Үҫмер Варфоломейға Илаһи зат күренеүе
| |
Нестеров Михаил Васильевич | |
Үҫмер Варфоломейға Илаһи зат күренеүе, 1889—1890 | |
киндер, майлы буяу. 160×211 см | |
Третьяков дәүләт галереяһы, Мәскәү |
«Үҫмер Варфоломейға Илаһи зат күренеүе» (рус. Видение отроку Варфоломею) — Михаил Нестеровтың Сергий Радонежскийға арналған хеҙмәттәре циклынан иң танылған һүрәте.
Һүрәт Өфөлә, Епифаний Премудрый авторлығындағы Сергий ишаратында йәшәйеш сюжетынан төшөрөлгән[1]:
Йәш үҫмер Варфоломей, атаһы юғалған аттарҙы эҙләргә тип ебәргән болонда, имән төбөндә рухани ҡартты күрә. Ҡарт ғибәҙәтен тамамлағас, үҫмер уның янына барып күңелендәге ҡайғы-хәсрәтен һөйләп бирә.
Ҡарт кеше малайҙы тыңлағас, уны йәлләп ғибәҙәт ҡыла башлай, кеҫәһендәге ҡумтанан просфор (ғиҙәҙәт ҡылыу икмәге) киҫәге алып бирә, һәм «Мә, аша: был һиңә Аллаһ рәхмәте һәм Изге яҙманы төшөнөү билдәһе» тип фатихаһын бирә.
Сергий Радонежский образы рәссамға бала саҡтан яҡын һәм хөрмәтле әхлаҡи идеал була. Изгенең урыҫ халҡын берләштереүҙәге роле Нестеров өсөн әһәмиәтле була.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Үҫмер Варфоломейға Илаһи зат күренеүе Викимилектә |
- Государственная Третьяковская галерея. Искусство XII — начала XX века. — М.: СканРус, 2007. — С. 240. — ISBN 978-5-93221-120-5.
Был рәсем сәнғәте тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |