Үҙ эше менән мәшғүл һинд ҡатын-ҡыҙҙары ассоциацияһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Үҙ эше менән мәшғүл һинд ҡатын-ҡыҙҙары ассоциацияһы
Барлыҡҡа килеү йылы

1972

Нигеҙ һалыусылар

Эла Бхатт

Урынлашҡан урыны

Ахмадабад, Гуджарат, Индия

Әйҙәүсе шәхестәр

Бханубен Данабхаи Соланки

Ағзалар һаны

1,5 млн тирәһе (2012)

Веб-сайт

http://www.sewa.org/

Үҙ эше менән мәшғүл һинд ҡатын-ҡыҙҙары ассоциацияһы[1] (ингл. Self-Employed Women’s Association of India, ингл. SEWA) — профсоюз кеүек итеп төҙөлгән коммерцияға ҡарамаған һинд ойошмаһы, ағзалыҡ иғәнәләре түләп торған, үҙ хеҙмәте менән эшләп йәшәгән йә бәләкәй предприятиеға идара иткән бер ярым миллион самаһы Һиндостан ҡатын-ҡыҙын берләштерә[2][3][4][5].

Халыҡ-ара профсоюздар конфередацияһының аффилиал ойошмаһы булып тора[2].

SEWA эшмәкәрлегенең маҡсаты икәү[6]:

  • ҡатын-ҡыҙҙарға тулы мәшғүллек мөмкинлеге биреү, сөнки эше булһа, иртәгәһе көнгә ышанысы, йәғни килеме, ризығы, социаль яҡланғанлығы ла була;
  • һәр ҡатын-ҡыҙҙың үҙ-үҙенә ышанысын арттырырға, бойондороҡһоҙлоғон һәм үҙаллы ҡарарҙар ҡабул итеү һәләтен тойорға ярҙам итеү.

SEWA структураһына 2015 йылда бик күп коммерция һәм коммерцияға ҡарамаған ойошмалар, атап әйткәндә, SEWA Bank банк подразделениеһы һәм Vimco SEWA страховка компанияһы инә[6].

Ойошторолоуы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Мумбай кибетендә «Үҙ эше менән мәшғүл һинд ҡатын-ҡыҙҙары ассоциацияһы» ағзалары етештергән тауарҙар

"Үҙ эше менән мәшғүл һинд ҡатын-ҡыҙҙары ассоциацияһы"н [[1972 йыл]да Эла Бхатт ойоштора.

SEWA-ға ҡатын-ҡыҙҙар етәкселек итә. Төп вазифалар ошолай бүленгән: Эла Бхатт (почётлы ойоштороусы вазифаһы), президент — Бханубен Данабхаи Соланки; вице-президент — Маналибен Шах; вице-президент — Манибен Харибхаи Патани; вице-президент — Гаурибен Рамабхаи Брахман; генераль секретарь — Джиотибен Макван; секретарь — Матталбен Шах; ҡаҙнасы — Намрата Бали[3].

Ойошманың штаб-фатиры Ахмадабадта (Һиндостан, Гуджарат штаты) урынлашҡан.

SEWA ағзалары эш рәүеше буйынса дүрт төргә бүленгән: йортонда тороп эшләүселәр, сауҙа алып барыусылар, таратыусылар, хеҙмәт күрһәтеүселәр менән ваҡ етештереүселәр.

Ассоциацияға Бөтә донъя банкы булышлыҡ күрһәтә[7][8].

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

SEWA-ны ойошторған Эла Бхатт АҠШ-тың дәүләт секретары Хиллари Клинтон һәм АҠШ илсеһе менән 2009 йылда

1968 йылда Эла Бхаттҡа Һиндостан Туҡыу сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре профсоюзының ҡатын-ҡыҙҙар тармағына (ингл. Textile Labor Association, TLA) етәкселек итеү тәҡдиме яһала[6][9][10].

