Һарай майҙаны (Варшава)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Һарай майҙаны
пол. Plac Zamkowy
Рәсем
Дәүләт  Польша
Административ-территориаль берәмек Средместье[d] һәм Варшава
Яуаплы Городской совет Варшавы[d]
Карта
 Һарай майҙаны Викимилектә

Һарай майҙаны (пол.Plac Zamkowy) король һарайы һәм Варшаваның Иҫке ҡалаһы араһында урынлашҡан. Көньяҡ яҡтан өсмөйөшлө майҙан ҡәлғә диуары һәм Краков ҡапҡалары менән сикләнгән.

1644 йылдан майҙанды король Сигизмунд колоннаһы биҙәй.

Краков ҡапҡалары һәм ҡәлғә стенаһының бер өлөшө 1818 йылда емереп ташлана, әммә бында яңы барлыҡҡа килгән көньяҡ йүнәлештәге урам үҙенең Краков биҫтәһе исемен һаҡлап ҡала (пол. Krakowskie Przedmieście).

1944 йылда Варшава ҡалаһы емерелер алдынан Һарай майҙаны баш ҡаланың иң йәнле майҙандарҙың береһе була.

Майҙандан Висла йылғаһы яғына ҡарай түбәнгә текә Новы Зъезд урамы (Яңы Съезд, пол.Nowy Zjazd) алып бара, һуңынан ул Феликс Панцер эстакадаһы аша Кербедзя күперенә һәм артабан Висла йылғаһының уң яҡ ярында урынлашҡан Прага районына йүнәлә.

1944 йылдағы ихтилалдан һуң эстакаданы һәм күперҙе немец ғәскәрҙәре шартлатып китә.

Майҙандың һәм уның тирә -яҡтарын һуғыштан алдағы торошона килтереү урынына Варшава ҡала төҙөүселәре ҡыйыу ҡарар ҡабул итә: ҡала транспортын майҙан аҫтындағы туннелгә күсерә, эстакаданың ҡалдыҡтарын һүтә һәм иҫке күперҙең йөҙ йыллыҡ терәүҙәрендә яңы киң күпер төҙөй. Шулай уҡ Мариенштат микрорайоны төҙөлә.

Туннель ҡыйығында архитекторҙар барокко дәүерендәге тораҡ йорттарҙы ентекле тергеҙә.

1949 йылдың 22 июлендә бөтә ҡаланы киҫеп үткән Көнсығышта-Көнбайыш трассаһын асыу тантанаһы була. Транспорт хәрәкәте аҫтан, ә йәйәүлеләр зонаһы майҙанда була.

Туннелдән сыҡҡан урында трамвай туҡталҡаларын майҙан менән эскалаторҙар тоташтыра.

Дүрт йылдан һуңыраҡ Иҫке ҡаланы тергеҙеү тамамлана, король һарайын тергеҙеү 1988 йылға тиклем дауам итә. Шул саҡта Варшава халҡы Һарай майҙанын хәҙерге торошонда күрә.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]