалаларҙы баҫты. 10 июлдә Ополе ҡалаһын, 12 июлдә — Вроцлав һәм Рыбник ҡалаларын, бер аҙ һуңыраҡ — Глогув ҡалаһын һыу баҫты.
Поляк-немец сигендә (Одер — Нейсе буйынса сик) һыу баҫыу тиҙлеге кәмей. Шуның арҡаһында немец яғы әҙерләнергә өлгөрә, шуға ла инде зыян күпкә кәмерәк була[4].
18 июлдә Польша президенты Александр Квасьневский милли матәм көнө иғлан итә.
Һыу кимәле
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Түбәндә ташҡын ваҡытында Одра йылғаһының һыу кимәле үҙгәреүе яҙылған таблица килтерелә:[10]:
Урыны | Одра сығанағынан алыҫлығы км-ҙа | һыуҙың максималь кимәле, см | Дата |
---|---|---|---|
Рацибуж, Польша | 55,5 | 1045 | 9 июль, 1997 |
Уйсце-Нысы, Польша | 180,5 | 768 | 10 июль, 1997 |
Рендзин, Польша | 261,1 | 1030 | 13 июль, 1997 |
Бжег-Дольны, Польша | 284,7 | 970 | 13 июль, 1997 — 14 июль, 1997 |
Мальчице, Польша | 304,8 | 792 | 14 июль, 1997 — 15 июль, 1997 |
Сьцинава, Польша | 331,9 | 732 | 15 июль, 1997 |
Глогув, Польша | 392,9 | 712 | 16 июль, 1997 |
Нова-Суль, Польша | 429,8 | 681 | 16 июль, 1997 |
Цигацице, Польша | 471,3 | 682 | 19 июль, 1997 |
Поленцко, Польша | 530,3 | 595 | 24 июль, 1997 |
Рацдорф, Германия | 542,5 | 691 | 24 июль, 1997 |
Айзенхюттенштадт, Германия | 554,1 | 717 | 24 июль, 1997 |
Одерҙағы Франкфурт, Германия | 584,0 | 657—656 | 27 июль, 1997 |
Слубице, Польша | 584,1 | 637 | 27 июль, 1997 |
Кюстрин-Киц, Германия | 614,8 | 653 | 27 июль, 1997 — 28 июль, 1997 |
Киниц, Германия | 633,0 | 628 | 24 июль, 1997 |
Гоздовице, Польша | 645,3 | 659 | 31 июль, 1997 — 1 июль, 1997 |
Хоэнзатен-Финов, Германия | 664,9 | 729 | 31 июль, 1997 |
Хоэнзатен, Германия | 667,2 | 805 | 31 июль, 1997 |
Белинек, Польша | 673,5 | 712 | 31 июль, 1997 — 1 август, 1997 |
Штюцков, Германия | 680,5 | 1009 | 29 июль, 1997 |
Шведт, Германия | 690,6 | 886 | 2 август, 1997 |
697,0 | 840 | 1 август, 1997 — 2 август, 1997 | |
Видухова (Свентокшиский воеводствоһы), Польша | 701,8 | 760 | 2 август, 1997 — 3 август, 1997 |
Гарц (Бранденбург), Германия | 8,0 | 698 | 1 август, 1997 — 2 август, 1997 |
Мешерин, Германия | 14,1 | 672 | 3 август, 1997 |
Грыфино, Польша | 718,5 | 649 | 3 август, 1997 |
Иккермюнде, Германия | Щецин ҡултығы | 536 | 6 август, 1997 |
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Third dike bursts in flood-hit Germany, CNN (27 июль 1997). 2020 йыл 31 август архивланған.
- ↑ Odereinzugsgebiet - das Hochwasser 1997. — Wrocław: IKSO, 1999. — 116 Seiten, [36] Blätter с. — ISBN 83-916202-7-1, 978-83-916202-7-4.
- ↑ 3,0 3,1 Coping with flash floods. — Dordrecht: Kluwer Academic Publishers, 2001. — xviii, 322 pages с. — ISBN 0-7923-6825-8, 978-0-7923-6825-0, 0-7923-6826-6, 978-0-7923-6826-7.
- ↑ 4,0 4,1 4,2 4,3 Extreme hydrological events : new concepts for security : proceedings of the NATO advanced research workshop on extreme hydrological events held in Novosibirsk, Russia, 11-15 July 2005. — Dordrecht: Springer, 2007. — 1 online resource (xiii, 499 pages) с. — ISBN 978-1-4020-5741-0, 1-4020-5741-5, 978-1-4020-5739-7, 1-4020-5739-3, 1-280-94399-8, 978-1-280-94399-7, 6610943990, 9786610943999.
- ↑ Visions of nature : a scientific exploration of people's implicit philosophies regarding nature in Germany, the Netherlands and the United Kingdom. — Berlin: Lit, 2006. — 255 pages с. — ISBN 3-8258-9008-2, 978-3-8258-9008-7.
- ↑ Studien und Tagungsberichte, Schriftenreihe des Landesumweltamtes Brandenburg. Band 16 — Das Sommerhochwasser an der Oder 1997 — Fachbeiträge anläßlich der Brandenburger Ökologietage II. Potsdam. Marz 1997
- ↑ 7,0 7,1 Fluvial hydrosystems. — 1st ed. — London: Chapman & Hall, 1996. — xii, 322 pages с. — ISBN 0-412-37100-6, 978-0-412-37100-4.
- ↑ Czy grozi nam powódź, Polityka (21 февраль 2010).
- ↑ Krzysztof Goniewicz, Frederick M. Burkle Challenges in Implementing Sendai Framework for Disaster Risk Reduction in Poland (инг.) // International Journal of Environmental Research and Public Health. — 2019-07-18. — В. 14. — Т. 16. — С. 2574. — ISSN 1660-4601. — DOI:10.3390/ijerph16142574
- ↑ Studien und Tagungsberichte, Schriftenreihe des Landesumweltamtes Brandenburg. Band 16 — Das Sommerhochwasser an der Oder 1997 — Fachbeiträge anläßlich der Brandenburger Ökologietage II. Potsdam. Marz 1997