Уны үҙ өйөндә тороп эшләгән ҡатын-ҡыҙҙарҙың, шул уҡ эште предприятиеға йөрөп эшләүселәр менән сағыштырғанда, ҡануниәт тарафынан яҡланмаған булыуы борсой. Ошо мәсьәләне хәл итеү маҡсатында ул ҡатын-ҡыҙҙарҙы Туҡыу сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре профсоюзына тупламаҡ була, уға был ойошманың президенты Арвинд Баш ҙур булышлыҡ күрһәтә. Ә 1972 йылда инде Эла Үҙ эше менән мәшғүл ҡатын-ҡыҙҙар ассоциацияһын ойоштора[4][9][10]. Арвинд Баш яңы Ассоциацияның президенты, ә Эла Бхатт генераль секретары булып китә. Был вазифаны ул 1972 йылдан алып 1996 йылға тиклем башҡара[9][11]

Йөктәрҙе башына ҡуйып ташыусы 600 йөксө ҡатын-ҡыҙ ошо профсоюздың тәүге ағзалары була.

2008 йылға ағзалар һаны 966 139 кешегә етә, 2010 йылға миллиондан аша[4], ә 2012 йылда 1,4 миллион тәшкил итә[5].

Ассоциацияның үҫеше күп һанлы кооперативтар һәм ширҡәттәр асылыуға килтерә, улар финанслау, уҡытыу, квалификацияны күтәреү, тикшеренеүҙәр үткәреү, медицина хеҙмәттәре күрһәтеү менән шөғөлләнә, мәктәпкәсә балалар учреждениелары аса һәм и торлаҡ программаларын тормошҡа ашыра[5].

1980-се йылдар башында SEWA һинд хөкүмәте менән халыҡтың фәҡир ҡатламдарына ҡараған әсәләргә ярҙам итеү тураһында һөйләшеүҙәр үткәрә[6]. 2009 йылға SEWA-ның һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге эшмәкәрлеге төрлө йүнәлештәрҙә атҡарыла, шул иҫәптән 60 стационар медицина үҙәгендә һәм күсмә медицина лагерында медицина хеҙмәттәре күрһәтелә, санитар-ағартыу эшмәкәрлеге һәм уҡытыу, урындағы дауаханаларҙа арзан дарыуҙар һатыу, психик һаулыҡты һаҡлау, халыҡ медицинаһы дарыуҙарын етештереү буйынса эштәр алып барыла[6].

Яйлап SEWA, Һиндостанда ғына йоғонтоһон көсәйтеп ҡалмайынса, эйәреүселәрен төрлө илдәрҙә шундай уҡ ойошмалар асыуға рухландырған глобаль хәрәкәткә әүерелә[5].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Төрлө сығанаҡтарҙа: Ассоциация занятых собственным делом женщин, Ассоциация самозанятых женщин, Ассоциация самостоятельно занятых женщин, Ассоциация занятых индивидуальной трудовой деятельностью женщин һ.б.,
  2. 2,0 2,1 Кто несет ответственность перед женщинами?  (рус.). Фонд ООН для развития в интересах женщин UNIFEM (2010). 28 апрель 2015 тикшерелгән.
  3. 3,0 3,1 SEWA. streetnet.org.za. 28 апрель 2015 тикшерелгән.
  4. 4,0 4,1 4,2 Награда нашла героиню  (рус.). VOA (2010-11-23). 28 апрель 2015 тикшерелгән.
  5. 5,0 5,1 5,2 5,3 Леслие Вриэнхук Отмечая 40-летие SEWA  (рус.). streetnet.org.za. 28 апрель 2015 тикшерелгән.
  6. 6,0 6,1 6,2 6,3 6,4 Предоставление услуг здравоохранения бедным слоям населения Индии. Всемирный банк (2007). 28 апрель 2015 тикшерелгән.
  7. Voices of the Poor: Can Anyone Hear Us, The World Bank, New York, N.
  8. Gender in Bolivian Production: Reducing Differences in Formality and Productivity of Firms (World Bank Country Study) by World Bank, p. 43.
  9. 9,0 9,1 9,2 Awardees Biography. Ramon Magsaysay Award Foundation. 15 декабрь 2013 тикшерелгән.
  10. 10,0 10,1 Религиозная премия мира Нивано присуждена активистке из Индии Эле Бхатт. blagovest-info.ru (2010-02-25). 28 апрель 2015 тикшерелгән.
  11. WIEGO Board of Directors Bios. WIEGO. 15 декабрь 2013 тикшерелгән.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]