Һарай башняһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Һарай башняһы
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Бөйөк Новгород
Входит в состав списка памятников культурного наследия Культурное наследие России/Новгородская область/Великий Новгород (Кремль)[d]
Мираҫ статусы объект культурного наследия России федерального значения[d][1]
Бейеклеге/буйы 29 метр
Указания, как добраться Кремль, строение 30
Карта
 Һарай башняһы Викимилектә

Һарай башняһы — Новгород кремленең тотош дүрт мөйөшлө (үтеп йөрөй торған түгел) башняһы. Башня үҙенең планында 10,2 × 11,2 «квадрат»форманан ғибәрәт. Башняның бейеклеге сығынтылары менән — 20 метр, ә икенсе ҡаттағы стенаһының ҡалынлығы кимәле — 2 м. Башняны туғыҙ метрлы сатыр ослай. Башта башня алты ҡатлы була, яҡынса XVI быуат аҙағында түбәнге ярусы йыйынтығы һүтелә. Башняла 37 хәрби һәм окоп уйымдары бар. Башняның аҫҡы өлөшөндә ике уйым бар: ишекле — кремль яғынан һәм Волхов яғынан ҡапҡалы уйым. Волхов яғына ҡараған фасадта декоратив элементтар бар: өс түңәрәк биҙәк; бер нисә бойницала эске биҙәктәр һаҡланған. Кремлдең эске яғынан башняға 1400 йылғы төкәтмә йәнәш торған, ул археологик ҡаҙыныу эштәре нигеҙендә тергеҙелә.

Урынлашыуы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һарай башняһы Кремлдең көньяҡ яғында Волхов йылғаһы буйында урынлашҡан. Башҡа башняларҙан төҙөк силуэты менән айырыла

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Төрлө ваҡытта төрлөсә телгә алынған: 1626 йылдарҙа һаҡланмаған Борисоглебский башняһы һәм уның эргәһендәге Борис һәм Глеб сиркәүенә ҡарата «Борис һәм Глебтан алып», «на житном дворе» — 1667 һәм 1675 йылдарҙа, «у хлебного двора» 1701 йылда, «против магазейного двора» 1745 йылда.

Башняның хәҙерге атамаһы 1913 йылда П.Л. Гусев тарафынан индерелә[2], хәҙерге заман тикшеренеүселәре фекеренсә[3] был исем тарихи аҡланмай, сөнки Һарай майҙаны Спас ҡапҡалары ҡаршыһында, йәғни икенсе урында була (ҡара. Спас башняһы).

Башня 1484—1499 йылдар аҙағында кремлде яңыртыу буйынса эштәрҙә тергеҙелә. 1956 йылда М.Х. Алешковский етәкселегендә үткәрелгән археология ҡаҙыныуҙары һөҙөмтәһендә башня XV быуат башында бик иртә фундаменттарҙа төҙөлөүе асыҡлана, 1400 йылғы йылъяҙмаларҙа шулай уҡ таш ҡоролмаларҙың төҙөлөшө эштәре тураһында телгә алына. XVI быуат аҙағында башняны яңынан ҡоралар (күрәһең,шул саҡта башня бер ҡатҡа бәләкәйерәк була), XVII быуаттың икенсе яртыһында башняны ағарталар һәм йүнәтәләр. XIX быуатта башняла Суд палатаһы һәм ҡаҙна архивы урынлаша. 1966—1967 йылдарҙа А. В. Воробьев проекты буйынса башня XV быуат формаһында тергеҙелә, ә кремль яғынан башняның төкәтмәһен тергеҙәләр, уның буйынса борон башняның икенсе ҡатына күтәрелгәндәр

Башня Рәсәйҙең 5 һумлы банкнотаһында төшөрөлгән

Мәҙәни мираҫ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1960 йылдың 30 авгусында РСФСР Министрҙар Советының «РСФСР-ҙа ҡомартҡыларҙы һаҡлау эштәрен артабан яҡшыртыу тураһында» № 1327 ҡарары менән Новгород кремле ансамбле дәүләт әһәмиәтендәге ҡомартҡы булараҡ һаҡлау аҫтына алына.

1992 йылда ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы комитеты ултырышы ҡарары менән Новгород кремленең архитектура ансамбле Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индерелгән.

ЮНЕСКО флагы ЮНЕСКО Бөтә донъя мираҫы, объект № 604
рус.англ.фр.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Кузьмина Н. Н. Филлипова Л. А. Дворцовая башня\\Великий Новгород. История и культура IX—XVII веков. Энциклопедический словарь. СПб.:Нестор-История, 2007, под ред Янина В. Л.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Постановление Совета Министров РСФСР № 1327 от 30.08.1960
  2. Гусев П. Новгородский детинец по изображению на иконе Михайловской церкви. СПб., 1913.
  3. Кузьмина Н. Н. Филлипова Л. А. Дворцовая башня\\Великий Новгород. История и культура IX—XVII веков. Энциклопедический словарь. СПб.:Нестор-История, 2007, под ред Янина В. Л.